Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 115


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ышыҡ
ЫШПУР [рус. шпора] (Р.: шпора (костный нарост на стопе); И.: ergot; Т.: plantar fasiit) и. диал.
Аяҡ табанына сыҡҡан оро. □ Шпора (костный нарост на стопе). Аяғына ышпур сыҡҡан, баҫа алмай. Ышпуры йонсота.
ЫШТАН [рус. штаны] (Р.: штаны, кальсоны; И.: pants; T.: pantolon) и.
Кәүҙәнең билдән түбәнге өлөшөнә кейә торған балаҡлы кейем. □ Штаны; кальсоны. / Кальсонный, подштанниковый. Балалар ыштаны. Ирҙәр ыштаны. Киндер ыштан. Эске ыштан. Кыҫҡа ыштан. Оҙон ыштан. ■ Берәүһе ямалған ыштан кейгән, икенсеһенец ойоғо тишек, ә бер малайҙың футболкаһы ҡайышланып, бысрап бөткән. А. Баймөхәмәтов. Үлән ысығына ыштан балағы еүешләнә. Н. Мусин.
ЫШТАНҺЫҘ (Р .: бесштанный, без штанов; И.: without pants; T.: pantolonsuz) c.
1. Ыштан кеймәгән. □ Бесштанный, без штанов. Ыштанһыҙ бала. Я Өйҙәрҙә ҡар-сыҡ-ҡорсоҡтар ҙа әлһерәгән ҡарт-ҡоролар, урамдың бер осонан икенсе осона йүгереп йөрөгән оҙон күлдәкле, ыштанһыҙ малайҙар ғына. С. Агиш. Һағыш утын бөркөп, ыштанһыҙ бала сағы йәнә күҙ алдына килеп баҫты [Әнүәрҙең]. А. Мағазов.
2. күсм. Артыҡ йомарт, бер ҡатлы. □ Чересчур щедрый, простой. К [Шаһиҙулла — башлыҡҡа:] Һин, ыштанһыҙ, барыбер кешегә өләшеп бөтөрһөң. Көнбағышын да, муйылын да күсер минең кеҫәгә. М. Кәрим.
ЫШТАУАЙ САҢҠА (Р.: лыжи, подби тые шкурой; И.: fur-lined ski; T.: avcıların deri tabanlı kayağı) и. диал. ҡар. ҡалтағай.
Босҡаҡлы, табанына тире ҡағылған саңғы. □ Лыжи, подбитые шкурой. Ыштауай саңҡа кейеп, урманға барыу. Ыштауай саңҡа эшләү. Ыштауай саңҡа эҙҙәре.
ЫШТЫЙ и. диал. ҡар. ыштан. Көнө буйы һырғалаҡ эйеп, ыштыйҙары һыуланып бөткән.
ЫШТЫР I (Р.: онучи; И.: onuchi; Т.: dolak) и.
Сабата сылғауы. □ Онучи. Киндер ыштыр. Ыштыр урау. ■ [Тотҡондарҙың] өҫтәрендә бишмәт тә, аҫтарында ыштыр, ябынырға
алама балаҫ. Ғ. Хөсәйенов. Өҫтәренә ҡара сәкмән кейеп, аяҡтарына ыштыр ураған урыҫ егеттәре менән бер рәттән тороу Вахит менән Мәхмүткә ниңәлер ауыр ҙа, уңайһыҙ ҙа булып күренде. М. Ғафури.
ЫШТЫР II с. диал. ҡар. әрпеш. Ыштыр кеше. Ыштыр уҡыусы. Ыштыр ҡатын.
ЫШТЫР III с. диал. ҡар. ығыш. Ыштыр ир.
ЫШТЫР IV (Р.: завязка у лаптя; И.: bast’s tie; T.: ıhlamur kabuğundan yapılan pabuçun bağı) и. диал.
Сабата бауы. □ Завязка у лаптя. Сабатаның ыштырын бәйләү.
ЫШТЫР V (Р.: шкворень; И.: pin; T.: at arabasındaki çivi) и. диал. ҡар. кендек II.
Арбаны алтәкмәккә тоташтырған үҙәк. □ Шкворень. Алтәкмәк ыштырҙан ысҡынды. Ыштыр һыныу. Ыштырҙы алмаштырыу.
ЫШТЫЯ и. диал. ҡар. ышлыя. Ыштыя тегеү. Ыштыя кейҙереү.
ЫШТЫЯТҺЫҘ (Р.: неуклюжий, нескладный; некрасивый; И.: clumsy; T.: hantal, kubat) с. диал. ҡар. килбәтһеҙ.
һыны, рәүеше килешһеҙ, ямаҡ. □ Неуклюжий, нескладный; некрасивый. Ышты-ятһыҙ ир. Ыштыятһыҙ кейем.
ЫШЫҠ I (ышығы) (Р.: защищённое место, укрытие, прикрытие; И.: cover, covering; T.: sığınak) и.
1. Ел-ямғыр, күҙ-ҡолаҡтан нимәлер ҡаплап торған тыныс урын. □ Защищённое место, укрытие, прикрытие. Ағас ышығында тороу. Ышыҡҡа ҡуйыу. Ышыҡтан сығыу. К Карауылсы йорто уйһыу урында, бер нисә акация ағасы ышығында ултыра. И. Абдуллин. Йәнеш менән Емеш, йылға яғынан иҫә башлаған ҡырҡыу елдән ҡасып, һалам ышығына инеп яттылар. 3. Биишева.
2. күсм. Кемдеңдер һағы аҫтындағы хәүефһеҙ хәл, тыныс тормош. □ Укромное, тихое, спокойное место. Ата-инә ышығында йәшәү. ■ «Һай, булған бит заманалар! Бер ҡайғы-хәсрәтһеҙ өләсәй ышығында йәшәгәнбеҙ!» — Аҡмулланың уйы йыраҡҡа, тыуған яғына китте... Ф. Янышев. Ун алты йәшемә тиклем бына уның [Оло инәйем] ышығында йәшәйем. М. Кәрим.
115