ЭШЛӘҮ
ЭШЛҮН (Р.: шлёнка; И.: kind of fleece; T.: merinos) и. диал. ҡар. шлёнка.
Нәҙек йөнлө һарыҡ тоҡомо һәм шул һарыҡтың йөнө. □ Шлёнка (овца и её шерсть). Эшлун йөнө. Эшлун аҫрау. Эшлун бәрәсе.
ЭШЛӘНЕҮ (эшлән-) ҡ. төш. ҡар. эшләү 5—7. страд, от эшләү 5—7. Эшләнгән эш. Эшләнеп бөтөу. Эшләнә башлау. ■ Гәрәбә кеуек ҡарағай таҡтанан эшләнгән ҡапҡаның төҫөн ел-ямғыр бөтөргән. И. Абдуллин. Махсус һауытҡа ҡулай итеп суйын ҡапҡас эшләнде. С. Агиш. Малға ике йылға етерлек аҙыҡ эшләнде быйыл, — тип ҡыуанды Бибеш.
3. Биишева.
ЭШЛӘНЕШ (Р.: изготовление; И.: production; manufacture; T.: yapı) и.
Нимәнеңдер яһалышы, ҡоролошо. □ Изготовление, создание, выполнение. ■ Тәуҙә яуап биргән егет мәсьәләләрҙе дөрөҫ сисә, ләкин уларҙың эшләнешен еренә еткереп аңлата алмай, урыҫ телен белеп бөтмәй. Ғ. Хисамов. Эпостың камил эшләнеше, һуҙ байлығы тетрәндерә, һоҡланыу тойғоһо уята. М. Ямалетдинов.
ЭШЛӘПӘ I [нем. Schlappe < schlappen ‘һалбырау, эленеп тороу’] (Р.: шляпа; И.: hat; T.: şapka) и.
1. Киң яҫы ситле, бейек түбәле баш кейеме. □ Шляпа. Кейеҙ эшләпә. Модалы эшләпә. Фетр эшләпә. ■ Нур эшләпәһен һалып, уртаға бөкләп, ҡулын артына ҡуйҙы ла бейеп китте. И. Абдуллин. Башына һалам эшләпә кейгән балыҡсы урынынан да ҡуҙғалманы. Ә. Бикчәнтәев. Гәрәев, көн йылы булыуға ҡарамаҫтан, өҫтөнә плащ кейгән, башында эшләпә. М. Ғиләжев.
2. диал. Шәм ҡалпағы. □ Абажур. Быяла эшләпә. Ебәк эшләпә. Эшләпәле шәм.
ЭШЛӘПӘ II (Р .: суслон из шести снопов; И.: stack of sheaves; T.: altı demetten oluşan yığın) и. диал.
Алты көлтәнән өйөлгән һоҫлан. □ Суслон из шести снопов. Етен эшләпәһе. Көлтәләрҙе эшләпәгә ҡуйыу.
ЭШЛӘТЕҮ (эшләт-) ҡ. йөкм. ҡар. эшләү. понуд. от эшләү. ■ Назиф итек уксәләренә Нурҙың атаһы Фәтих ағайҙан дағалар
эшләтеп алып ҡаҡҡан. И. Абдуллин. Илсеғол байҙары элек, курше Мраковка байҙарына оҡшарға тырышып, иген, ит келәттәрен ауыл осона сығарып эшләткәндәр. 3. Биишева. Нәҡиә апай нисек һауырға курһәтә лә уҙемдән эшләтеп ҡарай. И. Ғиззәтуллин.
ЭШЛӘҮ (эшлә-) (Р.: работать; И.: work; labour; T.: işlemek) ҡ.
1. Эш менән мәшғүл булыу, көсөңдө ҡулланып эш башҡарыу. □ Работать, трудиться. Оҙаҡ эшләу. Ауыр эш эшләу. Баҡсала эшләу. ■ Әшрәф йыш ҡына ҡысҡырып һөйләнә-һөйләнә эшләргә ярата торғайны. И. Абдуллин. Халыҡ баҫыуҙа, иркен яланда пыр туҙҙырып эшләй. С. Агиш. Гөлгөнә иптәштәре ыңғайына башын тубән эйеп эшләй торғас, байтаҡ ерҙе утап, ҡыяҡтары көҙгө һымаҡ ялтыраған сөгөлдөрҙө тәпке менән кумдереп тә ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Институттың фәндәр кандидаты Диҡҡәт Бураҡаев кеуек бик куптәр яңынан-яңы проблемаларҙы уңышлы хәл итеу өҫтөндә тырышып эшләйҙәр. Ә. Байрамов. • Иренсәк ике эшләр. Мәҡәл. Куҙ ҡурҡа, ҡул эшләй. Мәҡәл. Уйламай эшләгән — ауырымай улгән. Мәҡәл.
2. Ниндәйҙер бер урында билдәле бер вазифа башҡарыу, дауамлы эштә булыу. □ Работать (кем, где). Уҡытыусы булып эшләу. Профессия буйынса эшләу. Музейҙа эшләй башлау. ■ Магазинда эшләй башлауға теуәл бер аҙна булды. С. Агиш. Хәҙер Саматтың атаһы колхозда баш бухгалтер, әсәһе врач булып эшләй. Р. Байбулатов.
3. Берәй эш ҡоралы йәки ярҙамсы көс менән ниндәйҙер эш башҡарыу. □ Работать на чём, с чем. Кәрәк менән эшләу. Комбайнда эшләу. М [Королёв:] Мин крәҫтиән бит. Тракторҙа эшләнем. Ғ. Аллаяров. Ике станокта эшләй торған токарь бер төндө ауырып китте лә, станоктар туҡталып ҡалды. Ә. Байрамов.
4. Кемдер йәки нимәлер файҙаһына эш башҡарыу, хеҙмәт итеү. □ Работать для кого, чего, работать на благо. Киләсәк өсөн эшләу. Кешелек өсөн эшләу. ■ Ауыл хужалығы институтының элекке аҡ корпустарында көнбайыштан кусерелгән ниндәйҙер
239