ЭШСЕ
еңен һыҙғанды ла электр менән эшләй торған елгәргесте ҡараштырырға тотондо. Яр. Вәлиев.
♦ Аҡса эшләү аҡсаны күпләп табыу. □ Зарабатывать. ■ Яңы йыл осоро — куңелле байрам ғына тугел, ә аҡса эшләу өсөн бик уңайлы мәл. «Йәшлек», 14 декабрь 2012.
ЭШЛӘШЕҮ (эшләш) ҡ. урт. ҡар. эшләү 1—5, 9. взаимн. от эшләү 1—5, 9. ■ Йәй буйы Шакир байҙың ҙур хеҙмәтсеһе менән уның һабанын һөрҙөм, ҡыр эштәрен эшләштем. М. Ғафури. Көҙ булһа, Ҡолой завод управляющийҙары менән ашлыҡ сабырға, көлтәләр ташырға, бесән эшләшергә килешеу төҙөй. С. Ильясов. Аҙнабай, ике йыл эшләшеп, Сәлимйәнгә һыйыр алырға булышты. Б. Хажиева.
ЭШМӘКӘЙ с. ҡар. эшсән I. Эшмәкәй йәштәр. Эшмәкәй бала.
ЭШМӘКӘР I (Р .: деятельный; И.: active; living; T.: işçen) с.
Эш алып барыуға шәп, эшкә уңған; эшлекле. □ Деятельный. М Хәлилов — ҡыйыу кеше, бик тә эшмәкәр әҙәм. Р. Камал. Маслов тигән әҙәм, ҡарап тороуға бик ҡотһоҙ куренһә лә, харап эшмәкәр, тынғыһыҙ кеше булып сыҡты. Н. Мусин.
ЭШМӘКӘР II (Р.: деятель; И.: worker, character; T.: faaliyet adamı) и.
Йәмғиәт эше әлкәһендә үҙен танытҡан кеше. □ Деятель. Фән эшмәкәре. Мәғариф эшмәкәре. Мәҙәниәт эшмәкәре исемен алыу. ■ Ғәбделхәкимов — төҙөлөш эшмәкәре. Яр. Вәлиев. [Гурәханов] бюро ағзаһы, депутат, дәуләт эшмәкәре, абруйлы партия етәксеһе, ордендар кавалеры. Т. Сәғитов.
ЭШМӘКӘРЛЕК (эшмәкәрлеге) (Р.: деятельность; И.: activity; work; T.: faaliyet) и.
1. Ниндәйҙер әлкәлә алып барылған киң күләмле эш. □ Деятельность, работа. Эшмәкәрлек алып барыу. Эшмәкәрлек курһәтеу. Фәнни эшмәкәрлек. ■ Рәсәйҙең федератив нигеҙҙә ҡоролоуына башҡорт халҡының остаҙы Әхмәтзәки Вәлиди эшмәкәрлегенең йоғонтоһо ҙур. С. Ильясов. Динис Буләков-тың рәйес булараҡ эшмәкәрлеген хуплап, яҙыусылар уны ошо вазифаға икенсе мөҙ
ҙәткә һайлап ҡуйҙы. Н. Мусин. Мөфти идараһы эшмәкәрлегенең мөһим өлөшөн фикх мәсьәләләре биләй. Ә. Хәкимов.
2. Тән ағзаһы үтәгән эш. □ Деятельность, работа. Йөрәк эшмәкәрлеге. Нервы системаһының эшмәкәрлеге. ■ Бөйөр йөрәк тугел, әммә ҡайһы ваҡыт ул да йөрәккә әйләнә, башҡа ағзаларҙың эшмәкәрлегенә тәьҫир итә. Р. Камал.
3. Тереклек итеү, йәшәүгә һәләтлелек. □ Жизнедеятельность. Бал ҡорттарының эшмәкәрлеге. Ҡырмыҫҡалар эшмәкәрлеген куҙә-теу. ■ Айгөлдәр баҡсаһына килһә, юҡ ҡына нәмәгә лә — яңы шытып сыҡҡан уләндәргә лә, ҡорт һәм бөжәктәрҙең эшмәкәрлегенә лә .. иҫ-аҡылдары китеп һоҡлана. М. Садиҡова.
ЭШНӘ и. диал. ҡар. әшнә I. Эшнә булып йөрөу. Элекке әшнәм. Әшнәм менән бергә эшләйбеҙ.
ЭШСЕ I (Р.: рабочий; И.: worker, working man; hand; T.: işçi) и.
Заводта, фабрикала, төҙөлөштә һәм сәнә-ғәттең башҡа тармаҡтарында ҡул көсө менән эшләгән кеше. □ Рабочий, работник. ■ Иртәгеһен Нәуфәл, радионан иғландар тапшырыла башлағас, Өфө синтетик спирт заводына эшселәр ҡабул ителеуе тураһында ишетте. Ә. Байрамов. Вокзал алды шығырым тулы халыҡ. Ҡубеһе — тимер юл эшселәре. Б. Бикбай. Тәхәу Тәхәуич өйләнгән ваҡытта ул йукәнән арҡан ишеу артелендә ҡара эшсе булып ҡына эшләй ине. Р. Ғабдрахманов.
ЭШСЕ II (Р.: рабочий; И.: working; Т.: işçi) с.
1. Етештереү әлкәһендә эшләгән. □ Рабочий. ■ Беҙҙең теремек Зәлифәбеҙ бына тигән эшсе егеткә барып та ҡуйҙы. 3. Биишева. Бер-ике йыл эшләгәс, эшсе стажы менән университетҡа инеу еңелерәк булыр, тип өмөт итә Ғәни. Ә. Бикчәнтәев. Эшсе посёлканан алыҫ тугел бейек, текә яр башындағы скважинанан вышканы һелкетеп нефть фонтаны бәрә. А. Карнай.
241