ЭҘӘРЛӘНЕҮ
4. кусм. Тынғы бирмәү, күңелде өйкәү. □ Беспокоить, не давать покоя. ■ Була бит шулай: кешене ғумере буйы ниндәйҙер бер төш эҙәрлекләй. Ә. Хәкимов. Ҡурҡытҡан һәм шул уҡ ваҡытта куңелен көйҙөрөп барған был уй, ни эшләптер, Зилараның башынан китмәне, уны эҙәрлекләне. X. Зарипов.
ЭҘӘРЛӘНЕҮ (эҙәрлән-) ҡ. төш. ҡар. эҙәрләү, страд, от эҙәрләү. Эҙәрләнгән кеше. ■ Баба ауылын төндә һуғышып алырға маташҡан контратакалары кире ҡағылып, немецтар ун километр самаһы эҙәрләнде. Я. Хамматов. [Ғәйнәләрҙең] куптәре эҙәрлә-неуҙән төньяҡҡа, тайга эсенә ҡасҡан. Ғ. Хөсәйенов.
ЭҘӘРЛӘТЕҮ (эҙәрләт ) ҡ. йөкм. ҡар. эҙәрләү, понуд. от эҙәрләү. Тынғы бирмәй эҙәрләтеу.
ЭҘӘРЛӘҮ (эҙәрлә-) ҡ. ҡар. эҙәрлекләү
1. М Дошманды эҙәрләусе частар ҡала аша көнө буйы ағылды ла ағылды. Ф. Иҫәнғолов. Ҡемдер, нескә генә һыҙғыра-һыҙғыра, артынан эҙәрләй, куҙәтә төҫлө ине. М. Кәрим. Ишек төбөнә еткәнсе уны [Сайраны] эҙәрләп килгән уйҙар, донъя мәшәҡәттәре, көндәлек ығы-зығы — барыһы ла онотолдо. Ғ. Хисамов.
ЭҘӘРМӘН (Р.: следопыт; И.: pathfinder, tracker; T.: izci) и.
Үткән тарих, ваҡиға һәм шуға мөнәсәбәтле кешеләр юлын тикшереп эҙләнгән кеше. □ Следопыт. ■ Был ҡаяла хазина йәшерелгән хәлдә лә, уны Әминә ише осраҡлы ғына кеше тугел, хатта тәжрибәле эҙәрмән дә табырлыҡ тугел ине. Р. Вәлиев. Нисәмә йөҙ эҙәрмән уҙен бер кешеләй тоялыр бындай тантаналы мәлдә, һәр марш куңелде елкендерә. Р. Низамов.
ЭЗБИЗ [рус. известь] (Р.: известь; И.: lime; calx; T.: kireç) и. хим.
Эзбизташ, аҡбур һәм башҡа карбонатлы тау тоҡомдарын яндырып эшкәртеү юлы менән алынған матдәләрҙең дөйөм исеме. □ Известь, извёстка. / Известковый. Хлорлы эзбиз. Эзбиз менән ағартыу. Яндырылған эзбиз. Эзбиз заводы. ■ Буяу һәм эзбиз еҫе аңҡып торған булмәләрҙе ҡарап оҙаҡ йөрөнө Исмәғил. Яр. Вәлиев. Ҡыҙҙар һис тә апты
рап тормай ғына ҡулдарындағы эзбиздәренә һыу өҫтәп болғатты ла эшкә кереште.
3. Ҡаҙаҡбаева.
ЭЗБИЗЛЕ (Р.: известковый; И.: lime; calcareous; T.: kireçli) с.
Эзбиз ҡатнаш. □ Известковый. Эзбизле ашлама. ■ [Мәмерйәнең] тубәһенән гел эзбизле һыу тамсылай. Д. Бүләков.
ЭЗБИЗЛӘНЕҮ (эзбизлән-) ҡ. төш. ҡар. эзбизләү, страд, от эзбизләү. Эзбизләнгән ер. Эзбизләнгән урсем. Өйҙөң стеналары эзбизләнгән.
ЭЗБИЗЛӘҮ (эзбизлә-) (Р.: известковать; И.: be limed; T.: kireç katmak) ҡ.
1. Эзбиз менән ҡатнаштырыу, эзбизле итеү. □ Известковать. // Известкование. Һаламды эзбизләп ашатыу. Эзбизләу технологияһы.
2. Эзбиз менән ашлау. □ Известковать.// Известкование. Тупраҡты эзбизләу. ■ Районда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр эрозияға дусар булғанлыҡтан, кисекмәҫтән эзбизләугә мохтаж. «Табын», 13 март 2013.
ЭЗБИЗТАШ (Р.: известняк; И.: limestone; T.: kireçtaşı) и.
Аҡ йәки һарғылт төҫтәге кальцитлы ултырма тау тоҡомо. □ Известняк. / Известняковый. Эзбизташ ҡатламы. ■ Эзбизташта ҡараһыу таптар куренә. Ә. Бикчәнтәев. Мәмерйәнең стеналары ла ҡаты тау тоҡомдарынан ғына тора, эзбизташ аралашҡан ерҙәре куренмәй. Н. Мусин.
ЭЗГЕРӘЙ (Р.: десятикопеечная старинная монета; И.: ten-kopeck ancient coin; T.: eski para) и. иҫк.
Ун тинлек боронғо тәңкә. □ Десятикопеечная старинная монета. Баҡсанан биш эзгерәй табып алдыҡ.
ЭЙ (Р.: эй; И.: hey!; Т.: һеу!, еу!) ымл.
1. Кемгәлер өндәшкәндә, мөрәжәғәт иткәндә әйтелә. □ Эй (употребляется при оклике, подзыве, обращении к кому-л.). Эй, һин кем? ■ [Егет:] Эй, кешекәй, һин кем? Нишләп саң борҡотоп йөрөйһөң бында? — тип һораған, ти. Әкиәттән. [Ағай:] Эй, малайҙар, атығыҙҙы артыҡ ҡыумағыҙ! Р. Ғабдрахманов. Эй, малай, ат алдына килмә,
124