Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 118


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭБЕР
ЭБЕР (Р.: кошма (для закрывания верхушки юрты)\ И.: felt (for covering the top of a yurtf, T.: çadırın üstünü örten keçe) и.
Тирмә уғы өҫтөнә яба торған кейеҙ. □ Кошма (для закрывания верхушки юрты). Эбер ябыу. Эбергә кейеҙ әҙерләу.
ЭБОНИТ [гр. ebenos ‘ҡара ағас’] (Р.: эбонит; И.: ebonite; T.: ebonit) и.
Яһалма һәм тәбиғи каучукты вулканизациялау юлы менән алынған ҡара төҫтәге ҡаты материал (ғәҙәттә, электроникала изоляция өсөн ҡулланыла). □ Эбонит. / Эбонитовый. Эбонит еп. М [Камалова] уц ҡулы менән настройканың туңәрәк эбонит башынан тотоп, уҙенә кәрәкле тулҡынды эҙләй башланы. И. Абдуллин.
ЭВАКУАТОР [рус.] (Р.: эвакуатор; И.: tow truck; T.: çekici) и.
Авариянан һуң емерелеү йәки водителдең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы сәбәпле автомобилдәрҙе тейәп алып китеү өсөн тәғәйенләнгән махсус транспорт сараһы. □ Эвакуатор. Эвакуатор саҡырыу. ■ Авария комиссары хеҙмәтенән тыш, уныц [Рөстәм Иршат улының] ойошмаһы юридик ярҙам, эвакуатор хеҙмәте лә курһәтә. «Киске Өфө», № 30, 2010.
ЭВАКУАЦИЯ [рус.] (Р.: эвакуация; И.: evacuation; T.: evaküasyon) и.
1. һуғыш йәки һәләкәт ҡурҡынысы аҫтындағы кеше, мал-мөлкәт, учреждениеларҙы һәм төрлө ойошманы тейешле тәртип менән тыныс урынға күсереү эше. □ Эвакуация. ■ Смурый, телефон трубкаһын алып, эвакуацияны башларға бойороҡ бирҙе. Ә. Чаныш. Ревком эвакуацияға әҙерләнә башланы. А. Карнай. Берәуһенең атаһы ла, әсәһе лә, башҡа туғандары ла юҡ, — улар эвакуация ваҡытында дошман бомбаһы аҫтында ҡалып донъя ҡуйғандар. Ә. Байрамов.
2. Шул рәүештә күсеп киткән хәл. □ Эвакуация. Эвакуацияла йәшәу. Эвакуацияла булыу. ■ [Егет] ниндәйҙер ҙур ҡалала тыуып уҫкән дә, ни сәбәптәндер фронтҡа ту гел, әсәһе менән эвакуацияға Башҡортостанға эләккән. Р. Байымов.
ЭВАКУАЦИЯ Л АНЫУ (эвакуациялан-) ҡ. төш. ҡар. эвакуациялау, страд, от эва
куациялау. Эвакуацияланған халыҡ. М Өфө финанс техникумына киттек. Украинанан эвакуацияланып килеуселәрҙе ошонда урынлаштырып торғайнылар. Ғ. Ғүмәр.
ЭВАКУАЦИЯЛАУ (эвакуацияла ) (Р.: эвакуировать; И.: evacuate; T.: tahliye etmek, boşaltmak) ҡ.
Кеше, мал-мөлкәт һәм төрлө ойошманы хәүефле урындан алып китеү; тәртип менән күсереү. □ Эвакуировать. Халыҡты эвакуациялау. Фабриканы эвакуациялау. ■ Командир, ғаиләләрен эвакуациялаясаҡ составты нисек табырға кәрәклеген ашығып аңлатҡас, китеп тә барҙы. Б. Рафиҡов. Бер нисә көн генә элек уны [Галинаны] эвакуациялауға әҙерләнгән балаларға йылы кейем алырға тип ат менән район уҙәгенә ебәрәләр. Р. Байымов.
ЭВАКУИРЛАУ (эвакуирла-) ҡ. ҡар. эвакуациялау. Заводты эвакуирлау. Эвакуир-лай башлау. Эвакуирлап бөтөу.
ЭВЕН (Р.: эвен; И.: Even; Т.: Even) и. этн.
Яҡут (Саха) Республикаһы, Чукот һәм Коряк автономиялы округтарында йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (тун-гус-манжур телдәренең береһендә һөйләшә). □ Эвен. / Эвенский. Эвен халҡы. Эвен егете. Эвен теле. Я Седкты — посёлоктағы берҙән-бер эвен ҡартын, был тирәлә белмәгән кеше һирәктер, моғайын. С. Шәрипов. Яҡуттар һайт та һойт тип һөрән һала, беҙҙе моторлы кәмәлә оҙата килгән Коля тигән, төҫ-ҡиәфәте менән башҡортҡа оҡшап торған эвен егете урталыҡта әйләнә. Н. Мусин.
ЭВЕНК (Р.: эвенк; И.: Evenk; Т.: Evenk) и. этн.
Эвенк автономиялы округында, Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығыштың ҡайһы бер райондарында йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (тунгус-манжур телдәренең береһендә һөйләшә). □ Эвенк. / Эвенкийский. Эвенк халҡы. Эвенк ҡатыны. Эвенк теле. ■ Өҫтә уларҙы [малайҙарҙы] женьшень тамырындай тарамыш кәуҙәле эвенк ҡарты ҡаршыланы. Й. Мостафин.
ЭВЕНКЫСА (Р.: по-эвенкийски; И.: in Evenki; T.: Evenkice) р.
118