ЭШСЕ КӨСӨ
2. Ем ташыған, эшләгән (бөжәктәргә ҡарата). □ Рабочий (по отношению к насекомым). Эшсе ҡорт. Эшсе ҡырмыҫҡалар.
ЭШСЕ КӨСӨ (Р: рабочая сила; И.: working force; T: işgücü) и.
1. Эшсенең билдәле бер эшкә һалған көсө, хеҙмәте. □ Рабочая сила, рабочий труд. Куп эшсе көсө һалынған.
2. Эш башҡарыуға һәләтле кешеләр. □ Рабочая сила (люди). Эшсе көсө йыйыу. ■ Эшсе көсө һәм машиналарҙың аҙ булыуы теңкәгә тейҙе. И. Абдуллин. Йәйен эшсе көсө куп кәрәк. Яр. Вәлиев.
ЭШСЕ-КРӘҪТИӘН (Р: рабочие и крестьяне; И.: workers and peasants; T.: işçiler ve köylüler) и. йыйн.
Эшселәр һәм крәҫтиәндәр. □ Рабочие и крестьяне. ■ 1917 йылда эшсе-крәҫтиәндәр, батшаны төшөрөп, хөкумәтте уҙ ҡулдарына алдылар. И. Насыри. Бөгөн иртән генә аҡтар яғындағы һалдаттар хәҙер эшсе-крәҫтиән ҡыҙылармеецтары менән ҡосаҡлашып курештеләр, куҙгә-куҙ ҡарап көлөштөләр. А. Таһиров.
ЭШСЕ ҠОРТ (Р.: рабочая пчела; И.: worker-bee; T.: işçi ап) и. умарт.
һеркәне йыйыу, уны эшкәртеү һ. б. менән шөғөлләнгән, йомортҡа һалыуға һәләтһеҙ инә ҡорт. □ Рабочая пчела. ■ Умарталарҙа ҡорт кусе уяна, инә ҡорт бала һала башлай, ә эшсе ҡорт урсем уҫтерә. Бала тәрбиәләгән эшсе ҡорттар был осорҙа емде куберәк ашай. «Көнгәк», 29 март 2012.
ЭШСӘН I (Р.: работящий; И.: laborious; industrious; T.: çalışkan, hamarat) c.
Эшкә тырыш; уңған, егәрле. □ Работящий, трудолюбивый. ■ Кәримовҡа хәҙер ҡырҡ дурт йәш, ул, әлбиттә, арыу-талыуҙы белмәй торған эшсән кеше. Ғ. Аллаяров. Гөлниса тиҙ арала иң етеҙ, эшсән, иң актив уҡытыусыларҙың береһе булып алды. 3. Биишева. Ялан өҫтөндә төрлө төҫтәге кубәләктәр, эшсән бал ҡорттары, тағы әллә нисә төрлө бөжәктәр осалар. И. Ғиззәтуллин.
ЭШСӘН II (Р.: труженик; И.: toiler; worker; T.: işçi) и.
Эшкә тырыш кеше, хеҙмәт эйәһе. □ Труженик, труженица. М Партия ауыл эшсәндәрен уҙ ваҡытында коммунаға тугел,
ә колхозға йунәлтте. Яр. Вәлиев. Стәрлетамаҡ ҡалаһы химия уҙәгенә әйләнде, химия иһә юғары квалификациялы эшсәндәрҙе ярата, уларҙы уҫтерә. И. Нурғәлиев. • Эшсән бәхетте эштән эҙләр, ялҡау ситтән эҙләр. Мәҡәл.
ЭШСӘНЛЕК (эшсәнлеге) (Р.: деловитость; И.: businesslike character; T.: işgüzarlık, beceriklilik) и.
Эшкә тырыш, уңған булыу сифаты. □ Деловитость. ■ Пенсионер бисәһе булып алғас, Бәҙрихәйәт ханым уҙенең эшсәнлеген айырыуса ҡыйыуланып йәйелдерҙе булһа кәрәк. Д. Исламов. Ҡарсыҡ изгелекле, йомшаҡ тәбиғәте менән Шәмсиәне ылыҡтырһа, Шәмсиәнең эшсәнлеге, ярҙамсыллығы Хәмдиә инәйҙе кинәндерҙе. Ф. Чанышева. Эшсәнлек өҫтөнә кешеләр бында утә куңелсәк, шардыуан тәбиғәтле. Ә. Хәкимов.
ЭШ ХАҠЫ (Р .: зарплата; И.: wages; рау; T.: maaş) и.
Кешенең хеҙмәтенә түләнгән аҡса. □ Зарплата. Тулы эш хаҡы. Уртаса эш хаҡы. ■ Сәлим эш хаҡы алған һайын, бәләкәй генә булһа ла, өйгә буләген дә, кустәнәсен дә алып ҡайтҡыланы. Ғ. Аллаяров. Купме генә тырышмаһын, эш һөҙөмтәһе маҡтанырлыҡ булмағас, Миңлейыһангирҙың карьераһы ла уҫмәне, эш хаҡы ла тубән көйө ҡалды. И. Аҡъюлов. Кассир уның алдына айлыҡ эш хаҡы яҙылған ҡағыҙҙы йәйеп һалды ла Йәнтилин тигән фамилияға төртөп кур-һәтте. И. Ғиззәтуллин.
ЭШ-ХӘЛ (Р.: дела; И.: business; action; affair; T.: iş hal) и. йыйн.
Тормоштағы төрлө эш, хәл, ваҡиға һ. б. күренештәр. □ Дела, обстоятельства. ■ Рәсәй Федерацияһында һуңғы йылдарҙа кусемһеҙ милеккә, ергә дәуләт теркәуе эшенең әуҙемләштерелеуе был әлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эшен, шул уҡ ваҡытта милек хужалары булып төрған физик һәм юридик шәхестәрҙең эш-хәлен ҡатмарлаштырҙы. «Йәшлек», 31 август 2010. һәр эш-хәлде кеше уҙенсә баһалай инде. «Киске Өфө», № 45, 2011.
ЭШҺЕҘ I (Р.: безработный; И.: unemployed; out-of-work; T.: işsiz) с.
242