ЭЙӘРТЕҮ
ЭЙӘРТЕҮ (эйәрт ) (Р.: брать с собой; И.: take with; T.: yanına almak) ҡ.
1. Ҡайҙалыр барғанда үҙең менән бергә алыу, бергә йөрөтөү. □ Брать, взять с собой, вести за собой. Малайҙы эйәртеү. Я Сәлих аҙ-маҙ ҡапҡыланы ла, Вәсимәне эйәртеп, Сү-гәтә тауға менеп китте. С. Агиш. Ҡыҙрас, кәләшен эйәртеп, батшанан башҡа сығып китә. Әкиәттән. Заятүләк: «һыуһылыуҙы ҡырҡ көн тулғансы килеп алырмын әле», — тип уйлай ҙа, ғәскәрҙе эйәртеп, хан йәйләүенә юл тота. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. Барған, киткән кеше менән бергә оҙатыу. □ Отправлять вместе с кем. Ҡешегә эйәртеү. Эйәртеп ебәреү. Я [Ныязғол] арыу өй һалып, бер-ике баш мал эйәртеп сығарыр, .. тигән төрлө өмөттәре бушҡа сыҡты. Һ. Дәүләтшина. Ата-әсәһе Таңдысаны кейәү йортона бер ҡуңыр буға эйәртеп оҙата. «Ҡуңыр буға».
3. гром. Мәғәнәүи йәки грамматик яҡтан бәйләү. □ Подчинять. // Подчинение чему. Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә эйәртеү.
ЭЙӘРТЕҮЛЕ (Р.: подчинительный; И.: subordinating; T.: tamlayan) с. грам.
Мәғәнәүи йәки грамматик йәһәттән буйһоноулы. □ Подчинительный. Эйәртеүле бәйләнеш. Эйәртеүле ҡушма һөйләм.
ЭЙӘРТМӘ (Р.: шафер; И.: best man; T.: sağdıç) и. диал. ҡар. кейәү егете.
Кейәүҙең туй ваҡытында янында йөрөгән дуҫ егете. □ Шафер. Ҡейәү эйәртмә менән килгән. Эйәртмә уйындар ойоштора.
ЭЙӘР-ТУҠЫМ и. диал. ҡар. эйәр-өпсөн. Я Айбулат, .. эйәр-туҡымын ҡулына алып, йүгәнен яурыны аша һалып, тирмәләр ҡороласаҡ ҡалҡыуға табан атланы. Һ. Дәүләтшина.
ЭЙӘРӘЙ (Р.: угодник; И.: pleaser; Т.: dalkavuk, yaltak) и. диал. ҡар. ҡуштан.
Кеше ҡотҡоһона бирелеүсән, эйәреүсән.
□ Угодник, льстец, подхалим; приспешник. Эйәрәй булыу. Эйәрәй булып йөрөү.
ЭЙӘҺЕҘ (Р.: не имеющий хозяина; И.: without an owner; T.: sahipsiz) c.
Эйәһе булмаған йәки эйәһеҙ ҡалған.
□ Не имеющий хозяина, бездомный. Эйәһеҙ
мал. Эйәһеҙ эт. Я Аҙашҡан эйәһеҙ мал йөрөй ялан ҡыҙырып; йонсоу булғанғамы, кеше-ҡара күҙгә салынмай. Р. Камал. Эйәһеҙ этем шыңшып-шыңшып илай. Ә. Хәкимов. Ҡаты йәрәхәтле аттар ужарғынып сыйнай, эйәһеҙҙәре тырым-тыраҡай саба. Ғ. Хөсәйенов. • Эйәһеҙ атты ил алыр. Мәҡәл.
ЭЙӘҺЕҘЛЕК (эйәһеҙлеге) (Р.: бесхозяйственность; И.: mismanagement; T.: idaresizlik) и.
Хужаһы булмау хәле; тәртипһеҙлек, хужаһыҙлыҡ. □ Бесхозяйственность. Эйәһеҙлек билдәһе. № Эйәһеҙлеккә һуғырға кәрәк, иптәштәр, — тине секретарь, — эш башында ултырыусылар үҙҙәренең яуаплы яҡтарын ныҡ һиҙергә тейештәр. А. Карнай.
ЭЙӘҺЕҘ ҺӨЙЛӘМ (Р.: безличное предложение; И.: impersonal sentence; T.: öznesiz cümle) и. грам.
Эйәһе (6) булмаған, билдәһеҙ булған йәки эйәһе бөтөнләй уйланылмаған һөйләм. □ Безличное предложение. Я Эйәһеҙ һөйләмдә һәр ваҡыт хәбәр йәки хәбәр составы ғына була. F. Сәйетбатталов.
ЭКВАТОР [лат. aequator ‘тиң өлөштәргә бүлеүсе’] (Р.: экватор; И.: equator; T.: ekvator) и. геогр.
Ер шарын Көньяҡ һәм Төньяҡ ярымшарҙарға бүлгән ике ҡотоптан тигеҙ алыҫлыҡта ятҡан шартлы һыҙыҡ. □ Экватор. / Экваториальный. Экватор бүлкәте. Экватор ҡулсаһы. Экватор климаты. Экватор зонаһы. Экватор аша үтеү. Я Юги оҙонлоҡ үлсәүе билдәһе итеп, экваторҙағы секунд маятнигы оҙонлоғон, ә Ҡондамин 45 градус төньяҡ киңлектәге секунд маятнигын ҡабул итеүҙе тәҡдим иткән. С. Агиш.
ЭКВАТОРИАЛ [лат. aequator ‘тиң өлөштәргә бүлеүсе’] (Р.: экваториал; И.: equatorial; T.: ekvatoral) и. астр.
Күк есемдәренең күк экваторына ҡарата торошон билдәләргә ярҙам итә торған астрономия ҡорамалы. □ Экваториал. Экваториал ярҙамында билдәләү. Экваториал ҡулланыу.
136