эйә
эйгән тауышҡа Зәкиҙең арттан килгәнен дә шәйләмәй ҡалды ул [Нәсимә]. Р. Байбулатов.
ЭЙЕҮ III (эй-) (Р.: катиться; И.: roll; trundle; bowl; T.: kaymak) ҡ.
1. Һарҡыу йәки тайғаҡ урындан шыуыу. □ Катиться, кататься. Тауҙан эйеу. Эйеп төшөү. ■ Һырғалаҡ юлдан шәп эйә санам. А. Игебаев. [Тәмбәровтың] донъя ғәмен онотоп, .. малай булып, тауҙан һырғалаҡ эйгеһе килде. Ш. Янбаев.
2. Бер яҡтан икенсе яҡҡа сайҡалыу; бәүелеү. □ Качаться. Сәңгелдәктә эйеу. Эйеп тороу. Эйергә яратыу.
3. һөйл. -п формаһындағы хәл ҡылымға эйәреп, билдәле бер яҡҡа йүнәлткәнде белдерә; ебәреү. □ Отправить. Малайға биреп эйеу. Ҡалаға ҡайтарып эйеу.
4. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында, эш-хәлдең ҡапыл башланыуын белдергән ҡушма ҡылым яһай; ебәреү. □ Начинать. Илап эйеу. Яңылыш әйтеп эйеу. ■ Ултыра ла торғас, йырлап эйҙем йөрәккәйҙәрем янып барғанға. Халыҡ йырынан.
ЭЙЕҮ IV (эй-) (Р.: размокать (о коже)', И.: soak (of skin)', T.: sepilemek) ҡ. диал. ҡар. ейеү II.
Ебеп йомшарыу. □ Размокать (о коже), преть. Тире ямғырҙа эйей. Иләнмәгән тире эйей.
ЭЙЕҮ V (эй-) (Р.: складывать (в кучу)', И.: stack; fold; T.: yığmak) ҡ. диал. ҡар. өйөү.
Бер төрлө нәмәләрҙе бергә йыйып, өйөм яһау. □ Складывать, слагать, собирать (в кучу). Бесән эйеу. һалам эйеу. Утын эйеу.
ЭЙФОРИЯ [гр. euphoria ‘ярһыу’] (Р.: эйфория; И.: euphoria; T.: eyfori) и.
Тәбиғи булмаған, нигеҙһеҙ күтәренке кәйеф. □ Эйфория. Эйфорияға бирелеу. М [Стригунков] ресторандағы ике-өс рюмка вискиҙан һуң тамам эйфорияға бирелә, ҡәнәғәт йылмая башлай, вайымһыҙ ҡарашы менән курше өҫтәлдәрҙе ҡапшарға керешә. Ш. Хажиәхмәтов.
ЭЙҺЕНЕҮ (эйһен-) (Р.: задерживать молоко при доении; И.: hold milk during milking; T.: ineğin sütünü tutması) ҡ. һөйл.
һөттө бирмәй туҡтатыу (һауын малға ҡарата). □ Задерживать молоко при доении. Оҙаҡ һауһаң, һыйыр эйһенә. ■ Ҡыҙҙарҙың «һыйырҙарыбыҙ өркөп эйһенә» тип был сәғәттә кеше килгәнде яратмауын белгәнгә, ул [Ҡотлобаев] аҙбарға кереп торманы, ял бүлмәһенә табан атланы. Ә. Хәкимов.
ЭЙӘ (Р.: владелец; И.: owner; T.: sahip, iye) и.
1. Нимәнелер үҙ ҡарамағында үҙ милке итеп тотҡан кеше; хужа. □ Владелец, обладатель чего-л.', владетель; собственник, хозяин. Йорт эйәһе. Баҡса эйәһе. V Ни тиклем тәкәббер булмаһын, айғыр эйәһенә һәр ваҡыт тоғро хеҙмәт итә. Ф. Иҫәнғолов. Дуҫбайҙың эйәһе Шәйхетдин һуғыш башланған айҙа уҡ фронтҡа алынды. С. Ильясов. Заятуләк көҙгөгә ҡараһа, .. Ҡарағас тауы башында эйәһен һағынып көтөп торған Ҡук толпарҙы күрә. «Заятүләк менән һыуһылыу». • Эт һимерһә, эйәһен тешләй. Мәҡәл.
2. Нимәнелер алырға тәғәйен кеше. □ Адресат, получатель. Ш [Почтальон] ҡайһы бер хаттарҙы эйәһенә еткермәй, кеҫәһенә лә тыға ине, шикелле. С. Агиш. Тик хаттар ғына, боролмалы фронт юлдарынан эйәләрен эҙләп, бик оҙаҡ килде әле. Ә. Байрамов. Ҡеҫәләге хат тишеп сығып килгән кеуек тойолдо, шулай ҙа ул [Вәлит] уны эйәһенә бирмәне. И. Ғиззәтуллин.
3. Нимәнелер үҙ хөкөмөндә тотҡан кеше; башлыҡ. □ Глава, правитель. М Ниндәй генә халыҡта турәләр алдында яҡшатланыусылар, власть эйәләренә ярарға тырышыусылар, карьера, байлыҡ, йылы урын артынан ҡыуыусылар осрамай? А. Мағазов. Йософ ҡулын күтәреп доғаһын ҡылды, Халиҡ тарафынан доға ҡабул булды, ул балыҡтың аҙаҡ ике улы тыуҙы, икеһе лә дәүләт эйәһе булыр имде. «Ҡиссаи Йософ».
4. Нимәгәлер һәләте булған йәки ниндәйҙер һәнәргә, дәрәжәгә, сифат яғынан үҙгәрешкә һ. б. ирешкән кеше. □ В составе сложных слов означает обладателя какого-л. чина, профессии. Аҡыл эйәһе. Ҡәләм эйәһе. Белем эйәһе. М Ата-баба күрмәгән эш — Юламановтар затынан бер ғилем эйәһе сыға лабаһа! Яр. Вәлиев. Айҙар һәнәр эйәлә
129