ЭҘЛӘНЕҮСЕ
нимә ятыуын да ярайһы уҡ яҡшы белә [Гәҙелйән]. В. Исхаҡов.
3. Төрлөсә уйлау, уйланыу. □ Задуматься, размышлять, раздумывать. ■ Өс төрлө фекер тыуҙы. Быларҙың барыһы ла беҙҙең бөтә һуғыш буйына кисергән ауырлыҡтарҙан, эҙләнеүҙәрҙән тыуған фекерҙәр. Д. Юлтый.
ЭҘЛӘНЕҮСЕ (Р.: исследователь; И.: researcher; T.: araştırmacı) и.
Тикшеренеү үткәреүсе; тикшеренеүсе.
□ Исследователь; поисковик. Эҙләнеүсе-геолог. Эҙләнеүселәр ултырышы. Эҙләнеүселәр табышы.
ЭҘЛӘТЕҮ (эҙләт-) ҡ. йөкм. ҡар. эҙләү. понуд. от эҙләү. Кешенән эҙләтеү. ■ Кара-һаҡал Әләнйейәнғолдо саҡыртты, Хәсәнбәк-те йә Йәғәфәрҙе эҙләтеп сапҡын ебәрергә ҡушты. Б. Рафиҡов. Тимаш бай кешеләре ауылға килеп төшкәндәр, Алтынбайҙы эҙләтәләр, имеш. 3. Ураҡсин. Нәфисә ауылдан китмәҫ ине лә, артынан эҙләтеү ҡағыҙы килеп етте. Ш. Янбаев.
ЭҘЛӘҮ (эҙлә-) (Р.: искать; И.: seek; search; T.: aramak) ҡ.
1. Кемделер йәки ниҙелер табырға, урынын билдәләргә тырышып, төрлө ерҙе ҡарау.
□ Искать, подыскать. Кисеү эҙләү. Юл эҙләү. Юғалған алҡаны эҙләү. ■ Гөлкәй, госпиталде эҙләп, ҡалала оҙаҡ ҡына йөрөнө. Ғ. Аллаяров. Зәрҡум уйлап тормаған, бер йыланға әйләнеп, ярыҡ-маҙар юҡмы, тип сығырға юл эҙләгән. «Урал батыр». Бай көтөүселәрен күмәк кешеләр менән бергә йылҡыларын эҙләргә ебәрә. «Аҡһаҡ ҡола».
2. Нимәнелер булдырырға, нимәгәлер ирешергә тырышыу, шул маҡсатта эш алып барыу. □ Искать, подыскивать. Кәләш эҙләү. Эш эҙләү. ■ Фатир эҙләргә форсат ҡайҙа? Нурисламдың көнө-төнө диплом эше яҙыу менән мәшғүл сағы. Ә. Хәкимов. Хәбибулла заводҡа эш эҙләп килгәйне. Ж. Кейекбаев.
3. Ҡаҙылма байлыҡ табыу маҡсатында эш алып барыу. □ Искать, разведывать. // Поиск. Алтын эҙләү. Нефть эҙләү. ■ Алтынды ваҡ ҡомдар араһында эҙләйҙәр, киҫәкләп сыҡҡанының да күбеһе тыштан башҡа нәмә менән ҡапланған була. С. Агиш.
4. Уйлап асыҡларға, төшөнөргә, билдәләргә тырышыу. □ Искать, изыскивать. // Поиск. Сара эҙләү. Хәйлә эҙләү. М [Сәлимә] ҡапыл күңелен солғап алған .. көс еткеһеҙ ауыр һорауға яуап эҙләне. 3. Биишева. Ундай хәлдәргә осрап өйрәнмәгән ҡыҙ шунда уҡ хатаһын эҙләргә, формуланы ҡайтанан сығарырға кереште. Ә. Вәли.
♦ Йомортҡанан (йәки йөйһөҙ ерҙән) йөй эҙләү юҡ ғәйепте табырға тырышыу. □ Стараться найти изъяны, недостаток у кого, придираться к кому. ■ Шәһәрбаныу Кәлимәнең ошо яуабынан, йомортҡанан йөй эҙләгәндәй итеп, тауышын күтәрә биреп, төрткө телләнеп дауам итте. Һ. Дәүләтшина. Көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә тапмаҫһың бик һирәк була торған нәмә тураһында һөйләгәндә әйтелә. □ соотв. Днём с огнём не сыщешь кого, что. ■ Бындай яҡшы урынды, көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә, табып буласаҡ түгел. Һ. Дәүләтшина. Үҙгәрҙе хәҙер беҙҙең ауыл. Һалам түбәле өйҙәрҙе, ситән ҡоймаларҙы, ауып-түнеп ятҡан шаҡарма ҡапҡаларҙы көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә тапмаҫһың. Д. Бүләков. Сөй эҙләү ғәйеп табырға тырышыу. □ Стараться обвинить кого', искать доводы для обвинения. ■ [Нурислам — Фазылға:] Мин иләктән үткән кеше, юҡтан сөй эҙләйһең. Ә. Хәкимов. Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләү юҡ ғәйепте табырға тырышыу. □ Искать повод для придирок; придираться. ■ Көндәше Сәлиханан һис тынғы юҡ. Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләгән уҫал ҡәйнә кеүек, ул аҙым һайын бәйләнергә, әрләшергә генә тора. Ғ. Лоҡманов. Эҙләгәнен тапты (йәки тапҡан) тәртибе, тәрбиәһеҙлеге менән бәләгә тарығанда шелтәләп әйтелә. □ Что искал, то и отыскал. Эт менән эҙләһәң дә табып булмаҫ кемделер табыу мөмкин булмағанда әйтелә. □ И с собакой не сыщешь кого. ■ [Ҡыҙ — Сирайға:] Мин һеҙҙе эт менән эҙләһәләр ҙә таба алмаҫлыҡ ергә йәшерермен. И. Насыри.
ЭҘЛӘШЕҮ (эҙләш-) ҡ. урт. ҡар. эҙләү. взаимн. от эҙләү. ■ Ул арала һыйырҙарға туплау урыны эҙләшергә тип Шәрәфи янына барған Мәликә ҡайтып инде. Д. Исламов.
122