ЭШЛӘҮ
завод фронт өсөн продукция эшләп сығара. И. Абдуллин. Баҡтиһәң, Башҡортостан өсөн генә тугел, бөтә ил өсөн кәрәк әйберҙәр эшләй икән ул [Саръян]. Ә. Байрамов. Ҡасандыр бер саҡ Хаммат ағай менән Сәлимә ецгә лә ошо урманда Тимаш баярға бесән эшләп, ураҡ урып йөрөгән. 3. Биишева.
5. Физик йәки рухи көс һалып нимәнелер барлыҡҡа килтереү, булдырыу, яһау (ғәҙәттә, ҡорал, ҡорамал, машина һ. б. ярҙамында).
□ Делать, сделать; изготовлять. Уйынсыҡ эшләу. Эшләп сығарыу. Ултырғыс эшләп ҡуйыу. ■ Тимербайҙың эшләгән брынзалары райондағы бүлексәләрҙең бөтәһенекенә ҡарағанда ла яҡшы булып иҫәпләнделәр. С. Агиш. Фәриҙә котлет ҡыҙҙыра ине, унан ваҡ бәлештәр эшләргә кереште. Н. Алсынбаев. Столяр цехында өҫтәлдәр эшләйҙәр ине. Р. Байбулатов. Әсәй, таҡта булһа, мин һиңә һауыт-һаба ҡуйғыс та, уҡлау ҙа, хатта кухня өҫтәле лә эшләп бирер инем, — тип әйтә ул [Ҡыҙырас]. 3. Биишева.
6. Ижад итеү, камиллаштырыу йәки өйрәнеү, тикшереү. □ Работать над чем, создавать. Поэма өҫтөндә эшләу. Портретты эшләп бөтөу. Мәҡәләне ҡайтанан эшләу.
7. Эшкәртеп әҙерләү, етештереү. □ Производить; обрабатывать, выделывать. Тире эшләу. Май эшләу заводы. ■ Подолда бик борон заманда уҡ кун эшләу, көршәкселек производствоһы, ювелир эштәре киң таралған була. И. Абдуллин.
8. Башҡарыу, ғәмәлгә ашырыу. □ Делать, сделать. Аҡыл буйынса эшләу. Ҡушҡанса эшләу. Үҙенсә эшләу. М Арбаның артында ултырған Хөрмәт ишетелер-ишетелмәҫ кенә: «Хуш, ҡараҡай!» — тине лә ниндәйҙер көлдөргәс бер хәрәкәт эшләне. 3. Биишева. Атаһы һымаҡ ихлас, тура һуҙле булһа ла, дыуамал тугел Фазлетдин, ете ҡат үлсәп, аҡыллы эшләй. Р. Байрамов.
9. Билдәле бер мәсьәләне хәл итеү, сисеү.
□ Решать. ■ Өйҙә эшләргә мәсьәлә яҙҙырғас, Зөһрә Миңлебаевна кластан шунда уҡ сығып китмәне. Р. Байбулатов. Шәмсиә Нәфисәгә ике, өс билдәһеҙ һан булған алгебра мәсьәләләрен ҡалай эшләргә өйрәтте. 3. Биишева.
10. Ниндәйҙер бер эш ҡылыу. □ Совершить, сделать, допускать; поступить. Зыян-лыҡ эшләу. Яҡшылыҡ эшләу. Этлек эшләп йөрөу. ■ [Екатерина:] Әгәр белергә теләһәгеҙ, Олег енәйәт эшләгән, хәҙерге ваҡытта ҡулға алынған. Р. Байбулатов. Барыһын алдан алып, сая эш эшләгәнһең. — Зәки Вәлиди [Мөхтәр Ҡарамышевҡа] хәйләле йылмайҙы. Р. Байымов. Юлдаш дөрөҫ эшләмәй, — тип башлап китте Зарифа. — Класташ иптәшеңә ярҙам итеуҙән баш тартҡас, ул ниндәй пионер була, ти? 3. Биишева.
11. Ни? нимә? һорау алмаштары менән килеп, аптырап ҡалғанды, сараһыҙ булғанды белдерә. □ С вопросительными местоимениями ни ? нимә? (что ?) означает удивление, безвыходность положения. ■ Нурия, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәйенсә, ҡартатайының битенән үбеп алды ла госпиталгә табан йугерҙе. Ә. Байрамов. Ҡарсыҡ, шатланы-уынан нимә эшләргә белмәйенсә, Харис бабай эшләгән яҡҡа ҡараны. Ғ. Аллаяров. Балалар, ни әйтергә, нимә эшләргә белмәй, емештәрҙән куҙҙәрен ала алмай текләп торҙолар.
3. Биишева.
12. Хәрәкәттә, эштә булыу (тән ағзаларына йәки ҡоралға, механизмдарға ҡарата).
□ Работать, функционировать. Мотор эшләй. Йөрәк ауыр эшләй. Ашҡаҙан эшләмәй.
■ Пулемёттар һәм автоматтар ҡотороп эшләй башланы. Ә. Байрамов.
13. Эш өҫтөндә булыу, эш башҡарыу (учреждение, ойошма һ. б. ҡарата). □ Работать, действовать, функционировать. Магазин туғыҙға тиклем эшләй. Бөгөн музей эшләмәй. Бөҙрәхана көн дә эшләй. ■ Ғәжәп бай китапханалар, бына тигән радиоузел даими эшләп тора. Ә. Байрамов. Ҡистәрен наҙанлыҡты бөтөрөу курстары эшләй.
С. Агиш.
14. Нимәлер ҡулланып, нимәлер ярҙамында йәки ниндәйҙер ысул менән эш итеү.
□ Работать, функционировать с помощью чего. Яңы метод менән эшләу. Электр тогы менән эшләу. Бензин менән эшләгән бысҡы.
■ Ҡабаҡ битләүенә молотилка ултыртып, уны трактор менән эшләүгә ҡорғандар. Б. Бикбай. Кәбир пинжәген һалып ҡуйып,
240