Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 114


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫШҠЫТЫУ
торҙо ла [егет], тәне янып киткәнсе ҡаты таҫтамал менән ышҡынып, кейенеп алды. М. Ҡаһарманова.
3. кусм. һөйл. Кемдеңдер йәки ниҙеңдер янынан китмәй уралыу. □ Околачиваться. Клуб тирәһендә ышҡыныу. К Уның [Ринат] куңелендә ниндәйҙер шик яралды: урамда йылы булғанда ниңә былар [малайҙар ] подъезда ышҡыналар әле? Р. Байбулатов.
4. диал. Нимәгәлер йәбешеп тотоноу. □ Держаться. Ситәнгә ышҡынып ҡына ҡайттым, ҡараңғы.
ЫШҠЫТЫУ (ышҡыт-) ҡ. йөкм. ҡар. ышҡыу, понуд. от ышҡыу. Кул менән ышҡышыу. ■ Арҡаһын Маһитабынан ғына еҫле һабын менән ышҡышып өйрәнгән Заһретдин һыу мискәһе ҡырына килеп башы аша ике сумес һыу ҡойҙо ла сығып китте. Р. Өмөтбаев. Кеҫәһендә йөрөткән бәрхәт таҫмаһын ышҡышып итектәрен ялтыратып алған Михалкин комкорҙы мотор геуләуен кумер-лек тауыш менән рапорт биреп ҡаршыланы. А. Мағазов.
ЫШҠЫУ (ышҡы-) (Р.: тереть; И.: rub; T.: ovmak) ҡ.
Берәй нәмәне нимәгәлер көс менән баҫып, тегеләй-былай йөрөтөү. □ Тереть. Көл менән ышҡыу. Арҡаны ышҡыу. Ышҡып йыуыу. ■ Хәлкәс ҡарт бысаҡты, улай-былай өйләндереп, баш бармағының бите менән ышҡып ҡараны. С. Агиш. Садрислам ағай, бейәләйен сисмәй генә, битен-танауын ышҡып алды. Ш. Бикҡол.
ЫШҠЫШЫУ (ышҡыш-) ҡ. урт. ҡар. ышҡыу, взаимн. от ышҡыу. Арҡа ышҡышыу. ■ [Һыйырҙар] уҡраның тешләуенә туҙә алмай сәбәләнеп, хәл өҫтөндә генә торған шул кәртәләргә арҡаларын, муйындарын ышҡышып, һөйкәлеп, ҡолатып, емереп бөтөргәндәр. Ғ. Дәүләтшин.
ЫШЛАННИК (ышланнигы) [рус. омшаник] (Р.: омшаник; И.: bee-house; T.: kışın ап kovanlarını saklamak için yarayan mahzen) и. диал.
Умарта баҙы. □ Омшаник, зимовник (для пчёл). Бал ҡорттарын ышланникка ултыртыу. Яҙын ышланникты таҙартып алыу.
ЫШЛАПУР (Р .: узкая оборка; И.: narrow frill; T.: dar farbala) и. диал.
Күлдәктең түшенә йәки ең осона бөрмәләп ҡуйылған тар ғына бала итәк. □ Узкая оборка. Ең ышлапуры. Ышлапур тегеу. Яғаға ышлапур һалыу.
ЫШЛАУ (ышла-) (Р.: разорить; И.: bring to ruin; destroy; T.: yıkmak) ҡ. диал.
Бөтөрөү, юҡҡа сығарыу. □ Разорить, развеять. Донъяны ышлау. Булған малды ышлау.
ЫШЛУМКА ЙӨН (Р.: шлёнка; И.: kind of fleece; T.: merinos yünü) и. диал. ҡар. шлёнка.
Меринос (нәҙек йомшаҡ аҡ йөнлө) тоҡомло һарыҡ йөнө. □ Шлёнка (шерсть тонкошёрстной породы овец). / Шлёнский. Ышлумка йөндө сиратыу. Ышлумка йөндән ойоҡбаш бәйләу.
ЫШЛУН ҺАРЫҠ (һарығы) (Р.: шлён ка; И.: sheep species; T.: merinos koyun ırkı) и. диал. ҡар. шлёнка.
Меринос тоҡомло һарыҡ. □ Шлёнка (овца тонкошёрстной породы). Ышлун һарыҡ аҫрау. Ышлун һарыҡ йөнө. Ышлун һарыҡ тиреһе.
ЫШЛЫЯ [рус. шлея] (Р.: шлея; И.: breeching; T.: atın arkasından geçen eyerin kayışı) и.
Сбруйҙың бер өлөшө: тау төшкәндә алға шылмаһын өсөн ҡамыт менән тоташ ат кәүҙәһенә кейҙерелә торған яҫы ҡайыш бау. □ Шлея. Кайыш ышлыя. Суҡлы ышлыя. Ышлыя тегеу. К Кояш кутәрелеу менән, көн ҡыҙҙырып ебәргәс, аттар манма һыуға төштө; ышлыя аҫтарынан аҡ кубектәр сыҡты. С. Агиш. Стеналарҙағы ҙур сәйҙәргә ҡамыт, ыңғырсаҡ, йугән, дилбегә, ышлыя һәм башҡа әйберҙәр эленгән. Я. Хамматов.
ЫШПАЙЫУ (ышпай-, ышпая) (Р.: отвисать; И.: sag; T.: sarkmak, bükülmek) ҡ. диал. ҡар. шал байыу.
Аҫҡа ҡарай һуҙылып тороу, һалынып, һалпайып төшөү. □ Отвисать, обвисать, опускаться. Ауыҙы ышпайған. Ышпайып төшөу. Ышпайып китеу.
114