ӘБЕЙЕШКӘ
4. Оло йәштәге кешенең ҡатыны һәм уға иренең өндәшеү һүҙе. □ Старушка (жена пожилого человека и его обращение к жене). ■ Хужа бик ҡайғырған, әммә әбейе әйтә икән: ҡайғырма, бәлки, был яҡшығалыр! Н. Асанбаев. [Шымбай ҡарт:] Йәшәйбеҙ! Яғалашабыҙ!Шулай бит, әбей?! 3. Биишева.
5. диал. Ирҙең әсәһе (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың әсәһе (иренә ҡарата); ҡәйнә. □ Свекровь, тёща. Беҙҙең яҡта ҡәйнәне әбей тиҙәр.
6. диал. Атайҙың йәки әсәйҙең әсәһе; өләсәй. □ Бабушка. Этәйемдең әнейе Хәкимә әбейем килде.
7. этн. Им-том итеүсе оло ҡатын. □ Старушка-знахарка. ■ Бала илаһа, әбей килеп имләй ине. «Башҡорт мифологияһы»нан.
8. диал. Кендек инәһе. □ Повитуха. Инәйем бәпәйгә ауырый башланы. Әбей саҡырҙылар.
ӘБЕЙЕШКӘ и. диал. ҡар. әбекәй 1. Курше әбейешкә. Ауыл әбейешкәләре. Эскәмйәлә әбейешкәләр йыйылған.
ӘБЕЙҘӘР ҠОЯШЫ и. диал. ҡар. әбейҙәр сыуағы. ■ Көҙҙөң бер ҡояшлы, йылы аҙнаһы ул. Йылы йәй һымаҡ була. Әбейҙәр ҡояшы тип әйтәбеҙ шуны. Кәлсә бешерәбеҙ. Бергә сәй әсәбеҙ. «Башҡорт мифологияһынан.
ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ (Р.: бабье лето; И.: Indian summer; T.: pastırma yazı) и.
Көҙ башындағы йылы аяҙ көндәр. □ Бабье лето. ■ Әбейҙәр сыуағы килеуен бел-дертеп урмәкселәр ағастан ағасҡа антенналар һуҙыр; иртән уларға куренер-куренмәҫ кенә ынйы бөртөктәре теҙелер. И. Абдуллин. Тышта әбейҙәр сыуағы. Әйтерһең, донъя алтынға мансылған. «Башҡортостан», 17 октябрь 2015.
ӘБЕЙ ЕМЕШЕ (Р.: боярышник; И.: hawthorn; T.: akdiken) и. диал. ҡар. энәлек.
Ҡыҙғылт һары емешле эре энәле ағас йәки ҡыуаҡ һәм шуның емеше. □ Боярышник (лат. Crataegus). Әбей емешен йыйыу. Әбей емешенән ҡайнатма.
ӘБЕЙ КҮС (Р.: божья коровка; И.: ladybird; T.: uğur böceği) и. диал. ҡар. ҡамҡа.
Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫлө, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына ҡуңыҙ. □ Божья коровка (лат. Coccinellidae). Ике төрткөлө әбей кус. М Камҡаның һөйләштәрҙә әбей кус, Алла бабай сепейе, Алла пипейе, кусапай һ. б. атамалары бар. Ф. Хисамитдинова.
ӘБЕЙ ҠАЛАҠ (ҡалағы) (Р.: лапта; И.: lapta (bat); T.: lapta) и. диал. ҡар. ҡаҡма туп.
1. Ике төркөмгә бүленеп, тупҡа таяҡ менән һуғып, бер-бер артлы ҡаршы төркөмдөң яғына йүгереп, туптан ҡасып кире ҡайта торған балалар уйыны. □ Лапта (игра). Әбей ҡалаҡ уйнау. Әбей ҡалаҡ буйынса көс һынашыу.
2. Шул уйында тупты һуға торған таяҡ. □ Лапта (палка, бита). Әбей ҡалаҡты дөрөҫ тотоу кәрәк. Әбей ҡалаҡ менән һуғыу.
ӘБЕЙ ҠАМЫРЫ и. диал. ҡар. энәлек. Әбей ҡамыры емеше. Әбей ҡамырын йыйыу. Әбей ҡамыры ныҡ бешкән, иҙелеп тора.
ӘБЕЙ ҠОЯШЫ и. диал. ҡар. ҡамҡа.
Беҙҙең яҡта ҡамҡаны әбей ҡояшы тиҙәр.
ӘБЕЙ СЫУАҠ (сыуағы) и. диал. ҡар. ҡамҡа. Дурт нөктәле әбей сыуаҡ. Беҙ әбей сыуаҡты тотоп, нөктәләрен һанап, теләк теләйбеҙ.
ӘБЕЙ СӘСЕ (Р.: ковыль; И.: feathergrass; T.: sorguç otu) и. диал. ҡар. ҡылған.
Ялбыр сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipa). Тау буйында уҫкән әбей сәсе. Әбей сәсен сабыу. Алыҫтан һарғайып әбей сәсе куренә.
ӘБЕЙ СӘСКӘҺЕ (Р.: мать-и-мачеха; И.: foalfoot; T.: öksürük otu) и. диал. ҡар. үгәй инә үләне.
Астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, тамырына яҡын урынлашҡан йөрәк формаһындағы япрағы, һары сәскәһе булған күп йыллыҡ дарыу үләне. □ Мать-и-мачеха (лат. Tussilago). Әбей сәскәһе йылға буйында купләп уҫә. Әбей сәскәһен һабаҡһыҙ йыялар.
ӘБЕЙ ТӨРТКӘН (Р.: сибирская язва; И.: anthrax, Siberian ulcer; T.: şarbon) и. диал. ҡар. түләмә.
Малда, кешелә була торған бик йоғошло яман сир. □ Сибирская язва. Әбей төрткән йоҡтороу. Малдарҙа әбей төрткән булған.
246