Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 117


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭБЕН АҒАСЫ
ЫШЫЛДАШЫУ (ышылдаш-) ҡ. урт. ҡар. ышылдау. взаимн. от ышылдау. Ышыл-дашып тороу. Ҡарттар ышылдашалар.
ЫШЫМ ҠАТА (Р.: обувь с холщовыми голенищами; И.: shoes with canvas tops; T.: keten konçlu ayakkabı) и. диал. ҡар. бышымлы ҡата.
Бышымы (2) булған күн аяҡ кейеме. □ Обувь с холщовыми голенищами. Ышым ҡата кейеү. Ышым ҡата тегеү.
ЫШЫМЛАУ (ышымла-) (Р.: сшить с холщовым верхом (об обуви}. И.: sew with canvas tops (of shoes)', T.: ayakkabını keten konçlu yapmak) ҡ. диал. ҡар. бышымлау.
Бышым (2) ҡуйып тегеү. □ Сшить с холщовым верхом (об обуви). Ҡатаны ышым-лау.
ЫШЫРТҠЫ (Р.: волокуша; И.: travois; T.: sürükleyici alet) и.
Ике башынан мисәүгә эләктереп, ат менән нимәнелер шыуҙыра торған таҡта рәүешендәге ҡулайлама. □ Волокуша. Бесәнде ышыртҡы менән тарттырыу. К Аҙна буйы ат та хәйлә белгән, ышыртҡы ла тамам шымарған. Д. Юлтый. Ышыртҡы менән ышырып, тегендә-бында ташлап киткән бесән өйөмдәрен .. күбә рәүешенә өйөү бик анһат түгел. Р. Өмөтбаев.
ЫШЫРТҠЫС и. диал. ҡар. ышыртҡы. Ышыртҡыс менән шыуҙырыу. Ышыртҡыс яһау.
ЫШЫРТЫУ (ышырт-) ҡ. йөкм. ҡар. ышырыу, понуд. от ышырыу. Бесән ышыртыу. Ҡүбә ышыртыу. Ышырта башлау.
ЫШЫРЫЛЫУ (ышырыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ышырыу, страд, от ышырыу. Ышырылған һалам. Ышырылған бесән.
2. һөйл. Ергә тейеп һәлберәп килеү; һөйрәлеү. □ Волочиться, тащиться. Ышырылып барыу. ■ Һунарға йөрөй торған сананың тояҡтары бейек итеп һуғылған, үрәсәгә ҡар ышырылмай. Н. Мусин. Сана үрәсәһенә йәбешкәк ҡар ышырылып килә. Й. Солтанов.
ЫШЫРЫУ (ышыр-) (Р.: сдвигать; И.: shift, move; T.: sürüklemek) ҡ.
Өйөлөп ятҡан нәмәне этәреп, һыпырып күсереү. □ Сдвигать, подвигать, сгребать; волочить что. М Ял-ял булып ишелгән тулҡындар, йыртҡыстар кеүек, атҡа ябырылды һәм уны, түбәнгә бер сама ышырып алып барғас, упҡынға килтереп төшөрҙө. А. Абдуллин. Ул [ерән һаҡаллы кеше], Алдар-байҙың яҡынлауын күргәс, ҡарҙы ышырып, артына шылышты. Н. Мусин.
ЫШ-ЫШ (Р.: звук трения; И.: sound of friction; T.: bir şey ovulurken çıkan ses) ымл.
Нимә менәндер ышҡылған йәки ҡамсы, сыбыртҡыны ҡапыл һелтәгән саҡта сыҡҡан тауыш. □ Звук трения. Сыбыртҡы ыш-ыш итеп ҡалды. Ыш-ыш иткән тауыштар ишетелә.
Э I (Р.: тридцать девятая буква башкирского алфавита; И.: the thirty-ninth letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin otuz dokuzuncu harfi)
Башҡорт алфавитының утыҙ туғыҙынсы хәрефе, алғы рәт, урта күтәрелеш, иренләшмәгән һуҙынҡы [э] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Э, бәләкәй — э формаһында яҙыла. □ Тридцать девятая буква башкирского алфавита.
Э II (Р.: э; И.: ur; Т.: е!, а!) ымл.
Һүҙҙе дауам итә алмай аптырабыраҡ торғанда әйтелә. □ Э, э-э, э-э-э (выражает
удивление, заминку при разговоре). ■ Э-э! — тип кәзә тауышы менән ҡушылды икенсе бер йәшерәге. С. Агиш. [Мәүлет бай - Арыҫ-ланғәле тураһында:] Тағы ни һөйләр икән,
э-э, эйе, ҡарап ҡарайыҡ әле. Ғ. Дәүләтшин.
ЭБЕН АҒАСЫ (Р.: эбеновое дерево; И.: ebony; T.: abanoz ağacı) и. бот.
Тропик илдәрҙә үҫкән затлы ҡара ағастар төрө (мебель яһау өсөн ҡулланыла). □ Эбеновое дерево (лат. Ebenaceae). Эбен ағасы һымаҡтар. Эбен ағасының ботағы.
117