ЭКЗОГАМИЯ
ЭКЗОГАМИЯ [гр. endon ‘эсендә’ + gamos ‘никах’] (Р.: экзогамия; И.: exogamy; Т.: egzogami) и. этн.
Бер ырыу, ҡәбилә эсендә үҙ-ара өйләнешеүҙе тыйған йола. □ Экзогамия. Экзогамия өҫтөнлөк иткән ырыу. Экзогамия буйынса йәшәү.
ЭКЗОТИК (Р.: экзотический; И.: exotic; T.: egzotik) с.
Ниндәйҙер урын-ер өсөн ғәҙәти булмаған, ят. □ Экзотический. Экзотик үҫемлек. Экзотик илдәр. ■ Етеш тормошта йәшәүселәр бала тапмай, өйөндә йә эт, йә берәй экзотик йәнлек аҫрай. Г. Яҡупова.
ЭКЗОТИКА [гр. exotikos ‘ят’] (Р.: экзотика; И.: exotic; T.: egzotik) и.
Ниндәйҙер халыҡтың, илдең тәбиғәтендә, йолаларында, сәнғәтендә һ. б. нәмәләге ғәҙәти булмаған ят үҙенсәлек. □ Экзотика. Африка экзотикаһы. Көнсығыш экзотикаһы.
■ Сит илгә барып ҡайтҡанда ла насар булмаҫ, күңел экзотика теләй. Ф. Аҡбулатова. Ә бит тәбиғәт менән аралашырға сыҡҡан ҡала кешеһе өсөн ауыл ҡаймағы ла, ауыл мунсаһы ла — үҙе бер экзотика. «Киске Өфө», № 49, 2009.
ЭКИПАЖ I [фр. equipage < equipper ‘тәьмин итеү’] (Р.: экипаж; И.: carriage; Т.: araba) и.
Кеше ултырып йөрөү өсөн хеҙмәт иткән рессорлы еңел арбаларҙың дөйөм исеме. □ Экипаж (повозка). Экипажға ултырыу. Ат экипажы. ■ Мөслим,.. юлдан саптырып килгән ғәжәп бер экипажды күргәс, тынып ҡалды. Р. Ғабдрахманов.
ЭКИПАЖ II [фр. equipage} (Р.: экипаж; И.: crew; T.: mürettebat) и.
1. Карап, самолёт, танк һ. б. шундай машиналарҙы хеҙмәтләндергән төркөм. □ Экипаж. Карап экипажы. Экипаж туплау.
■ Төшкө аш ваҡытында лейтенант Тимербайҙы экипаж ағзалары менән таныштырып сыҡты. Ғ. Аллаяров. Осрашыуҙағы һүҙ башлыса Камалетдиндың танк экипажы тураһында барҙы. Р. Байымов.
2. хәрби. Диңгеҙ пехотаһының яр буйында торған хәрби берәмеге. □ Экипаж. Флот экипажы.
ЭКИПИРОВКА [фр. equiper ‘тәьмин итеү’] (Р.: экипировка; И.: equipment; Т.: donatma, donatım) и.
1. Кәрәк-яраҡ, ҡорал-ҡорамал. □ Экипировка (снаряжение). Тауға менеү өсөн экипировка әҙерләү.
2. Махсус кейем-һалым. □ Экипировка (одежда и обувь). Хоккей уйнау өсөн экипировка. М [Йәйәү йөрөү] өсөн махсус урын, экипировка һәм махсус ваҡыт кәрәкмәй. «Киске Өфө», № 49, 2011.
ЭКЛЕКТИЗМ [гр. eklektikos ‘һайлаусы’] (Р.: эклектизм; И.: eclecticism; T.: eklektizm, dermecilik) и. кит.
Төрлө йүнәлештәге ҡараш, идея һәм теорияларҙың принципһыҙ ҡушылышы.
□ Эклектизм. Сәйәси эклектизм. Идеологик эклектизм.
ЭКЛЕКТИКА [гр. eklektikos ‘һайлаусы’] (Р.: эклектика; И.: eclecticism; T.: eklektizm) и. кит.
1. Эклектизм йөкмәткеле хәл-күренеш.
□ Эклектика. Сәйәсәттәге эклектика. Эклектика тарафдары.
2. арх. Төрлө боронғо формаларҙы, стил-дәрҙе бер ҡоролмала ҡатыштырыу. □ Эклектика. Архитектуралағы эклектика. Сәнғәттә эклектика күренеше.
ЭКЛЕР [фр. eclair ‘йәшен’] (Р.: эклер; И.: eclair; T.: ekler, bir çeşit küçük oval pasta) u. кул.
Оҙонса итеп, эсенә крем һалып, ҡамырҙан бешерелгән десерт. □ Эклер. Эклер ашау. Эклер менән һыйлау.
ЭКЛИПТИКА [гр. ekleiptike ‘тотолоу’ (ай, ҡояш тураһында)} (Р.: эклиптика; И.: ecliptic; T.: ekliptik, tutulum) и. астр.
Ҡояштың үҙ күсәрендә бер йыл эсендә әйләнеп сыға торған юлы. □ Эклиптика. Ҡояш эклиптикаһы. Эклиптика күсәре. Эклиптика яҫылығы.
ЭКОЛОГ [гр. oikos ‘йорт’ + logos ‘фән’] (Р.: эколог; И.: ecologist; T.: ekolojist) и.
Мөхит һәм организмдарҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнеүсе ғалим, экология белгесе.
□ Эколог. ■ Төп һәнәре иҡтисадсы булыуға
138