Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 133


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЙӘРЕҮ
уҙенә: турғайҙар уның ҡулынан ем супләр булып китте. И. Ғиззәтуллин. Яу сабырға ла яратҡан был турә, бигерәк тә тарпандар аулап, шуларҙы ҡулға эйәләштереу менән мауыҡҡан. Б. Рафиҡов.
3. миф. Ен-шайтанға эйәләшергә, эйәләп алырға ирек, мөмкинлек биреү. □ Вселять, привязывать (о нечистой силе). Бисура эйәләштереу. Шайтан эйәләштереу.
ЭЙӘН (Р.: внук; И.: grandson; T.: torun) и. диал. ҡар. ейән.
Ҡыҙыңдың йәки улыңдың улы. □ Внук. Оло эйәне. Эйәндәре ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Эйәнде ҡарап уҫтереу.
ЭЙӘНСӘР(Р .: внучка; И.: granddaughter; T.: kız torun) и. диал. ҡар. ейәнсәр.
Ҡыҙыңдың йәки улыңдың ҡыҙы. □ Внучка. Эйәнсәре һыу ташый. Яратҡан эйәнсәре.
ЭЙӘНӘК (эйәнәге) (Р.: падучая болезнь; И.: epilepsy; T.: epilepsi, sara) и. диал. ҡар. өйәнәк 2.
Аңын юғалтып, тартыштырып, ҡапыл йыға торған ауырыу. □ Падучая болезнь, эпилепсия. Эйәнәге ҡуҙғалыу. Эйәнәге тота башланы.
ЭЙӘР I (Р .: седло; И.: saddle; T.: eyer) и.
1. Һыбай йөрөү өсөн менге малдың һыртына һала торған ҡулайлама. □ Седло. / Седельный. Ир-ат эйәре. Катын-ҡыҙ эйәре. Эйәр ҡашы. Эйәр мендәре. Эйәр һалдырыу. ■ Аты, эйәре, йугәне һарайҙа әҙер ине уның [Закирҙың]. 3. Биишева. Ҡыйыу егет, бынан нисек утергә икән, тип оҙаҡ уйлап та тормай, эйәренең айылын бушатып, йылға ағышына табан төшөп тә китә. «Ҡуҙый-күрпәс». • Яман эйәрҙән яйҙағым яҡшы. Мәҡәл.
2. миф. Ҡурсалау, һаҡлау көсөнә эйә булған әйбер. □ Седло (мифологизированный предмет, имеющий обережную силу). ■ Бесәндә атайым баш осона эйәр, дуға һалып йоҡларға ҡуша ине. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ЭЙӘР II (Р.: ручей; И.: stream; rivulet; T.: dere, çay) и. диал. ҡар. гөрләүек.
Яҙ көнө ҡар иреүҙән йәки көслө ямғырҙан барлыҡҡа килеп, шаулап аҡҡан һыу. □
Ручей (после дождя и от таяния снега). Эйәрҙәр гөрләп аға.
ЭЙӘРЕҮ (эйәр-) (Р.: идти; И.: follow; Т.: takip etmek, izlemek) ҡ.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер артынан хәрәкәт итеү. □ Идти, следовать, последовать, пойти (или поехать) следом за кем-л., чем-л. Эйәреп йөрөу. Эйәреп килеу. Я Данир һаман да ныҡышып еңенән тартҡан Заһит артынан эйәрҙе. Яр. Вәлиев. Сажиҙә ҡаршылашып торманы, Хәнифә артынан бер һуҙһеҙ эйәрҙе. И. Ғиззәтуллин. Берҙән-бер көндө Һарыбай, бабайға эйәреп, урманға барған. Әкиәттән. • Ат аҙғыны тайға эйәрер. Мәҡәл.
2. кусм. Эштә, тормошта кемгәлер ҡарап эш итеү. □ Подражать; следовать примеру. Алдынғыларға эйәреу. М Сәрбиямал, ауылдың бутән байҙарына эйәреп, ҡалаға ит, он алып барып һата. 3. Биишева. Эсерҙарға эйәреп, һин хаталанаһың, Хоҙайбирҙин, — тине Баһау, Шәһиттең уйҙарын булдереп.
В. Исхаҡов. Эйәрһәң дә кеше артынан, белеп эйәр, эйәреуҙән шул ваҡытта файҙа тейәр. М. Аҡмулла.
3. Йыр йәки көйҙө башлап ебәреүсегә ҡушылыу. □ Сопровождать, аккомпанировать. // Сопровождение, аккомпанирование. Йырға эйәреп уйнау. М Катюша, ҡулдарын ҡаушырып, ҡыуыш мөйөшөнә текәлгән дә, .. донъяһын онотоп, йырсыға эйәреп йырлай. Д. Исламов.
4. грам. Берәй һүҙ йәки һөйләмдең икенсе һүҙ йәки һөйләмгә буйһоноуын, бәйлә-неүен күрһәтә. □ Следовать, подчиняться. Исемгә эйәреп килгән ҡылымдар.
5. миф. Төрлө яман мифик заттарҙың кешенең артынан йөрөүе. □ Следовать (о нечистой силе). М Ен-шайтан кешегә эйәреп өйгә инә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Күҙ эйәрмәү тиҙ хәрәкәт итеүен, эшләүен ҡарап, күҙәтеп өлгөрөп булмау. □ Делать что-л. ловко, проворно. S Төндә бер кеше килә лә бының сыҡҡан игенен тегендә кусереп ултырта, куҙ эйәрмәй бының эшенә. Әкиәттән. Айһылыуҙың .. бармаҡтарының йөрөшөнә куҙ эйәрмәй. 3. Биишева, һүҙ эйәрә һүҙ китеү (йәки сығыу) һөйлә
133