Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 238


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭШКӘ ҮКЕМ
ЭШКӘ ҮКЕМ с. диал. ҡар. эшсән I. Эшкә укем ҡатын. Хәҙер эшкә укем кешеләр аҙ.
ЭШЛЕ (Р.: занятый делом; И.: busy with work; T.: meşgul) c.
Эш менән мәшғүл, эше булған. □ Занятый делом, работой; имеющий работу, занятие. ■ Эшле кешеләр эшенә йугерә, эшһеҙҙәре, нисек тамаҡ туйҙырырлыҡ аҡса табырға белмәйенсә, урамда ҡаңғырып йөрөй. Н. Мусин. [Хәлисә апай:] Халыҡта, туғаным, «эшле килер — эш аҡтарыр, эшһеҙ килер — эш ҡалдырыр» тигән һуҙ бар.
В. Исхаҡов. • Эшле килер, эш арттырыр. Мәҡәл.
ЭШЛЕЙӘ и. диал. ҡар. ышлыя. Ҡайыш эшлейә. Атты эшлейә һалып егеу.
ЭШЛЕК (эшлеге) и. диал. ҡар. эш 1. Ауыр эшлек. Ниндәй эшлеккә урынлаштың?
♦ Эшлектән сығарыу яраҡһыҙ хәлгә килтереү. □ Вывести из строя. ■ Эшлектән сығарып ташланған баш тарпанға кәре китеп, туйлы ғумере утеп, ҡарт алаша хәлендә тереклек итәһе ҡалған. Ғ. Хөсәйенов. Майор уҙен уратып алған бөтә кешене һөҙөп ҡарап сыҡты ла: «Атты эшлектән сығара яҙғанһығыҙ», — тине. Р. Өмөтбаев. Эшлектән сығыу боҙолоу, яраҡһыҙ булыу. □ Выйти из строя, испортиться. М Тағы бер-ике йыл шулай ҡараусыһыҙ торһа, баҡса эшлектән сығасаҡ. Н. Мусин. Һул яҡ гусеница эшлектән сыҡты, — тине Зубенко Новиковка ларингофон аша. Ғ. Аллаяров.
ЭШЛЕКЛЕ (Р.: умелый; И.: skilful; skilled; T.: işgüzar) с.
1. Эшкә әүәҫ, уңған; булдыҡлы. □ Умелый, трудолюбивый. Эшлекле ҡатын. М Дәуериә апай — ул эшлекле, баҫалҡы, изге-лексән кеше. 3. Биишева. Ҡаҙаҡҡа ла оҡшаң-ҡыраған, башҡортҡа ла тартҡан матур, эшлекле ҡыҙ [Һырбикә]. Н. Мусин.
2. Эште яҡшы белгән, эшкә һәләтле. □ Деятельный; деловой, деловитый. Эшлекле етәксе. Эшлекле хеҙмәткәр. ■ Муса Ҡәлимуллин Зәки Вәлидигә куптән таныш — эшлекле, мәғрифәтле кеше, урыҫса мәғлумәте лә яҡшы. Р. Байымов. Иван Иванович юғалып ҡалмай, һаман эшлекле, һаман етди, һаман етеҙ кеше. Ә. Бикчәнтәев.
3. Эшлекле (2) кешегә хас булған. □ Деловой, деловитый. ■ Шомбаев Кулагин янына бик борсолоп һәм эшлекле ҡиәфәттә керҙе. И. Абдуллин. Сыу аҡай әбей Емеште һаман шулай ҡурҡытып, илатып, бик эшлекле төҫ менән ҡот ҡойоуын дауам итте. 3. Биишева.
4. Эш өсөн әһәмиәтле, файҙалы. □ Деловой, дельный, предприимчивый. Эшлекле тәҡдим. Эшлекле фекер. М Бөтә ил буйлап барған тантаналы һәм эшлекле кутәре-леште Азаматов бөтә йөрәге менән тойҙо. Ә. Вәли. Кәңәшмәлә Петроград оборонаһын көсәйтеу буйынса башҡа эшлекле саралар ҙа билдәләнде. Ф. Иҫәнғолов. Йөҙөнә етдилек билдәләре сығарып, генерал эшлекле әңгәмәгә кусте. Р. Өмөтбаев.
ЭШЛЕКЛЕЛЕК (эшлеклелеге) (Р.: деловитость; И.: businesslike character; T.: işgüzarlık) и.
Эшлекле булыу сифаты, булдыҡлылыҡ. □ Деловитость, предприимчивость. Эшлеклелек сифаттары. Эшлеклелек курһәтеу. Н Нәзиф дымлы һауаны иркен итеп, кукрәген тултырып һулап алды ла йорт тирәһен ирҙәрсә бер эшлеклелек менән куҙҙән уткәрҙе. Ғ. Лоҡманов. Азаматов ни өсөндөр теге ваҡытта Илмырҙа һөйләгән әкиәтте хәтерләне һәм ҡоштарҙың эшлеклелегенә һоҡланып бөтә алмай ултырҙы. Ә. Вәли. Бал ҡорттарының эшлеклелеге һәм бер тәртипкә буйһонғанлығы ғалимдарҙы һаман һоҡландыра. Т. Ғарипова.
ЭШЛЕКҺЕҘ (Р.: ленивый; И.: lazy; idle; sluggish; T.: tembel, eringen) c.
1. Эшкә ялҡау, булдыҡһыҙ. □ Ленивый. ■ Ҡормош бай, йыуан ҡорһағын ҡапайтып, өҫтәл артынан торҙо: «Эй, ялҡау, эшлекһеҙ!» 3. Биишева. • Эшлекленең эше бар, эшлекһеҙҙең теле бар. Мәҡәл.
2. Эш рәтен белмәгән, эшкә һәләтһеҙ. □ Неспособный к работе. Эшлекһеҙ бригадир. К Александр, жандармерияла иң эшлекһеҙ, иң булдыҡһыҙ кеше генә эшләй, тигән фекерҙә булды. Ж. Кейекбаев. [Уйылдан Хәтирәне:] «Эшлекһеҙ, шул да ҡулыңдан килмәй!» — тип әрләп ташлай. Н. Мусин.
238