ЭЙӘЛӘҮ
өлөш сыға. Г. Ғиззәтуллина. Үҙең эйәләтмәһәң, яттар эйәләмәй ул. Халыҡ йырынан.
2. Берәй урынды төйәк итеп алыу, шунда килеү йәки урынлашыу. □ Приживаться, осваиваться, обосноваться. Эйәләп алыу. ■ [Тауҙың] өҫтөнә эйәләгән ҡарҙарҙың, яҙ башланыу менән иреп, .. тубән ашҡыныу ы мөһабәт тауҙың битләуен .. әбейҙәр бите кеуек итеп сирыштырып бөтөргән. Ғ. Дәүләтшин. • Сей ергә себен эйәләй. Мәҡәл.
3. диал. Кемделер үҙ итеп, ныҡ яҡын күреү; яратыу. □ Любить, һеңлеңде бер кеше эйәләне.
4. миф. Ен-шайтандарҙың кешегә йәки бер нәмәгә эҫенеп, китмәҫ булыуы. □ Привязываться (о нечистой силе). Бисура эйәләгән. Ен эйәләгән кеше. ■ Тыныс һаҙға шайтан эйәләй, тиҙәр. Д. Бүләков. Хатта уны [Фатиманы] хыялый булған, енләнгән, ен эйәләгән, .. имеш, тип һөйләп сығарҙылар. Ж. Кейекбаев.
ЭЙӘЛӘҮ II (эйәлә-) (Р.: заваливаться; И.: tumble down; T.: düşmek, yıkılmak) ҡ. диал. ҡар. өйәҙәү.
Салҡан әйләнеп, тора алмай аҙапланыу (малға, ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Заваливаться, опрокидываться (о лошадях и птенцах домашних птиц, когда они, повалившись, не могут встать). Бәпкә эйәләгән. Эйәләп, тора алмай ятыу.
ЭЙӘЛӘШЕҮ (эйәләш-) (Р.: привыкать; И.: get used; accustom; T.: alışmak) ҡ.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер өйрәнеп, күңел биреп, яҡынлау; эҫенеү, эйәләү. □ Привыкать к кому, чему, чувствовать привязанность к кому, чему', свыкаться с кем, чем. Бер-беренә эйэлэшеу. ■ Рауза бик оҙаҡ Бикмәткә эйәләшмәй йөҙәне, уға аптырап, шикләнеп ҡараны. С. Агиш. Һуңғы ваҡытта Усман Зенцовтарға уғата ныҡ эйәләшеп китте. В. Исхаҡов. Ошо ваҡыт эсендә Са-жидә менән Миңлегөл бер-береһенә ныҡ ҡына эйәләшергә өлгөрҙө. Н. Мусин.
2. Кемгәлер ныҡ өйрәнеү, танып өркмәй башлау (хайуандарға ҡарата). □ Приручаться, привязываться. Кулға эйәләшеу. Тай эйәләште. ■ Ерәнсәй уға [Рәшиҙәгә] шул тиклем эйәләште, хужаһын әллә ҡайҙан
танып тора. Ғ. Аллаяров. Яратты шул быҙауҙы Тимербәк, уныһы ла малайға ныҡ эйәләште. Б. Ноғоманов.
3. Ниндәйҙер шартҡа, хәлгә күнегеү; өйрәнеү. □ Свыкаться, приживаться, притерпеться, акклиматизироваться, адаптироваться. М Әҙерәк куҙ эйәләшкәс, ишек яҡ стена буйындағы яңғыҙ партаға барып ултырҙы [Емеш]. 3. Биишева. Мал ғына ҡайҙа ашау арыу — шунда эйәләшә, әҙәм балаһын, әллә ни эшләп, тыуған тупраҡҡайҙар, тәҡәт бирмәй, тарта ла тора. Ф. Иҫәнғолов.
4. Нимәгәлер әүрәп, берәй урынды төйәк итеү, шунда килеү йәки урынлашыу; эйәләү. □ Осваиваться, обживаться, приживаться. Яңы урынға эйәләшеу. ■ Кала башта ят булып тойолһа ла, Солтан уға тиҙ эйәләште. Ә. Байрамов. Әминә дөрөҫ әйтә, Ғәлиәхмәт ҡалаға эйәләшеп китә алманы. Р. Байымов. Ҡура бурәнәләренең серегенә бал ҡорттары эйәләшкәндәр икән. Әкиәттән.
5. миф. Ен-шайтандарҙың кешегә йәки бер нәмәгә эҫенеп китеүе, эйәләүе. □ Привязываться, вселяться (о нечистой силе). Албаҫты эйәләшкән. Шайтан эйэлэшеу. ■ Шул хазиналарға, оҙаҡ ваҡыт уткәс, ендәр эйәләшкәндәр. М. Ғафури. Тауҙың дәл тубә-һенә әллә ни замандарҙан бирле ниндәйҙер бер әулиә эйәләшкән дә нисәмә йөҙ йылдарҙан бирле шунда йәшәп килә. Ғ. Дәүләтшин.
ЭЙӘЛӘШТЕРЕҮ (эйәләштер-) (Р.: привадить; И.: endear; conciliate; prepossess; T.: alıştırmak) ҡ.
1. Үҙеңә ылыҡтырыу, эҫендереү. □ Привадить, приручить, привязать, внушить привязанность, расположить к себе. Бала-сағаны уҙеңә эйәләштереу. в Айбулат, атаһының уны шулай һындырырға, ҡулға эйәләштерергә маташыуын тойоп, был йәмһеҙ уйынға ҡатнашыуҙан тайшана килде. Г. Ғиззәтуллина. • Эйәләштереу — илсенән, ялҡытыу — яусынан. Мәҡәл.
2. Әүрәтеп үҙеңә, берәй нәмәгә йәки урынға эҫендереү; эйәләтеү (мал-тыуарға ҡарата). □ Приучать, приручать, одомашнивать. Малды тоҙға эйәләштереу. Ҡулға эйәләштереу. Этте эйәләштереу. М [Фәһим] ята торғас, ҡоштарҙы эйәләштереп бөттө
132