Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 125


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЙЕ
хәҙер тапалаһың бит! — тип кусерҙең ҡысҡырырына ҡарамай, Азамат урәпсеп торған аттың теҙгененән тотто ла алды. Й. Мостафин.
2. Риза булмағанды, борсолоу, үкенеүҙе һ. б. белдерә. □ Эй, ну (употребляется при выражении негодования, сожаления и т.д.). Эй, тиҫкәре кешеһең дә! М [Вәсилә:] Эй, әсәй, Ғәҙилә апай атаһын да, әсәһен дә һуғыш ваҡытында юғалтҡан бит. Р. Ғабдрахманов. Эй, был ғумер! Аҡҡан һыуҙай, иҫкән елдәй утә лә китә икән! Р. Ғарипов.
3. Аптырау, ғәжәпләнеүҙе һ. б. белдерә.
□ Ой, ну (употребляется при выражении удивления, восхищения). Эй, куңелле! Эй, кон эҫе! Я Эй, иртән һыу өҫтөнән ишетелгән моң! И. Абдуллин. [Йәнғәли — Тимергә:] Эй, шағирҙар кеуек матур әйттең дә инде, уҙең-дә һуң баш! — тип, көҙгө ҡояш төҫлө йылмайып, тиҙ генә китеп барҙы. Р. Байбулатов. Эй, был тойғо ҡайһылай яҡын, таныш хәҙер Емешкә лә. 3. Биишева.
ЭЙ БУЛЫУ (эй бул-) (Р .: дать поручение; И.: give orders; T.: görevlendirmek) ҡ. диал.
Йомош биреү. □ Дать поручение. Курше малайына эй булыу. Эй булып тороу.
ӘЙГӘ КИЛТЕРЕҮ (әйгә килтер-) (Р.: перевоспитывать; И.: re-educate; reclaim; T.: yeniden terbiye etmek, yeniden eğitmek) ҡ. диал.
Яңынан тәрбиәләү. □ Перевоспитывать. Баланы әйгә килтереу. Әйгә килтереуе бик ауыр. Әйгә килтереп булмай.
ЭЙГӘЛӘК (эйгәләге) (Р.: качели; И.: swing; T.: salıncak) и. диал. ҡар. бәүелсәк.
Бәүелеп уйнай торған ҡулланма. □ Качели. Эйгәләктә бәуелеу. Эйгәләк эшләу.
ЭЙДЕРЕҮI (эйдер-) ҡ. диал. ҡар. эйәреү
1. Арттан эйдереп тик йөрөу.
ЭЙДЕРЕҮ II (эйдер-) (Р.: уговаривать; И.: persuade, talk into; urge; T.: ikna etmek) ҡ. диал. ҡар. күндереү 1.
Нимәгәлер өндәп ыңғайлатыу; ризалатыу.
□ Уговаривать, склонить, убеждать кого к чему. Йырларға эйдереу. Барырға эйдереу.
ЭЙҘЕРЕҮ I (эйҙер-) ҡ. йөкм. ҡар. эйеү I. понуд. от эйеү I. Ағасты эйҙереу. ■ Малай,
йугереп барып, Ғәйфулланы ҡосаҡланы, башын эйҙереп, битенән убеп алды. Ғ. Хисамов.
♦ Баш эйҙереү көс менән буйһондороу.
□ Подчинить, покорить. Я Береһенән-береһе уҙҙырып усләшеу, өҫтөнлөк алам тип, башҡаларҙы уҙенә баш эйҙерергә тырышыу — куптәр өсөн хас. Ғ. Ибраһимов. [Байбисә:] Юҡ, һабрау ҡустым, меңләгән халыҡты баш эйҙерәм тиһәң, йәлләу тойғоһон оноторға тура килә. Ә. Хәкимов.
ЭЙҘЕРЕҮ II (эйҙер-) (Р.: припускать молоко (у коровы)', И.: let out milk; T.: sütün indirilmesini sağlamak için ineklerin süt bezlerini uyarmak) ҡ.
Һауын малдың һөтөн төшөртөү. □ Припускать молоко (у коровы). Я Айбикә .. биш һыйырҙы быҙауҙары менән эйҙереп һауып алды. Һ. Дәүләтшина. Уны [һыртаҡ һыйырын] Хәмиҙә әбей быҙауы менән эйҙереп һауҙы ла киске урешкә ҡыуҙы. Я. Хамматов. һыйырҙың имсәктәрен кунәк ситенә яҡҡан май менән майлап эйҙергән ыңғайға, имсәк осонан кунәккә тамған һөт тамсылары: «Һау! Һау!» — тип тауыш биргәндәр, ти. «Ҡуңыр буға».
ЭЙЕ I (Р.: да; И.: yes; T.: evet) мөн.
1. Кеше һүҙен хуплағанды, раҫлағанды белдерә. □ Да, конечно (употребляется при одобрении, утверждении высказывания собеседника). Эйе шул. Эйе, дөрөҫ. Эйе лә. Я Сәлих, аҙ ғына башын кутәреп, ҡолаҡ һалды: эйе, кешеләр, ирҙәр тауышы. С. Агиш. [Фәнис:] Эйе, Нәсимә Хәмитовна, Ринаттың бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ. Р. Байбулатов. Эйе, минеке, — тине Ҡаҙнабаев, баш тартыу ахмаҡлыҡ икәнлекте аңлап. Д. Бүләков.
2. һөйл. Нимәгәлер ышанып етмәүҙе, ҡаршы килгәнде, нимәнелер кире ҡаҡҡанды һ. б. белдерә. □ Ну да (выражает недоверие, несогласие). Эйе, килде ти! Эйе, барған ти! Эйе, һин генә ҡалғайның!
3. Һүҙ башында фекерҙе, һығымтаны нығытыр өсөн ҡулланыла. □ Да (используется при подведении итогов каких-л. размышлений). Я Эйе, иҫ киткес йәмле ине тирә-яҡ! Ә. Байрамов. Эйе, яҙмыш уға [Юламанға I мөхәббәттең диңгеҙҙәй тәрәнен, тау йылғаһындай ташҡынын, яҙғы куктәй
125