ЫШАНЫС
■ Әсләм ыһ та итмәне: ағас һатты, Хоҙай сәскәнде уңға-һулға таратты. Р. Камал.
2. Һуҡранмау, бирешмәү. □ Даже не охнуть. К [Наилә] операция ваҡытында ла ыһ та итмәне. М. Ғиләжев. Заманында Шәй-бәк илау түгел, ыһ та итмәҫ ине яуҙа ла. К. Кинйәбулатова.
Ыһ ТА Ыһ (Р.: ох-ох; И.: ouch!; Т.: аһ vah) ымл.
Ҡабат-ҡабат ыһ иткәнде белдерә. □ Ох, ох. Ыһ та ыһ итеү. Ыһ та ыһ килеү. ■ [Әптелғәлим] илленән яңы уҙған булһа ла, .. ыһ та ыһ килеп, һыҡранып йөрөй. Ф. Иҫәнғолов.
ЫҺЫЛДАУ (ыһылда-) (Р.: охать; И.: whinge; T.: oh çekmek) ҡ.
Хәл бөтөп, ыһ та аһ килеү; ахылдау. □ Охать. Ыһылдап килеп инеү. Әсенеп-әрнеп ыһылдау. ■ Капҡа тәңгәлендә тороусыларҙан кемдер ыһылданы, тамаҡ ҡырҙы. Я. Хамматов. Федотов ҡына ара-тирә ыһылдап ҡуя. Ә. Хәкимов.
ЫША (Р.: секрет; И.: secret; T.: sır) и. диал. ҡар. сер.
Башҡалар белергә тейеш булмаған йәшерен мәғлүмәт. □ Секрет. Ышаны һаҡлау.
ЫША БИРМӘҮ (ыша бирмә-) (Р.: выдержать, не поддаться; И.: withstand; Т.: dayanıklı olmak) ҡ.
1. Баш бирмәү, буйһонмау. □ Выдержать что\ не поддаться, не подчиниться. Ыша бирмәгән айғыр. Ата-әсәгә ыша бирмәгән малайҙар. ■ Баҡһаң, ыша бирмәҫ Ҡарайғыр яңғыҙы күмәк ҡыуғынсыларға ҡаршы тиңһеҙ алышҡа сыҡҡан икән! И. Ноғманов.
2. Мах бирмәү, бирешмәү. □ Виду не подать. Сит-яттарға ыша бирмәү. ■ Һағыштары баштан ашҡанда ла, улар тыштан ыша бирмәйҙәр. Ҡ. Аралбаев.
ЫШАНДЫҠ (ышандығы) и. диал. ҡар. ышаныс. Ышандыҡ бармы ни уға, әллә ҡайта, әллә юҡ. Малайҙарға ышандыҡ юҡ.
ЫШАНДЫҠЛЫ с. диал. ҡар. ышаныслы. Ышандыҡлы кеше. Ышандыҡлы булыу.
ЫШАНДЫРЫУ (ышандыр-) (Р.: убеждать; И.: convince; T.: inandırmak) ҡ.
1. Нимәнеңдер дөрөҫлөгөнә, ысынлығына ышаныс уятыу. □ Убеждать, уверить. // Убеждение, уверение. Көсләп ышандырыу.
Башҡаларҙы ышандырыу. Кирегә ышандырыу. М Яҙыусы уҡыусыны яҡшылыҡтың еңеренә ышандыра. Ф. К үҙбәков. Әбделхаҡ Ғәбитов та «һалдаттар үҙҙәрен тыныс, тәртипле тота» тип ышандырҙы. Р. Байымов.
2. Нимәнеңдер теләгәнсә йәки уйлағанса булырына шик ҡалдырмай алдан нығытыу; өмөтләндереү. □ Обнадёживать кого, обещать кому. // Обнадёживание, обещание. Баланы ышандырыу. Яҡшыға ышандырыу. ■ Ғариф яралыларҙың хәлен белешә, уларҙы ҡалдырмаҫҡа ышандыра. Ә. Байрамов. Уҡытыусылар үҙҙәрен тағы ла бер ышандырыр өсөн икенсе тапҡыр сәғәттәренә күҙ һалдылар. С. Агиш. Йылан Тимербулатты алып килеү эшен үҙ өҫтөнә алған, тик уны бында тотоп булыр тип ышандыра алмайым, тигән. Әкиәттән.
ЫШАНСАҠ с. диал. ҡар. ышаныусан. Ышансаҡ кеше. Ғиҙ ышансаҡ. Ышансаҡ булыу.
ЫШАНЫС (Р.: уверенность; И.: assurance; T.: inanç) и.
1. Берәй нәмәнең булыуына, тормошҡа ашыуына ышаныу тойғоһо. □ Уверенность. Ышаныс уятыу. ■ Ғөлшат Эмировна менән һөйләшеп ултырғанда үҙемдә шул хәтлем ышаныс артҡандай тойолдо. А. Баймөхәмәтов. Эштәргә ышаныс бындағы курсанттарға ҡарағанда көслөрәк. И. Ғиззәтуллин.
2. Уйлаған уй-теләктең киләсәктә тормошҡа ашыуына ышаныу тойғоһо; өмөт. □ Надежда, вера. Ныҡлы ышаныс. Ышаныс биреү. Ышаныс менән йәшәү. ■ Рәшиҙә өйгә шатланып, үҙ пландарының эшкә ашасағына ҙур ышаныс бағлап ҡайтып инде. Ғ. Аллаяров. • Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын. Мәҡәл.
3. Кемдеңдер кешелек сифаттарына, намыҫына, эшенә таяныуҙан йәки нимәнеңдер булмышына иҫәп тотоуҙан килгән ышаныу тойғоһо. □ Доверие. М Хат көслө, ләкин кинәт ышанысы ҡаҡшаған кешенең йәшерен зары һәм өмөтөнә оҡшағайны. А. Абдуллин. Өс әҙәмгә ҡарап, бөтә кешегә лә ышанысыңды юғалтырға ярамай, — тине ул [әсәйем]. Ә. Бикчәнтәев.
111