Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 139


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

экономия
ҡарамаҫтан, Рафиҡ һымаҡ эколог булғыһы килде [Линараның]. Л. Яҡшыбаева.
ЭКОЛОГИК (Р экологический; И.: ecological, ecologic; T.: ekolojik, çevrebilimsel) c.
Экологияға мөнәсәбәтле. □ Экологический. Экологик өмә. Экологик һәләкәт. Экологик система. ■ Ҡалала экологик акция иғлан итеу менән һәр аҙна һайын санитар йомалар уткәрелә. «Киске Өфө», № 22, 2009.
ЭКОЛОГИЯ [гр. oikos ‘йорт’ + logos ‘фән’] (Р.: экология; И.: ecology; T.: ekoloji, çevrebilim) и.
Биологияның тереклек һәм үҫемлектәр менән тирә-яҡ мөхит араһындағы бәйләнеште өйрәнә торған бүлеге. □ Экология. ■ Нисәмә-нисә тиҫтә араларға тиклем бер завод-фабрика һымаҡ экология боҙоусы сәнәғәт предприятиеһы юҡ. Р. Сабитова.
ЭКОНОМИК (Р.: экономический; И.: economic; T.: iktisadi) с. ҡар. иҡтисади.
1. иҡт. Экономикаға (1) мөнәсәбәтле.
□ Экономический. Экономик закондар. ■ Тикшереп ҡайтҡан Алпаров районда .. кадрҙарҙың экономик закондарҙы насар белеу-ҙәрен ентекләп һөйләп бирҙе. Яр. Вәлиев.
2. Экономиканы (2) ойоштороу һәм ғәмәлләштереүгә мөнәсәбәтле. □ Экономический. Илдец экономик хәле. Ауыл хужалығының экономик хәле. ■ Ләкин әле был хужалыҡ уҙенә ҡаҡшамаҫ экономик һәм материаль база булдырҙы тигән һуҙ тугел ине. Н. Мусин. Заманында, экономик яҡтан ауырыраҡ саҡтарҙа, колхоздарҙы хатта ат, сусҡа һаттырып, гәзиткә яҙҙырҙылар. Р. Низамов. Һәр уҙгәрештең нигеҙендә экономик шарттар, халыҡ мәнфәғәте ятырға тейеш. Ә. Хәкимов.
3. Экономика фәнен өйрәнеүгә бәйле.
□ Экономический. Экономик журнал.
ЭКОНОМИКА [гр. oikos ‘йорт, хужалыҡ’ + nomos ‘ҡағиҙә, закон’] (Р.: экономика; И.: economics; T.: iktisat) и. ҡар. иҡтисад.
1. иҡт. Йәмғиәттең етештереү мөнәсәбәттәре йыйылмаһы, иҡтисади базисы. □ Экономика. Феодализм экономикаһы. Коммунизм экономикаһы. ■ Граф Пётр Иванович, Рәсәйҙең экономика, финанс, хәрби эш буйынса ҙур-ҙур проекттар яҙып, шуларҙы
ғәмәлгә ашырып, иң юғары титулдарға ла, көрәлеп ингән байлыҡ, зиннәтле һарайҙарға ла эйә ине. Ғ. Хөсәйенов.
2. Айырым бер әлкә, ил, райондың хужалыҡ тормошо. □ Экономика. Ауыл хужалығы экономикаһы. Сәнәғәт экономикаһы. Баҙар экономикаһы. ■ Ил экономикаһы алға китеу урынына бер нисә йылдар бер урында тапанды. Н. Мусин. Бер йыл эсендә уҙ экономикаһын шаҡтай нығытып өлгөргән колхоз куршеләренә лә ярҙам итә башланы. X. Кәрим.
3. Хужалыҡ тармағының матди яғын өйрәнә торған фән. □ Экономика. / Экономический. Экономика факультеты. Экономика буйынса лекция тыңлау. ■ Шаҡман ауыл хужалығы институтында экономиканан имтихан ала ине. Ғ. Хисамов.
ЭКОНОМИК ГЕОГРАФИЯ (Р.: эконо мическая география; И.: economic geography; T.: ekonomik coğrafya) и. геогр.
Ижтимағи етештереүҙең ер йөҙөндәге таралышын, уның айырым ил йәки дәүләт шарттарында үҫеү үҙенсәлектәрен өйрәнә торған фән. □ Экономическая география. Экономик география курсы. Экономик география китабы.
ЭКОНОМИСТ (экономисы) [рус ] (Р.: экономист; И.: economist; T.: iktisatçı) и. ҡар. иҡтисадсы.
Экономика буйынса белгес. □ Экономист. Экономист булып эшләу. Н Уҡыуҙы бөткәс, Саяф улын колхозға экономист итеп ҡуйҙы. Т. Гарипова. [Мусаның улдарының] уртансыһы автомеханик, ти, кесеһе иһә — юғары белемле экономист. Г. Яҡупова.
ЭКОНОМИЯ [гр. oikonomia ‘хужалыҡ’] (Р.: экономия; И.: economy; saving; T.: tasarruf) и.
1. Матди ҡиммәттәрҙе тотоноуҙағы һаҡсыллыҡ. □ Экономия. ■ Ағас материалы бында экономия менән тотола. К. Мәргән.
2. Һаҡсыллыҡ арҡаһында килгән файҙа. □ Экономия. Экономия яһау. ■ Яңыса эшләй башлау һөҙөмтәһендә хеҙмәт процесы еңеләйҙе, йыллыҡ экономия 55 мең һумға барып етте. Ә. Байрамов. Станок айға өс мең
139