Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 140


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭКОНОМИЯЛАНЫУ
дүрт йөҙ метр бырауланы, илгә йөҙәрләгән мең һум экономия бирҙе. 3. Биишева.
ЭКОНОМИЯЛАНЫУ (экономиялан-) ҡ. төш. ҡар. экономиялау, страд, от экономиялау. Экономияланған аҡса. Я Төҙөлөш материалы экономиялана, бригадала эшкә сыҡмай ҡалыусылар юҡ. Ғ. Хисамов.
ЭКОНОМИЯЛАУ (экономияла-) (Р.: экономить; И.: save, economize; T.: tutumlu, idareli kullanmak) ҡ.
Һаҡлап тотоноу, экономия яһау. □ Экономить. // Экономия. Аҡсаны экономиялау. Ваҡытты экономиялау. ■ Ҡәҙерле бензинды экономиялауҙы ла онотма, — тип [шофёрға] Нифантов машинанан төшөп ҡалды һәм артабан йәйәүләп атланы. Я. Хамматов.
ЭКОНОМИЯЛЫ (Р .: экономный; И.: economical; thrifty; T.: tutumlu) с. ҡар. һаҡсыл.
Иҫәпләп тотоноусан. □ Экономный. Экономика экономиялы булырға тейеш. Я Новиков боеприпасты экономиялы тотонорға бойороҡ бирҙе. Ғ. Аллаяров.
ЭКОНОМИЯЛЫЛЫҠ (экономиялы-лығы) (Р.: экономность; И.: thrift; chariness; frugality; T.: tutumluluk) и. ҡар. һаҡсыллыҡ.
Һаҡсыл булыу сифаты; бәрәкәтлелек.
□ Экономность. Ҙур экономиялылыҡ.
ЭКОНОМИЯҺЫҘЛЫҠ (экономия-һыҙлығы) (Р.: неэкономность; И.: unthrift; T.: tutumsuzluk) и. ҡар. бәрәкәтһеҙлек.
Бәрәкәтһеҙ булыу хәле. □ Неэкономность. Экономияһыҙлыҡ ғәрәсәте.
ЭКОСИСТЕМА [рус. экологическая система] (Р.: экосистема; И.: ecosystem; Т.: ekosistem) и.
Организмдар һәм улар йәшәгән мөхит берҙәмлеге; тереклек системаһы. □ Экосистема. Ауыл хужалығы экосистемаһы. Баҫыу экосистемаһы. Урман экосистемаһы.
ЭКРАН [фр. ёсгап ‘пәрҙә’] (Р.: экран; И.: screen; T.: ekran, perde) и.
1. тех. Төрлө энергияның нурын файҙаланыу йәки һаҡланыу өсөн уны сағылдыра, йота йә үҙгәртә торған яҫы йөҙлө ҡоролма.
□ Экран. Радиоаппаратура экрандары. Ҡояш батареяһының экраны. Ҡурғаш экран. Я Локатор экранында куп һанлы йәшкелт
импульстар араһында сәп куренде. А. Мағазов.
2. Нур сағылдырып һүрәт кәүҙәләндерә торған яҫылыҡ. □ Экран. Телевизор экраны. Я Урмансы егет ноутбугының экранына төбәлеп мөкиббән киткән. Н. Алсынбаев. Ринат, ҡарашын экранға йунәлтеп, шымып ҡалды. Р. Байбулатов.
3. Кино, диапозитив һүрәттәр һәм слайд-тар күрһәтеү өсөн ҡуйылған аҡ шаршау йәки аҡҡа буялған стена. □ Экран. Я Лабораторияның бер яҡ стенаһына аҡ экран элеп ҡуйылған. Ә. Ғиззәтов. [Сибәр әбей] боролоп ҡарай ҙа аҡ экранға ҡабаттан төбәлә. М. Ғиләжев.
ЭКРАНЛАШТЫРЫЛЫУ (экранлашты-рыл-) ҡ. төш. ҡар. экранлаштырыу, страд, от экранлаштырыу. Экранлаштырылған роман. Я Уның [Рим Шәрәфетдиновтың] балалар өсөн экранлаштырылған йәнһурәт-тәре халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, лайыҡлы урындар яуланы. «Йәшлек», 25 май
2010.
ЭКРАНЛАШТЫРЫУ (экранлаштыр-) (Р.: экранизировать; И.: shoot a film; Т.: film çekmek) ҡ.
Әҫәрҙе фильмға әйләндереү, киноға төшөрөү. □ Экранизировать. // Экранизация. Пьесаны экранлаштырыу. Әҫәрҙе экранлаштырыу. Экранлаштырыу барышы.
ЭКРАНЛЫ (Р.: с экраном; И.: with a screen; T.: ekranlı) с.
Экраны булған. □ С экраном, имеющий экран. Ҡиң экранлы. Ҙур экранлы. Сенсор экранлы телефон.
ЭКСКАВАТОР [ингл. excavator < лат. excavo ‘ҡаҙам, сығарам’] (Р.: экскаватор; И.: excavator; T.: ekskavatör, kepçe) и.
Ер ҡаҙа һәм сүмесе менән һоҫоп тейәй торған үҙе йөрөмәле машина. □ Экскаватор. / Экскаваторный. Экскаватор сумесе. Бер сумесле экскаватор. Роторлы экскаватор. Я Бульдозер, экскаваторҙар аҡ таш ҡатламы һуҙылған ярҙы емерә башлағандар. М. Ғиләжев. Ҡуп тә утмәй, экскаватор икенсе тиҙлектә лә эшләй башланы. Ә. Вәли. Экскаватор ер ҡаҙа, сварка агрегаттары геуләй, машиналар балсыҡ-кирбес ташый. Р. Ханнанов.
140