Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 120


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

эгоислыҡ
Миша Воробьёвтың һуңғы ике көндәге ҡылыҡтары хаҡында уйлана, тик ниндәй юл менән тәү ҡарашҡа һәйбәт был кешене алсаҡлыҡ пәрҙәһе артына йәшеренгән эгоизм һаҙлығынан тартып алыу мөмкинлеген таба алмай. Н. Мусин.
ЭГОИСЛЫҠ (эгоислығы) (Р.: эгоистичность; И.: egoism; T.: bencillik) и.
Эгоисҡа хас сифат; эгоизм. □ Эгоистичность, эгоизм. Ҡылыҡтағы эгоислыҡ. ■ Үҫ-мерлектән йәшлеккә кусер алдынан була торған эгоислыҡ тойғоһо ҡайһы берәүҙәрҙә самаларҙы ашып китә. М. Хужин.
ЭГОИСТ (эгоисы) [рус.] (Р.: эгоист; И.: egoist; T.: bencil, egoist) и.
Үҙен, үҙ мәнфәғәтен бөтәһенән өҫтөн ҡуйған кеше. □ Эгоист. / Эгоистичный; эгоистический. Эгоист булыу. Эгоист малай. V Эшкә ашмаған хыялдар, үтәлмәгән пландар йыш ҡына кешеләрҙе эгоист һәм туң күңелле итә. И. Абдуллин. Заһит эгоист бер бәндә икән бит, әйкәйем, — тип ишектән инеү менән Заһитты яманлай башланы [Миләүшә]. Ф. Әсәнов.
ЭГОИСТИК (Р.: эгоистичный; И.: selfish, egoistic; T.: bencil) с.
Эгоизм менән һуғарылған. □ Эгоистичный; эгоистический. Эгоистик ҡараш. ■ Әкиәттә төлкөнөң эгоистик маҡсатҡа хеҙмәт иткән аҡыл-зирәклеге һәм хәйләкәрлеге лә хупланмай. Ғ. Ҡунафин.
ЭГОТИЗМ [ингл. egotism < лат. ego ‘мин’] (Р.: эготизм; И.: egotism; T.: egotizm, benlikçilik) и.
Үҙең тураһында юғары фекерҙә булыу, үҙеңә ғашиҡлыҡ. □ Эготизм. Гешталът-психологияла эготизм. Эготизм темаһына мәҡәлә яҙыу.
ЭГОЦЕНТРИЗМ [лат. ego ‘мин’ + centrum ‘үҙәк’] (Р.: эгоцентризм; И.: egocentrism; T.: benmerkezcilik) и.
Үҙеңде ғаләм үҙәге итеп тойоу, башҡалар менән бөтөнләй иҫәпләшмәү. □ Эгоцентризм. Балаларҙа эгоцентризм күренеше.
ЭДЕЛЬВЕЙС [нем. Edelweifi < edel ‘яҡшы’ + weifi ‘аҡ’] (Р.: эдельвейс; И.: Edelweiss; T.: edelvays) и. бот.
Бик бейек тауҙарҙа ғына үҫә торған, ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, йөнтәҫ һабаҡлы, аҡ йондоҙ сәскәле тау үләне. □ Эдельвейс (лат. Leontopodium). Гималай эдельвейсы. Эдельвейс сәскәһе.
ЭҘ I (Р.: след; И.: trace; track; T.: iz) и.
1. Кемдер, нимәлер баҫҡан йәки үткәндән ҡалған билдә. □ След. Аяҡ эҙе. Тәгәрмәс эҙе. Кеше эҙе. Айыу эҙе. Арба эҙе. В Бына улар [Илдарҙар] яңы яуған ҡарҙа шыршы һымаҡ эҙ ҡалдырып, юғарыға менеп баҫтылар. Р. Байбулатов. Артында оҙон көмөш эҙ ҡалдырып, ҡапыл «йондоҙ атылды» ла шунда уҡ һүнде. Ә. Бикчәнтәев. Эҙ бөгөнгө түгел, ҡар ултырмаҫ борон уҡ ниҙер йөрөгән. Н. Мусин.
2. Тейгән, ҡағылғандан ҡалған билдә. □ След, отпечаток. Сыбыртҡы эҙе. ■ [Ре-мирҙың] ике беләгенең тешләнгән урындары ҡара янып сыҡҡан, һәр теш эҙе ап-асыҡ күренә. Т. Сәғитов. Буранбай иптәшенә ситтәренә майлы бармаҡ эҙҙәре төшөп ҡалған ҙур ҡағыҙ һуҙҙы. Ф. Әсәнов.
3. күсм. Кеше хеҙмәтенән, эш-хәл, ваҡиғанан тормошта, күңелдә ҡалған билдә; шауҡым. □ След, һуғыш эҙе. ■ Әммә йылдар уҙа — татлы хистең ҡалмай эҙе лә. Йылдар уҙа... Барыһы онотола. Р. Назаров. Кешеләр күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған ошо шанлы һәм ҡанлы дәүергә лә егерме йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән. Н. Мусин. Йөрәгендә тәрән эҙ, күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырған Казан менән хушлашып, Таһир Кусимов Баку ға, 77-се Әзербайжан тау-уҡсы дивизияһына китә. Р. Өмөтбаев.
4. күсм. Эш-тормош барышында алған йүнәлеш; юл. □ Путь, направление. ■ [һуғыш] тыныс тормошто икенсе эҙгә төшөрҙө. С. Агиш.
5. күсм. Юҡлыҡ күрһәткесе һәм ла киҫәксәһе менән килеп, ниҙеңдер бөтөнләй булмауын йәки юҡҡа сығыуын күрһәтә; әҫәр (II). □ След. Малайҙың эҙе лә юҡ. Эҙе лә ҡалмаған. В Һис эҙе лә ҡалмай, юҡҡа сығыр быуаттарҙың гүзәл емеше. Р. Ғарипов. Иртәнсәк Ағиҙел уянып китһә — Кариҙелдең эҙе лә юҡ, ти. Риүәйәттән.
♦ Эҙе<ң> булмаһын эргәнән ҡыуғанда, асыу менән әйтелә. □ Чтоб и следа не было.
120