Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 113


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫШҠЫНЫУ
ярҙам һорап уға табына, мөрәжәғәт итә. М. Ғиләжев.
3. Нимәнеңдер буласағына, уңышлы баш-ҡарылышына һ. б. ныҡлы ышаныс булыу. □ Верить. Киләсәккә ышаныу. Еңеугә ышаныу. ■ Йәһәннәмдәр аша уҙмайынса, ожмах табырбыҙ тип ышанма. Ш. Бабич.
4. Кемдеңдер тоғролоғона шик тотмау. □ Доверять, надеяться, полагаться на кого. Кешегә ышаныу. Дуҫҡа ышаныу. Халыҡҡа ышаныу. Ышанып сер һөйләу. ■ Аҡназаров, эсенән Камилға ышанып етмәһә лә, риза булды. Ә. Вәли. Дуҫ-иштәрем куп тип ышанмағыҙ, хас дошманың булыр береһе. Халыҡ йырынан.
5. Берәй эш-хәлдә кемгәлер йәки нимәгәлер таяныу, иҫәп тотоу. □ Надеяться, полагаться на кого, что. Үҙ көсөңә ышаныу. Тәжрибәгә ышаныу. ■ Алдына алған эштең барып сығыу ына шикләнеу-икеләнеу, уҙ көсөнә ышанмау ҡылығы ят ине уға [Хамматҡа].
3. Биишева. • Һаҡалға ышанма — аҡылға ышан. Мәҡәл. Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла ышан. Әйтем.
6. Бик ныҡ инаныу. □ Верить, веровать во что. Дуҫтың ихласлығына ышаныу. Ғәҙеллеккә ышаныу.
ЫШАНЫУСАН (Р.: доверчивый; И.: credulous; trustful; trusting; T.: saf) c.
Кемгәлер йәки нимәгәлер еңел, тиҙ ышаныусы. □ Доверчивый. Ышаныусан кеше. К Һалдаттың йөҙө асылып китте, һәм ул йәш балалар һымаҡ ышаныусан ҡарашын Саръ-янға төбәне. Ә. Байрамов. Былай ҙа Әл-фиәнең хаттары һирәк килеуенә шикләнеп, көнләшеп йөрөгән, тиҙ ышаныусан, ҡыҙыу холоҡло Буранбайҙы дөрләтеп ебәреу өсөн был хат етә ҡалды. Ф. Әсәнов.
ЫШАҺЫҘ (Р .: бойкий; И.: brisk; nimble; T.: çevik) с. диал.
Бирешмәгән, уҫал, үткер (кешегә ҡарата). □ Бойкий, проворный, расторопный. Ышаһыҙ кеше. М Йортбағыш ирекһеҙҙән әбейҙең ышаһыҙ холҡона, ҡаҡшамаҫ рухына һоҡланып ҡуйҙы. М. Ямалетдинов.
ЫШБЫР I с. диал. ҡар. ығыш. Ышбыр кеше. Ышбыр ат.
ЫШБЫР II с. диал. ҡар. әрпеш. Ышбыр бала. Ышбыр кейенеу.
ЫШҠАШМАҒАН (Р.: неспособный к работе, ленивый; И.: lazy; idle; T.: tembel, eringen) с. диал. ҡар. булдыҡһыҙ.
Ҡулынан эш килмәгән; эшлекһеҙ. □ Неспособный к работе, ленивый. Ышҡаш-маған кеше. Ышҡашмаған килен.
ЫШҠЫЛЫУ (ышҡыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ышҡыу, страд, от ышҡыу. Ышҡылып таҙартылыу. Ком менән ышҡылған һауыт. Я Тышта хәҙер шаҡтай бысраҡ булыуға ҡарамаҫтан, һары буяуы бер аҙ ышҡыла башлаған иҙәндең ялт иттереп йыуылған булыуы .. Моратов куңелендә Кин-йәбикәгә хөрмәт уятмай ҡалманы. Ә. Вәли. Лагы уңған, ҡайһы бер урындары ышҡылып ағарған шифоньер, пружиналары бушаған-лыҡтан, урыны-урыны менән ныҡ ҡына ялпашҡан иҫке диван, мөйөштәге ябай тумбочка өҫтөндә — «Рекорд» телевизоры. Н. Мусин.
2. Ҡуҙғалғанда бер-береһенә тейеү. □ Тереться, протереться, обноситься. Ышҡылып туҙыу. М Бығаулы ҡулдар зәңкеп өшөй, ышҡылып сейләнгән урындар тәҡәтте ҡоротоп ауырттыра. Л. Якшыбаева. Майһыҙ тәгәрмәс, көпсәктәге кусәргә ышҡылып, укереп-укереп илаған тауыштар сығара. Т. Хәйбуллин.
ЫШҠЫНЫУ (ышҡын-) (Р.: тереться; И.: rub; T.: sürtünmek) ҡ.
1. Тәнде нимәгәлер ышҡыу. □ Тереться, потереться, чесаться, почёсываться обо что-л. Кәртәгә ышҡыныу. ■ Кемдер ишекте һаҡ ҡына тырнаны ла бурәнәгә ышҡынып алғандай булды. И. Ноғманов. Мейес артынан сығып, бер йөнтәҫ бохар бесәйе һуҙылған билен аҫҡа бөгөп мырылдап кирелде лә хужаһының ҡунысы нағышлап баҫылған быймаһына һыртын терәп ышҡынырға кереште. Р. Өмөтбаев. • Һыйыр ышҡынһа, ситән ауҙарыр. Мәҡәл.
2. Үҙ тәнеңде нимәлер менән ышҡыу. □ Натираться. Ҡар менән ышҡыныу. Я Ку-некмә кейемдәрен сисеп ташлап, уҙенән ус алырға теләгәндәй, тешен ҡыҫып, елкәһе иҫ белмәй башлағансы һыуыҡ душ аҫтында
113