Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 123


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭҘӘРЛЕКЛӘҮ
Тауыштар тауҙарҙа сайҡалды, бер-береһен эҙләште, табышты. Р. Низамов. Ҡаршы ярҙа улән араһында буҙәнәләр бер-береһен эҙләшә. Б. Рафиҡов.
ЭҘМӘ-ЭҘ (Р.: последовательно; И.: consistently; T.: sırayla, art arda) р.
Тейешле тәртип менән, тейешле талапҡа, тәртипкә ярашлы рәүештә. □ Последовательно. Эҙмә-эҙ тормошҡа ашырыу. Я Юҡ, Хәбибулла хәтирәләргә бирелмәне, ул аңлы рәуештә уҙенең тормош йомғағын эҙмә-эҙ тағатып сыға белмәй. Т. Ғиниәтуллин. Ҡаты расписание, киҫкен приказдар эҙмә-эҙ утәлеп кенә торалар. Н. Ҡәрипов.
ЭҘМӘ-ЭҘЛЕ с. ҡар. эҙмә-эҙлекле. Я [Ҡеуәтов Ишбулдиндың сығышын] ошо яңы эштәр башланғандан бирле ике арала килгән аңлашылмау һәм куңелһеҙ хәлдәрҙең эҙмә-эҙле һәм логик уҫеше итеп, шуның шаҡтай юғары нөктәһе итеп ҡараны. Ә. Вәли.
ЭҘМӘ-ЭҘЛЕКЛЕ (Р /последовательный; И.: consistent; T.: art arda gelen) с.
Билдәле бер тәртипкә, системаға нигеҙләнгән, логик бәйләнеше булған. □ Последовательный. Эҙмә-эҙлекле рәуештә. Эҙмә-эҙлекле аңлатма. Эҙмә-эҙлекле фекер. ■ Назаров уҙенең ана шулай эҙмә-эҙлекле фекер йөрөтөуенән ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы һәм һуңғы һуҙҙәрен ҡысҡырып уҡ әйтте. Н. Мусин. Бында [колледжда], уҙ һәнәренең оҫталарын уҡытып сығарыу менән бергә, уларҙың куңел байлығын уҫтереу өсөн эҙмә-эҙлекле саралар курелә. «Ағиҙел», № 2, 2013.
ЭҘМӘ-ЭҘЛЕЛЕК (эҙмә-эҙлелеге) (Р.: последовательность; И.: sequence; Т.: art arda gelme) и.
Эҙмә-эҙлекле, бер тәртиптә булған хәл. □ Последовательность. Фекер эҙмә-эҙлелеге. Я Булектәрҙә һәм булексәләрҙә материалдар аңлайышлы, логик эҙмә-эҙлелектә, уҙ-ара бәйлелектә яҡтыртыла. Г. Гәрәева. Ваҡиғаларҙың логикаһыҙ сылбырында ла ниндәйҙер эске эҙмә-эҙлелек төҫмөрләнде. «Йәшлек», 19 ғинуар 2010.
ЭҘМӘ ЮЛ (Р.: заросшая тропинка; И.: overgrown footpath; T.: otlarla sarılmış patika) и. диал.
Үлән баҫҡан һуҡмаҡ. □ Заросшая тропинка. Эҙмә юлдан барыу. Урман аша эҙмә юл ғына утә.
ЭҘҺЕҘ (Р.: бесследно; И.: without a trace; tracklessly; T.: izsiz) р.
1. Билдәһеҙ рәүештә, бер ниндәй хәбәр-хәтерһеҙ. □ Бесследно; без следа. Эҙһеҙ юҡ булыу. Я Ике-өс көн элек кенә Әмир Ҡарамыштың утыҙлап һыбайлынан торған бер отряды эҙһеҙ юғалды. Р. Байымов.
2. Бер төрлө лә тәьҫир итмәй, йоғонтоһоҙ, һөҙөмтәһеҙ. □ Бесследно; безрезультатно. Тәнҡит эҙһеҙ ҡалманы. Я Билдәле, Ямаев-тың бындай сығыштары эҙһеҙ ҡалманылар. Б. Бикбай. Артабанғы ваҡиғалар Мәликә тормошонда эҙһеҙ юғалмаһалар ҙа, куңелен яҡты нур булып балҡытманылар. Т. Ғарипова.
ЭҘӘКЛӘҮ (эҙәклә-) (Р.: доносить; И.: report; convey; T.: ihbar etmek) ҡ. диал. ҡар. ошаҡлау.
Кеше өҫтөнән икенсе бер кешегә һүҙ еткереү. □ Доносить, ябедничать. Ҡуршене эҙәкләу. Эҙәкләргә яратыу. Эҙәкләп йөрөу.
ЭҘӘРЛЕКЛӘҮ (эҙәрлеклә-) (Р .: преследовать; И.: chase; T.: takip etmek, izlemek) ҡ.
1. Арттан ҡалмай ҡыуып барыу. □ Преследовать, неотступно следовать за кем. // Преследование; слежка. Эҙәрлекләп барыу. Я Буреләр һаман эҙәрлекләй. Ә. Әминев. Дошман сигенә башлағас, башҡорттар уларҙы тын алдырмай эҙәрлекләне. Я. Хамматов. Эҙәрлекләугә дусар ителгән Наполеон әрмеһе, ҡамауға ҡалмаҫ өсөн, ҡыҙыу-ҡыҙыу сигенә. Ф. Аҡбулатова.
2. Арттан ҡалмай күҙәтеү, һағалау. □ Преследовать, неотступно следовать за кем', следить, подстерегать. // Преследование; слежка. Эҙәрлекләп йөрөу. Һәр аҙымын эҙәрлекләу. Я Уға [болаға] ҡатнашы булған кешеләрҙе эҙләу, эҙәрлекләу эштәре ҡыҙҙы, хөкөм-язалар әҙерләнде. Ғ. Хөсәйенов.
3. кусм. Ирек бирмәй ҡыйырһытыу; йәберләү. □ Преследовать, подвергать гонению. Я Енәйәтсе ул Байрамғолов, ғумер буйы уҙенә оҡшамағандарҙы, усләшеп, эҙәрлекләп йөрөнө. Р. Байымов.
123