ЭЙЕНДЕ
эйелгән баштар аша Зарифа алыҫтараҡ торған ике ир кешене курҙе һәм береһен танып алды. Ғ. Аллаяров. • Эйелгән башты ҡылыс сапмаҫ. Мәҡәл.
3. Ниндәйҙер ауырлыҡ һөҙөмтәһендә урта ерҙән аҫҡа бөгөлөү, һығылыу. □ Прогибаться, ломиться. Иҙән таҡтаһы эйелеп төшкән. М Ағастар уҙәктәре менән ҡуҙғалалар, ботаҡтары эйеләләр. Ж. Кейекбаев. Ул [Шәйхи] эйелгән башаҡтар өҫтөнән ураҡ тештәренә оҡшаған ҡытыршы усын йөрөттө. X. Ғиләжев. Атайымдың иҙәне баҫҡан һайын эйелә. Сеңләүҙән.
4. кусм. Түбәнселек күрһәтеү; бил бөгөү. □ Прогнуться перед кем, услужить, выслужиться, угождать. М [Рәхимә — Айбулатҡа:] Ул [Ныязғол] уҙенең ыңғайына тороп, уҙенә эйелеп килгәндәрҙе ярата шул. Һ. Дәүләтшина.
ЭЙЕЛМӘЛЕ (Р.: склоняющийся; И.: reclinate; T.: eğik) с.
Бөгөлөп аҫҡа һалынған. □ Склоняющийся, сгибающийся. В Арыш һабаҡтары оҙон сәнскеле ялпаҡ башаҡтарын елдә еңелсә һелкетеп, бөтә баҫыу өҫтөндә эйелмәле, бөгөлмәле ҙур тулҡын барлыҡҡа килтерә. С. Ильясов.
ЭЙЕЛТЕҮ (эйелт-) (Р.: клонить; И.: bend; bow; T.: iğmek, eğmek) ҡ.
1. Аҫҡа бөгөлдөрөү; һығылдырыу. □ Клонить, наклонять, нагибать, пригибать. Муйылды эйелтеу. ■ Буран ваҡытында йушэ эйелткэн ағастар шартлап һынғанын ишеткәндә, саптар ҡолағын ҡайсылап, фырыш-бырыш танауын турһылдата. Н. Мусин. Ҡулдарын ирҙәрсә артҡа ҡайырып, мөһабәт кәуҙәһен тотош алға эйелткән Таиба әбей баҫалҡы ғына тауыш менән бер һуҙҙе ҡабатланы. 3. Биишева.
2. Ауырлыҡ арҡаһында аҫҡа табан һалындырыу, бөгөлдөрөү. □ Прогибать. ■ Талха кисләтеп кенә, арба билен эйелтеп, Ғөмәр ауылы тирмәненән ҡайтып килә ине. Ж. Кейекбаев.
ЭЙЕЛТМӘ (Р.: пружина; И.: spring; Т.: zemberek) и. диал. ҡар. һиртмә.
Тартҡанда һуҙыла һәм кире ҡайта торған һуҙылмалы нәмә; сиртмә. □ Пружина, рес
сора. Сәңгелдәктең эйелтмәһе. Эйелтмәһе бушаған.
ЭЙЕЛТМӘК (эйелтмәге) (Р.: кресло-качалка; И.: rocking chair; T.: salıncaklı koltuk) и.
Алға-артҡа бәүелеп ултырыу өсөн аҫтына ярым түңәрәк табан ҡуйылған ултырғыс.
□ Кресло-качалка. Эйелтмәк эшләу. Эйелтмәктә ултырыу.
ЭЙЕЛӘҮ (эйелә-) (Р.: поддакивать; И.: say ditto to; assent; T.: evetlemek) ҡ.
һүҙен хуплап, «эйе» тип тороу. □ Поддакивать. Эйеләп кенә тороу, һәр һуҙенә эйеләу.
ЭЙЕМЕ (Р.: да ведь; И.: is it?; isn’ti?; T.: değil mi) киҫ.
Хуплауҙы, ҡеүәтләүҙе һорап мөрәжәғәт иткәндә әйтелә. □ Да ведь; так, так ведь, не так ли (частица, употребляется при желании получить одобрение своей мысли или действий со стороны собеседника). ■ Бөгөн бутҡа, ысындан да, тәмле, эйеме? — тип Фәриттән дә уҙенең һуҙҙәрен дөрөҫләтә [Зәлифә]. Ф. Әсәнов. [Әсғәт:] Тимергә тимерҙе һуҡһаң, сыңлай бит, эйеме. Шул — тимерҙең илау ы була инде. М. Кәрим.
ЭЙЕМЕК (Р.: вогнутый; И.: concave; Т.: içbükey) с. һөйл.
Аҫҡа эйенке. □ Вогнутый. Эйемек билле бейә. Эйемек билле булыу.
ЭЙЕНДЕ (Р.: остаточное молоко в вымени в конце дойки; И.: residual milk; T.: sağım sonunda süt bezlerinde kalan süt) u.
һауғандан һуң, елен төбөндә ҡалған һөт.
□ Остаточное молоко в вымени в конце дойки. ■ [Ҡорбанбикә] куҙҙәрен ҡабаҡтары аҫтына йәшергән нәҙекәй ҡыҙға бер һирпелеп ҡараны ла һыйырының эйендеһен һауы-уында булды. Т. Ғарипова. Бер аҙ эйендеһен ҡалдырып, һауылған бейәләрҙе туҙемһеҙлә-неп көткән ҡолондары янына индерә торалар [һауынсылар]. И. Ноғманов. Тимербикә .. быҙауҙы бауҙан ыскындыра һәм, эйендеһен имеп ҡуйһын өсөн, инәһе эргәһенә ебәрә. Н. Мусин. [Һөттәр:] Эйендемде һау, һау, тоҙ ялатып һау, һау, һуҙем бөтмәй, һау, һау! «Ҡуңыр буға».
127