Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 137


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭКЗЕМПЛЯР
ЭКВАТОРИАЛЕ (Р.: экваториальный; И.: equatorial; T.: ekvatoral) c.
Экватор тирәһендәге. □ Экваториальный. Экваториаль раса. Экваториаль ағым. Эква-ториаль елдәр. Экваториаль илдәр.
ЭКВИВАЛЕНТ [лат. aequivalens ‘тиң, бер иш’] (Р.: эквивалент; И.: equivalent; Т.: eşdeğer, karşılık) и. кит.
Бер нәмәгә һәр йәһәттән тиң булып, уны алыштырырлыҡ икенсе нәмә, төшөнсә. □ Эквивалент. Аҡса эквиваленты. Тауар эквиваленты. И Ҡайһы ваҡытта телдең уҙ һуҙ-ҙәре була тороп та, улар урынына башҡа телдәрҙән алынған эквиваленттарҙы ҡулланыу куренештәре лә осрай. К. Әхмәтйәнов.
ЭКВИВАЛЕНТЛЫ (Р.: эквивалентный; И.: equivalent; T.: eşdeğer) с.
Эквиваленты булған, тиң булған, тиңдәш.
□ Эквивалентный. Тауарҙың эквивалентлы формаһы. Эквивалентлы тигеҙләмәләр.
ЭКВИВАЛЕНТҺЫҘ (Р .: безэквивалент-ный; И.: inequivalent; T.: eşsiz) с.
Эквиваленты булмаған, тиңе булмаған.
□ Безэквивалентный. Эквивалентһыҙ һуҙ-ҙәр. Эквивалентһыҙ лексика.
ЭКВИЛИБРИСТ [лат. aequilibris ‘тигеҙлекте һаҡлаусы’] (Р.: эквилибрист; И.: equilibrist; T.: ip cambazı) и.
Эквилибристика менән шөғөлләнеүсе цирк артисы. □ Эквилибрист. Эквилибрис-тар ярышы. Эквилибристарҙың сығышын алҡыштар менән ҡаршы алыу.
ЭКВИЛИБРИСТИКА [лат. aequilibris ‘тигеҙлекте һаҡлаусы’] (Р.: эквилибристика; И.: juggling; T.: dengeleme eylemi) и.
Тигеҙлек һаҡлау оҫталығына ҡоролған ҡатмарлы акробатик күнегеүҙәр башҡарыуҙан торған цирк жанры. □ Эквилибристика. Эквилибристика оҫтаһы. Эквилибристика менән ҡыҙыҡһыныу.
ЭКЗАЛЬТАЦИЯ [лат. exaltatio ‘тәкәбберлек; бөйөклөк’] (Р.: экзальтация; И.: exaltation; T.: coşkunluk) и.
Артыҡ күтәренкелек, сикһеҙ йәнлелек.
□ Экзальтация. Экзальтация куренеше. Экзальтация хәлендә булыу.
ЭКЗАМЕН [лат. ехатеп ‘һынау’] (Р.: экзамен; И.: examination, exam; T.: sınav, imtihan) и. ҡар. имтихан.
Белем кимәлен билдәләү маҡсатында үткәрелгән һынау. □ Экзамен. / Экзаменационный. Экзамен биреу. Экзаменға әҙерлә-неу. Яҙма экзамен. Я Ҡондоҙ эштә ҡайнаған Шамил йоҡламаһа йоҡламаны, әммә ныҡ әҙерләнеп, экзамендарын һәйбәт тапшырҙы һәм аспирантураға инде. Н. Мусин. Айсыуаҡ институтҡа экзамендар тапшырырға китте. Т. Килмөхәмәтов.
ЭКЗАМЕНАТОР [рус.] (Р.: экзаменатор; И.: examiner; T.: müfettiş) и.
Экзамен алыусы. □ Экзаменатор. Экзаменатор ҡултамғаһы. Экзаменатор булыу. Тел буйынса экзаменатор.
ЭКЗАМЕНАЦИОН (Р.: экзаменационный; И.: examinational; T.: sınavsal) с.
Экзаменға ҡағылышлы. □ Экзаменационный. Экзаменацион комиссия. Экзаменацион сессия. Экзаменацион билет.
ЭКЗЕМА [гр. ekzema ‘тиреләге ҡабартма’] (Р.: экзема; И.: eczema; Т.: ekzema) и. мед.
Ҡысыттырып, ҡутырланып торған йоғошһоҙ хроник тире ауырыуы. □ Экзема. Экземанан интегеу. Балалар экземаһы. ■ Халыҡ медицинаһы ҡайын еләге менән экземаны ла дауалай. «Киске Өфө», № 26, 2009. Сей ҡабаҡ емешенең иҙмәһе экзема кеуек тире ауырыуынан, тәндең бешеуенән файҙалы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
ЭКЗЕМПЛЯР [лат. exemplar ‘өлгө’] (Р.: экземпляр; И.: copy; specimen, sample; T.: nüsha, birey) и. кар. дана.
Бер төр әйберҙәрҙең бер бөртөгө, нөсхәһе. □ Экземпляр. Берҙән-бер экземпляр. Йөҙ экземплярҙа баҫыу. V Редакцияла әуәлдән килгән бер тәртип бар: әҫәрҙең типографияға киткән экземплярынан тыш, төп нөсхә редакцияла һаҡланырға тейеш. Н. Мусин. [Хөсәйен:] Ул китаптың беренсе экземплярын уҙебеҙҙең ауыл китапханаһына ҡултамғам менән буләк итәсәкмен. М. Ғиләжев.
137