эгоизм
1. Эвенк телендә. □ По-эвенкийски. Эвенкыса яҙыу. Эвенкыса китап уҡыу. Эвенкыса әңгәмәләшеү.
2. Эвенкыларға хас, эвенкылар кеүек.
□ По-эвенкийски, свойственно эвенкам. Эвенкыса кейенеү. Эвенкыса тыпырлатыу.
ЭВЕНСА (Р.: по-эвенски; И.: in Even; T.: Evence) р.
1. Эвен телендә. □ По-эвенски. Эвенса уҡыу. Эвенса һөйләү. Эвенса һөйләшеү.
2. Эвендарға хас, эвендар кеүек. □ По-эвенски, свойственно эвенам. Эвенса кейенеү. Эвенса бейеү.
ЭВКАЛИПТ (эвкалибы) [лат. eucalyptus} (Р.: эвкалипт; И.: eucalyptus; Т.: okaliptüs) и. бот.
Кавказдың Ҡара диңгеҙ буйында Австра-лиянан килтереп үрсетелгән, мирт ағастары ғаиләһенә ҡараған бик тиҙ үҫеүсән эре ағас.
□ Эвкалипт. / Эвкалиптовый (лат. Eucalyptus). Эвкалипт майы. Эвкалипт япрағы. ■ Ҡарағат, йүкә, сейә, сәтләүек, шыршы, ҡарағай, эвкалипт, бөтнөк үләне, әрем, кесерткән миндектәре булыуы билдәле. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010.
ЭВОЛЮЦИОН (Р.: эволюционный; И.: evolutionary; T.: evrim, evrimsel) с.
1. Эволюцияға мөнәсәбәтле. □ Эволюционный. Эволюцион процесс. М Минут, сәғәт һайын эволюцион үҙгәрештәр булып торған хәҙерге заман өсөн 15 йыл — бик күп ул. «Киске Өфө», № 37, 2011.
2. Нимәнеңдер үҫешен тикшерә торған.
□ Эволюционный. Эволюцион физиология. ■ Эволюцион алымға нигеҙ һалыусы социология фәненең башында тороусыларҙың береһе Э. Дюркгейм була. «Ағиҙел», № 1, 2011.
ЭВОЛЮЦИОНИЗМ [лат. evolutio үҫеш ] (Р.: эволюционизм; И.: evolutionism; T.: evrimcilik) и.
Йәмғиәттең эволюцион үҫеше тураһындағы тәғлимәт. □ Эволюционизм. Эволюцио-низмдың барлыҡҡа килеүе. Эволюционизм нигеҙҙәре.
ЭВОЛЮЦИОНИСТИК (Р.: эволюционистический; И.: evolutionistic; T.: evrimci) с.
Эволюционизмға бәйләнешле. □ Эволюционистический. Эволюционистик ҡараштар. Эволюционистик ысул.
ЭВОЛЮЦИЯ [лат. evolutio ‘үҫеш’] (Р.: эволюция; И.: evolution; T.: evrim, gelişim) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер бер хәлдән икенсе хәлгә үҙгәреш, үҫеш процесы. □ Эволюция. Кешелек донъяһының эволюцияһы. ■ Хикәйәлә тыуған ер һәм кеше шәхесенең үҙенсәлекле эволюцияһы төп урынды биләй.
3. Әлибаев. Ул замандарға инде шәжәрә жанры һиҙелерлек эволюция кисергән, башҡорт ырыу-ҡәбиләләре берләшеп, берҙәм халыҡ булараҡ тамам ойошоп бөткән була. М. Нәҙерғолов.
2. фәлс. Тәбиғәт һәм йәмғиәттең һан, күләм яғынан үҙгәреүе аҡрынлап сифат үҙгәрешенә килтергән үҫеш формаһы. □ Эволюция. Эволюция теорияһы. Канттың ижади эволюцияһы.
ЭВРИСТИКА [гр. heurisko ‘эҙләйем, асам’] (Р.: эвристика; И.: heuristics; T.: buluşsal) и.
Һөҙөмтәле ижади фекерләүҙе өйрәнеүсе фән. □ Эвристика. Эвристика фәненең методтары. Эвристика фән булараҡ Боронғо Грецияла башланғыс ала.
ЭВФЕМИЗМ [гр. euphemia < еирһе-mismos < еи ‘яҡшы’ + phemi ‘әйтәм’] (Р.: эвфемизм; И.: euphemism; T.: örtmece, edebikelam) и.
Оят йәки ярамаған һүҙ урынына ҡулланылған әҙәпле һүҙ йәки әйтем. □ Эвфемизм. Эвфемизм ҡулланыу. Эвфемизм күренеше. Эвфемизм менән һөйләү.
ЭГО [лат. ego ‘мин’] (Р.: эго; И.: the ego; T.: ego) и.
3. Фрейд теорияһындағы шәхес структураһының бер компоненты. □ Эго. М һәр кешелә «эго», йәғни үҙ-үҙеңә булған ыңғай мөнәсәбәт һаҡлана, шулай уҡ һәр халыҡта ла был күренеш бар. «Киске Өфө», № 39,
2010.
ЭГОИЗМ [фр. egoisme < лат. ego ‘мин’] (Р.: эгоизм; И.: ego; egoism; T.: bencillik, egoizm) и.
Үҙеңде, үҙ мәнфәғәтеңде бөтәһенән өҫтөн ҡуйыу; минлек. □ Эгоизм. Эгоизмға бирелеү. Эгоизмы арҡаһында зыян күреү. ■ [Ғайса]
119