Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 116


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ышыҡ
ЫШЫҠ II (Р.: укрытый; И.: covered, sheltered; T.: mahfuz) с.
Нимәлер менән ҡапланып алынған. □ Укрытый, защищённый. ■ Ҡапыл бер юлы уянышып киткән сар-сыбар ҡоштар .. геү килеп сырҡылдашып алдылар ҙа, ышыҡ урын таба һалып, һағайып ҡалдылар. Д. Бүләков.
ЫШЫҠЛАНДЫРЫУ (ышыҡландыр-) (Р.: укрывать; И.: cover; T.: saklamak, korumak) ҡ.
Ышыҡ урынға индереү. □ Укрывать. Ағас аҫтына ышыҡландырыу. ■ [Хужалар] кырандасына ултыртып, ҡараңғылыҡҡа ышыҡландырып, ауыл ҡапҡаһынаса оҙата килделәр. Р. Камал.
ЫШЫҠЛАНЫУ (ышыҡлан-) (Р.: прикрываться, укрываться; И.: shelter; T.: saklanmak) ҡ.
1. Һаҡланыр өсөн нимәнеңдер ышығына тороу, ышыҡҡа инеү. □ Прикрываться, укрываться; заслониться, загораживаться. Лапаҫ аҫтына ышыҡланыу. Ямғырҙан ышыҡланыу. К Ел-ямғырҙан ышыҡланыр өсөн, шиферҙан, таҡтанан ҡоршап, ҡотһоҙ ғына ҡыуыш әтмәләгәндәр. Р. Кинйәбаев. Малайҙар, һаламды соҡоп, ҡорораҡ урынға ышыҡланырға тырыша. Р. Низамов. Дошман сағыштырмаса асыҡ урында ине; һалдаттар, ышыҡланыр урын тапмай, ығы-зығы килде. Ф. Иҫәнғолов.
2. Нимәнеңдер артына инеп, күренмәҫ булыу. □ Прятаться. Тау артына ышыҡланыу. ■ Ҙур ҡайнар ҡояш теләр-теләмәҫ кенә алыҫ убалар артына ышыҡланды. Ә. Вәли. Һалсылар, бөгөлдө әйләнеп, ағасҡа ышыҡландылар ҙа, түбән үк ағып китеп, күҙ яҙҙылар. Ж. Кейекбаев.
ЫШЫҠЛАТЫУ (ышыҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ышыҡлау, понуд. от ышыҡлау. Елдән ышыҡлатыу. ■ Умырзая сәскәһен йылы ҡояшҡа ҡотайтмай, ҡыҙарып сыҡҡан ҡояшын ышыҡлатып ҡаянан, үрсетмәгән һалҡын тау. Әкиәттән.
ЫШЫҠЛАУ (ышыҡла-) (Р.: прикрывать, укрывать; И.: cover; T.: saklamak) ҡ.
1. Ышыҡ яһап һаҡлау. □ Прикрывать, укрывать; защищать, заслонять. ■ «Күренесһеҙ еңгә» Сәкинә, алъяпҡысы менән елдән
ышыҡлап, ҡаҙанға туҡмас һала. X. Ғиләжев. Йыһандар юл ситендә бер-береһен ямғырҙан ышыҡлап торған ике кешегә иғтибар итте. Р. Кинйәбаев. Ҡатыны менән улын эре тамсыларҙан ышыҡларға тырышыусы Алмуш, яурынына ҡаты нәмә бәрелеүҙән һиҫкәнеп, өҫкә ҡараны. Б. Рафиҡов.
2. Ышыҡ яһап, күҙҙән йәшереү. □ Прятать. ■ Егеттең яр буйында үҫкән ҡыуаҡлыҡ араһынан көтмәгәндә-уйламағанда килеп сығыу ынан тертләп киткән һылыу уңайһыҙланыуҙан алһыуланған матур йөҙөн яулыҡ осо менән ышыҡлай һалды. И. Ноғманов. Күҙен ҡулы менән ышыҡлап, Хохрин малайҙы өндәшмәй генә күҙәтә. X. Мохтар.
3. Күҙгә күрһәтмәй ҡаплау. □ Загораживать, закрывать, заслонять. Айҙы болот ышыҡлай. Яҡтылыҡты ышыҡлау. М Зәңгәр күк йөҙөн ышыҡлап торған тирәктәр әкрен генә шаулашалар ине. Р. Ғабдрахманов. Юлды ышыҡлап, бурандан ҡурсып, ауыл осона еткәнсе ҡуйы әрәмәлек һуҙыла. Ә. Хәкимов.
ЫШЫҠЛЫҠ (ышыҡлыгы) (Р.: укрытие; И.: cover, covering; T.: korunaklı yer) и.
Ышыҡ урын. □ Укрытие, укрытое место. Ышыҡлыҡтан сығыу. ■ Броня ышыҡлығы-нан яҙған немец автоматсылары, мәргән пуляларҙан ҡотолоу өсөн ҡайҙа йәшеренергә урын тапмайынса, табандарын ялтыратты. Я. Хамматов.
ЫШЫҠҺЫҘ (Р.: без укрытия; И.: without shelter; T.: örtüsüz, açık) с.
Ышыҡланыр урыны булмаған. □ Без укрытия, открытый. Ышыҡһыҙ дала. Ышыҡһыҙ ер. ■ Атлы ғәскәр бер ай буйы бер ышыҡһыҙ асыҡ туң далала танкылар, само-лёттар менән ҡоралланған дошман часта-рына ҡаршы һуғыштар алып бара. Р. Шәкүр.
ЫШЫЛДАУ (ышылда-) (Р.: запыхаться; И.: be out of breath; T.: soluğu kesilmek) ҡ. ҡар. тышылдау.
Тынды ауыр алыу; тыһылдау. □ Запыхаться. ■ Ул арала Нурисламдың ышылдап тын алғаны ла ишетелә башланы. Ғ. Хисамов.
116