ә
Ә I (Р.: сороковая буква башкирского алфавита; И.: the fortieth letter of Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin kırkıncı harfi)
Башҡорт алфавитының ҡырҡынсы хәрефе, түбәнге күтәрелеш, алғы рәт һуҙынҡыһын билдәләй. □ Сороковая буква башкирского алфавита, обозначает гласную нижнего подъёма переднего ряда. «Ә» хәрефен өйрәнеү. «Ә» хәрефенең урыны.
Ә II (Р.: а; И.: but; T.: ve, ise) терк.
1. Һөйләмдең тиң киҫәктәрен йәки бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе теркәү өсөн ҡулланыла. □ А, затем (противительный союз). ■ Әсәһе өйҙә юҡ, ишек алдына сыҡты шикелле, ә атаһы бер нәмә белмәй йоҡлай. С. Агиш. Ҡайһыһы ат егә, ә ҡайһы берәүҙәре .. аптырап баҫып тора. һ. Дәүләтшина.
2. Беренсе һөйләмдәге уй-фекерҙең икенсеһе менән нығытылмағанын, көткәндең киреһе булғанды белдергәндә ҡулланыла. □ А, но (при противопоставлении, сравнении). ■ Бына бер ваҡыт боеприпас бөттө, ә дошман, ҡул һуҙһаң, ҡул етерлек кенә — яҡын. И. Абдуллин. Ҡул сабып ҡаршыланылар, ә Рәшиҙәгә был да оҡшаманы. М. Тажи.
3. һөйләмдәрҙе йәки һөйләм киҫәктәрен ҡаршы ҡуйып теркәп, тасуирлап һөйләүҙе көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ А, но, однако (при усилении противопоставления). ■ Емеш күп ваҡыт уның таҡтаға яҙған һүҙҙәренең мәғәнәһенә түгел, ә хәрефтәренең матурлығына иҫе китеп ҡарап ултыра ине. 3. Биишева. Көслө мотор геүләүҙән ҡалын бронялы машина түгел, ә бөтә ер һелкенә кеүек тойолдо. Ғ. Аллаяров.
4. Бер һөйләмдә әйтелгән уй-фекер икенсеһендә башҡа йүнәлеш алған ике һөйләмде ҡаршы ҡуйып теркәү өсөн ҡулланыла. □ А, но, однако. ■ [Еңгә күрергә килгәндәрҙең] барыһының да күҙҙәре шаршау артында, һике ситендә бойоғоп ултырған йәш еңгә яғына йүгерә, ә уны тиҙ генә күреү мөмкин түгел ине. Һ. Дәүләтшина.
Ә III (Р.: а; И.: yet; T.: ise) киҫ.
ә
1. Һүҙ йәки һөйләм алдында баҫым менән әйтелеп, иғтибарҙы тартыу, йәлеп итеү өсөн ҡулланыла. □ А (употребляется при привлечении внимания). М Ә мин йортоғоҙға ҡыҙыл әтәс ҡундырырмын, ут төртөрмөн, ыштанһыҙ ҡалдырырмын, — тип ғыжланы Айытбай. С. Агиш. Ә зал ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. А. Абдуллин.
2. һорау һәм өндәү һөйләм алдынан килеп, тәьҫирлекте көсәйтә. □ А (при вопросе, восклицании). ■ Ә ҡатынығыҙ көтмәйме ни, иптәш генерал? — тип һорарға батырсылыҡ итте Калюжный. Ғ. Аллаяров. Ә һин үҙең кем булырға йыйынаһың һуң, «еткән ҡыҙ»? — ти Нәсихә, уның сәс толомонан тартып. И. Абдуллин.
3. Ишетмәй ҡалған нәмәне ҡабатлап һорағанда ҡулланыла. □ А? (при переспрашивании). Ә? Нимә тиһең? ■ [Сәғиҙә:] Ә? Йыуынып алырға тиһеңме? Бик һәйбәт булыр. М. Тажи.
4. Һорау һөйлөмдәренең аҙағында һорауҙы көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ А? (употребляется в конце предложения для усиления вопроса). Я [Еәйсар:]Тере тиһең инде, бабай, ә? Ғ. Аллаяров.
5. һөйләм аҙағында килеп, ғәжәпләнеүҙе, аптырауҙы, һоҡланыуҙы һ. б. тағы ла көсәйтеү өсөн ҡулланыла. □ А (при удивлении, восхищении и т. д.). И Доклад шул урынға еткәс, бығаса йәбештереп ҡуйылған төҫлө хәрәкәтһеҙ ултырған Әмирханов урынынан ҡалҡа биреп артҡа ҡараны ла: «Бына нисек булған, ә?» — тигән булды. С. Агиш. [Иван Петрович — Сәмиәр тураһында:]Матур һөйләй ҡәһәрең, ә! Ф. Аҡбулатова.
♦ Ә тигәнсе бик тиҙ, шул арала. □ Сию минуту (секунду), очень быстро. М Ә тигәнсе теге пар атлы кеше урам шаулатып, аттарын саптырып, урамда йөрөгән ҡаҙҙарҙы ике яҡҡа осортоп, .. башын бер яҡҡа һалындырып үтеп китте. М. Ғафури. Ә тигәндә мә тип тороу кешенең һәр һорауын, үтенесен эшләргә әҙер тороу. □ Быть шустрым, исполнительным. ■ [Әмирханов — миңә:]Прилавка артында тороп, ағайҙарыңа
244