Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 243


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЭЯЛА
Эш менән мәшғүл булмаған, эше юҡ. □ Безработный. М Эшһеҙ кешегә көндөң сәғәте генә тугел, минуты ла йыл кеуек оҙаҡ тойола. Ф. Әсәнов. Нигеҙ буйына сығып, көнө буйына ауылдағы хәрәкәтте куҙәтеп ултырған был эшһеҙ ҡарсыҡ тауҙа кеше куренеуен көтөп кенә тора. Р. Солтангәрәев.
ЭШҺЕҘ II (Р.: без работы; И.: idle; T.: işsiz) р.
Эш эшләмәй, ҡул ҡаушырып. □ Без работы, без дела. ■ Көндөң көнө буйы эшһеҙ ултырған Мөкәрәмә ваҡытты нисек уҙғарырға белмәне. Я. Хамматов. Ауыл әҙ генә эшһеҙ булһа, унда ауылса ҡунаҡлашыу башлана. Ғ. Хәйри. Эшһеҙ ҡул ҡаушырып ултырырға кунекмәгән Сергей яҡ-яғына ҡаранды. А. Абдуллин. Йәш егет бронекабель уралған катушка эргәһенә килеп баҫты, әҙ генә уйлашҡас, эшһеҙ торған автопогрузчик йө-рөтөусене саҡырып алды. И. Нурғәлиев.
ЭШҺЕҘ III (Р.: безработный; И.: unemployed; T.: işsiz) и.
Эш тапмай, эш менән шөғөлләнә алмай йөрөгән кеше. П Безработный. • Эшһеҙҙең ашы тәмһеҙ, уҙе ғәмһеҙ. Әйтем. Эшле килер— эш аҡтарыр, эшһеҙ килер — эш ҡалдырыр. Әйтем.
ЭШҺЕҘЛЕК (эшһеҙлеге) (Р.: безработица; И.: unemployment; T.: işsizlik) и.
1. Эшсе, хеҙмәткәрҙәрҙең эш тапмай, эш менән шөғөлләнә алмай йөрөгән хәле. □ Безработица. ■ Ҡаланы эшһеҙлек, бөлгөнлөк баҫты. Р. Вәлиев. Эшһеҙлек сәскә атты, предприятиелар уҙ-ара иҫәп-хисап өҙөшә алмай ҡаңғырҙы, халыҡҡа эш хаҡы туләмәу куҙәтелде. Р. Камал.
2. Эшһеҙ тик торған хәл. □ Безделье. ■ Бына бит, ауылда уҙ аллы донъя көтөп өйрәнгәс, әсәһе эшһеҙлектән аптырай. Н. Мусин. Эшһеҙлектән Элеонора куптән инде бер кем дә йәшәмәгән был булмәне йыйыштырырға булып итте. Ш. Шәкүрова. Көн оҙоно эшһеҙлектән ялҡҡан Гәлиә мине көтөп ултыра-ултыра ла, көтөп ала алмайынса, өҫтәлдә яҙыу ҡалдырып, йә театрға, йә
киноға, йә башҡа берәй ергә сығып китә торғайны. Ф. Әсәнов.
ЭШҺӨЙМӘҪ (Р.: бездельник; И.: idler; good-for-nothing; loafer; T.: tembel, avare) u.
Эш яратмаған, ялҡау кеше. □ Бездельник, лентяй. К Эшһөймәҫтәр, контораларҙа һәлберәтеп йөрөуселәр байтаҡ. И. Нурғәлиев. [Шәрғиә:] Ҡаҙнаға талпандай ҡаҙалды эшһөймәҫтәр! Имеш, улар хужа хәҙер ил мөлкәтенә. Ә. Хәкимов.
ЭШҺӨЙӘР (Р.: трудолюбивый; И.: industrious; laborious; plodding; T.: çalışkan) c.
Эш яратҡан, эшкә уңған; егәрле. □ Трудолюбивый. ■ Баҫалҡы куңелле, эшһөйәр ауылдаштарынан ныҡ айырылып тора ине Баһир. Р. Байымов. Эй-й, донъялар, яҙмыштар, — ти шул бабай, — атайығыҙ Хөсәйен бик ғәҙел, эшһөйәр, ярҙамсыл кеше була торғайны. М. Ғиләжев. Назар Нәжми, уҙ сиратында, бик тә итәғәтле, эшһөйәр Шәриф Бикҡолдо яуаплы сәркәтип итеп алды. Н. Мусин.
ЭШӘ (Р.: деревянная игла; И.: flat, bent wooden awl; T.: ağaç iğne) и. диал. ҡар. аша IL
Ау үрә торған ағас энә. □ Деревянная игла, кочедык (для плетения сети). Эшэ менән ау уреу. Эшә яһау. Ауҙың эшәһен алыштырыу.
ЭШӘМНЕК (эшәмнеге) (Р.: стропила;
И.: trussing; framework; T.: çatı kirişi) и. диал. ҡар. асамай I.
Ҡыйыҡ ябыу өсөн стенаға һәм эске терәүҙәргә таяндырып ҡуйылған урҙалар. □ Стропила. Өйҙөң эшәмнеге. Бураға эшәмнек-тәр ҡуйыу. Йорт эшәмнеген яңыртыу.
ЭШӘНЕҮ (эшән-) ҡ. диал. ҡар. ышаныу. Эшәнер кеше. Куршегә эшәнеу. Ялғансыға эшәнмәгеҙ.
ЭЯЛА (Р.: морянка; И.: long-tailed duck; T.: uzun kuyruklu ördek) и. зоол.
Ала төҫтәге, ҡысҡырғанда «эй-аа-алла, эй-аа-алла» тигән тауыш сығарған өйрәк төрө; эялла, ияла. □ Морянка (лат. Clangula hyemalis). ■ [Эяла] һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Парлашып һәм кумәкләшеп йәшәйҙәр.
Э. Ишбирҙин.
243