Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 130


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЙӘ БУЛЫУ
ренә генә хас бер ентеклелек менән уҙ эшен тағы бер ҡат тикшереп сыҡты. М. Кәрим.
5. миф. Халыҡ ышаныуынса, бер нәмәгә баш булған мифик зат. □ Входит в состав названий сказочных, мифических существ. Урман эйәһе. Мунса эйәһе. ■ [Барсын:] Төшкәндә бер-ике бөртөк сәсеңде өҙөп һыуға һал, эйәһе тотмаһын, — тинем [Ямал] киленгә. һ. Дәүләтшина. Һәр төрлө юҡ-бар хөрәфәттәргә ышана: ҡара бесәй юлын киҫһә — шомға ҡала, һис булмаған ен-пәрейҙәрҙән, өй эйәһенән, һыу инәһенән — әллә нәмәләрҙән шөрләй ине ул [Сәуиә]. В. Исхаҡов.
6. грам. Һөйләмдең башҡарыусыны белдергән баш киҫәге. □ Подлежащее. Бер составлы эйә. Эйә функцияһын утәу. К [Уҡытыусы:] Емеш, тор. Таҡталағы һөйләмде уҡы ла эйә менән хәбәрҙе әйтеп бир. 3. Биишева.
♦ Гүр (йәки ҡәбер) эйәһе булыу донъянан китеү, үлеү. □ Умереть. ■ Ҡарт киткән, гур эйәһе булған. Т. Ғарипова. Атайыбыҙ, март аҙағында беҙҙән айырылып, гур эйәһе булды. С. Агиш. Йән эйәһе һәр төрлө тереклек. □ Живое существо. К Шул саҡ ул [Нур] юл аша алпан-толпан атлап сығып барыусы йоҙроҡ саҡлы йән эйәһен куреп ҡалды. И. Абдуллин. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе еренә еткермәй, арлы-бирле эшләгәндә әйтелә. □ соотв. Спустя рукава. ■ [Йәләлетдинов:] Был монтажсылар менән ер аҫты ремонтсылары, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип кенә йөрөйҙәр инде. Р. Солтангәрәев. Хәбәр (йәки һүҙ) эйәһе менән йөрөмәй хәбәр, һүҙ тиҙ тарала, ә сығанағын белеүе ҡыйын тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ букв. У слухов нет хозяина. Эшем эйәһе үҙ мөмкинлеген юғары баһалап та эшен эшләй алмаған, булдыҡһыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Тоже мне работник. К Ғәлим, ғәҙәтенсә, ҡабалана ине, шуға ла һуҙ-ҙе эшем эйәләренә хас ҡыҫҡа һәм аныҡ тотто. Н. Алсынбаев. [Фатима - Талха тураһында:] Был быжырҙың .. ҡыҫылмаған ере юҡ, йөрөй эшем эйәһендәй булып, һөмһөҙ. Ж. Кейекбаев.
ЭЙӘ БУЛЫУ (эйә бул-) (Р.: быть, стать хозяином кого, чего', И.: become the master; T.: sahip olmak) ҡ.
1. Кемделер йәки нимәнелер үҙеңдеке тип һанау; хужа булыу. □ Быть, стать хозяином кого, чего. Атҡа эйә булыу.
2. Берәй эш-һөнәрҙе үҙләштереү, ниндәйҙер сифатты үҙеңдә булдырыу. □ Овладеть. Бер нисә һәнәргә эйә булыу. Хөрмәткә эйә булыу. Я Фәнил төплө белемгә эйә булырға ынтыла. Р. Камал. Һәр өсөнсө хирург диссертация яҡлап, ғилми дәрәжәгә эйә булырға хыяллана. Д. Бүләков.
ЭЙӘК (эйәге) (Р.: подбородок; И.: chin; T.: çene) и.
Кешенең аҫҡы яңағының йомроланыбы-раҡ торған алғы сығынҡы өлөшө. □ Подбородок, / Подбородочный. Осло эйәк. Эйәк аҫты. Эйәккә таяныу. ■ Ишбулды кугәреп ятҡан Урал тауҙары яғына эйәге менән ымланы. Ғ. Аллаяров. Шакиров, эйәген сөйә биреп, йылмайып ҡуйҙы. Ә. Байрамов. Уның [әҙәмдең] йөҙ-сырайы ҡаҡ һөйәккә ҡалып, эйәк осонда бер-ике бөртөк ап-аҡ һаҡалы ғына тырпайып тора ине. «Зөһрә менән Алдар».
♦ Эйәк атыу (йәки ҡағыу) 1) ымлап, ишара яһау. □ Кивать головой, указывая на кого, что. ■ Хан Әлмирйәндең купте беле-уенә аптыраған: вәзиренә ҡарап, эйәк атып ҡуйған. Әкиәттән. Аяғөҫтө торған әмирҙең эйәк ҡағыуынан уҡ хужаһының теләген аңлап, Ҡаратай уны кейендерергә кереште. Ә. Хәкимов; 2) һуңғы һулыш хәрәкәте; үлеү, йән биреү. □ Отдать душу, умереть.
ЭЙӘКЛӘҮ (эйәклә-) ҡ. диал. ҡар. эйәләү. Был эт өйгә эйәкләне лә китте бит.
ЭЙӘКЛӘШЕҮ (эйәкләш-) ҡ. диал. ҡар. эйәләшеү. Балалар бер-беренә тиҙ эйәкләш-те. Эйәкләшеп барыу. Ауыр эйәкләшеу.
ЭЙӘКСЕН (Р.: вышитая подвязка для платка-покрывала; И.: embroidered lace for a kirchiet; T.: başörtüsünün nakış ile yapılmış bağı) и.
Ҡушъяулыҡты эйәк аҫлап эләктереү өсөн сигеп йәки тәңкә баҫып таҡҡан бау. □ Вышитая подвязка для платка-покрывала. Эйәксен бәйләу. Эйәксене өҙөлгән.
130