Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 112


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫШАНЫС ҠАҒЫҘЫ
ЫШАНЫС ҠАҒЫҘЫ (Р доверенность; И.: letter of attorney; T.: vekâletname) и.
Бер кешенең икенсе кешегә аҡса йәки ҡиммәтле бер нәмә алыу өсөн ышаныс белдереп биргән ҡағыҙы. □ Доверенность. Ышаныс ҡағыҙы яҙыу.
ЫШАНЫСЛЫ (Р .: надёжный; И.: secure; dependable; T.: güvenli) с.
1. Ниндәйҙер эш-хәлдә ышанысты, өмөттө аҡларлыҡ, ышанырлыҡ. □ Надёжный; благонадёжный. Ышаныслы ярҙамсы. Ышаныслы кеше. ■ Тотҡан эшенә тоғро булып, торған ерендә торлаҡ ҡороусы эшмәкәр, ышаныслы әҙәмдәр рәтенән Камалов. Р. Вәлиев.
2. Хыянат итеүҙе белмәҫ, тоғро. □ Надёжный; верный. Ышаныслы иптәш. ■ Ҡунаҡты оҙатыу менән Зәки Вәлиди ышаныслы кешеләре аша был хәбәрҙе тотҡондағы хөкүмәт ағзаларына еткерҙе. Р. Байымов. Күсәр хандың иң ышаныслы кешеләре, был хәбәрҙе ишеткәс тә, ат менеп Суҡ күле буйына китте, ти. Әкиәттән.
3. Икеләнмәй эшләнгән, ныҡлы булған. □ Уверенный. Ышаныслы аҙымдар. ■ Ғилмандың ышаныслы яуабы Юлдаштың әле генә башында тыуған быраулаусы булыу теләген ҡаҡшата яҙҙы булһа кәрәк. 3. Биишева. [Каҙнабаев] дәртләнеп, ышаныслы, етеҙ аҙымдар менән иҙән буйлап йөрөргә кереште. Д. Бүләков.
ЫШАНЫСЛЫЛЫҠ (ышаныслылығы) (Р.: надёжность; И.: reliability; security; reliance; T.: güvenilirlik, sağlamlık) u.
Ышаныслы булыу сифаты. □ Надёжность; уверенность. ■ Был предприятиены дәғүәселәренән отошло хеҙмәттәшлек шарттары, заказсыға индивидуаль ҡараш, ышаныслылыҡ һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттар айырып тора. «Йәшлек», 16 октябрь 2010. Уның [Солихтың] һәлмәк кенә, ашыҡмайынса ашлауында, башын юғары күтәреп барыу ында ниндәйҙер ышаныслылыҡ .. һиҙелеп тора. А. Карнай.
ЫШАНЫСҺЫҘ (Р.: ненадёжный; И.: unreliable; insecure; T.: güvenliksiz) с.
1. Ышанысты аҡламаған. □ Ненадёжный, неблагонадёжный. Ышанысһыҙ дәлилдәр. ■
Үҙенең ышанысһыҙ кеше булыуын аңлауҙан бик ныҡ әрнеп, Салих ночлёжкаға табан йүнәлде. X. Мохтар. [Миңзада:] Ғәтиәт — ышанысһыҙ бәндә, уға таянғансы һыуға таян!.. Р. Камал.
2. Икеләнеп яһалған; ҡыйыуһыҙ. □ Неуверенный. Ышанысһыҙ аҙымдар. Ышанысһыҙ хәрәкәттәр яһау. ■ Ошо мәл шымтая ҡалған әһел араһынан Аҡбикә әбейҙең икеләнеү ҡатыш ышанысһыҙ тауышы ишетелде. И. Ноғманов. Кү п тә үтмәне, төркөмдән тиҫтәләгән тотҡон ышанысһыҙ аҙымдар менән алға сыҡты. К. Фазлый.
ЫШАНЫСҺЫҘЛЫҠ (ышанысһыҙлығы) (Р.: ненадёжность; И.: insecurity; equivocation; T.: güvensizlik) и.
Ышанысһыҙ булыу сифаты. □ Ненадёжность; неуверенность. Иртәгәһе көнгә ышанысһыҙлыҡ. Үҙ-үҙеңә ышанысһыҙлыҡ. ■ Сәйәси яҡтан ышанысһыҙлығы өсөн Шәйхл-салих ибн Рәхмәтулла мәҙрәсәнән ҡыуыла. Ғ. Хисамов.
ЫШАНЫУ (ышан-) (Р.: верить; И.: believe; T.: inanmak) ҡ.
1. Нимәнеңдер дөрөҫлөгөн шиккә алмай ҡабул итеү. □ Верить. Һүҙгә ышаныу. Хәбәргә ышаныу. ■ Бүләр хан, Ҡолтүбәнең таҫма теленә ышанып, тотҡондан ҡотҡарған. Әкиәттән. [Хәнифә] иренең күңел өсөн генә әйткән һүҙҙәренә бөтә йөрәге менән ышанды. Р. Ғабдрахманов. Мәскәү съезы алдынан етди һөйләшеүҙә Зәки рәсми вәкилдең ярҙам вәғәҙәләренә ихлас ышанып сыҡҡайны. Р. Байымов. Хаммат менән һөйләшкәндә, Сәлимә был һүҙҙәргә ышана, Хамматтың дәлилдәре менән килешә лә. 3. Биишева. • Ялғансының өйө янған, берәү ҙә ышанмаған. Мәҡәл.
2. Нимәнеңдер барлығын, ысынлығын шиккә алмай ҡарау. □ Верить. Дингә ышаныу. Им-томға ышаныу. Аллаға ышаныу. Ҡыш бабайға ышаныу. ■ Унан ары — бөтә тоғро хәлифтәргә, уҡымышлы, эшен дауам итеүселәргә, дингә ышанған изгеләргә, әүлиәләргә — барыһы менән Алла риза булһын имде. «Ҡиссаи Йософ». Ябай кеше, донъялағы бер нәмәгә ышанмаһа ла, Аллаға ышана,
112