Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 247


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘБЕРӘКМӘН
ӘБЕЙ-ҺӘБЕЙ (Р.: старушки; И.: old women folk; T.: yaşlı kadınlar) и. йыйн.
Оло йәштәге күмәк ҡатын-ҡыҙ. □ Старушки, бабки. ■ Сәғурә еңгәнең хәлен белергә, ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашырға курше-кулән, әбей-һәбей һаман килгеләп торҙо. 3. Биишева. Бисә-сәсә, әбей-һәбейҙәр укһеп илаша, китеуселәр ҡысҡырып тәҡбир әйтә, бер ситтәрәк, Кәзә урамындалыр инде, йыр, гармун тауышы ҡолаҡ яра. Б. Бикбай. Ауыҙынан ҡан ағып ятҡан Ҡаныш янына им-том белеусе әбей-һәбейҙәр йыйылды. Ғ. Ибраһимов.
ӘБЕКӘЙ (Р.: бабуля; И.: grandma, granny; T.: büyükanne) и.
1. ирк. Әбей һүҙенең иркәләү-кесерәйтеү формаһы. □ Бабуля. ■ Булмәгә тулған әскелтем көкөрт еҙенән әбекәй бер туҡтауһыҙ сәсәп, бышҡырырға кереште. Р. Вәлиев. Әбекәй миңә мәтрушкә эсереп ҡарай, май әреме лә бирә. Р. Ғабдрахманов.
2. диал. Атайҙың йәки әсәйҙең әсәһе. □ Бабушка. Йыраҡ әбекәй — әтейемдең әнейе, яҡын әбекәй — әнейемдең әнейе.
ӘБЕЛ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир племени усерган. Әбелдәр шәжәрәһе. Әбел егете.
ӘБЕЛӘЙ и. диал. ҡар. ҡылған. Дала әбе-ләйе. Малға әбеләй ашатыу. Әбеләй сабыу.
ЭБЕН и. диал. ҡар. әүен I, 1. Көлтәләрҙе әбенгә һалыу. Эбен баҙы. Игенде әбендә киптереу.
ӘБЕРГӘЛӘНЕҮ (әбергәлән ) (Р: теряться; И.: get lost; T.: kaybolmak) ҡ. диал.
Аптырап, ни эшләргә белмәү. □ Теряться, растеряться, оторопеть. Әбергәләнеп ҡалыу. Етәкселәр килгәс, әбергәләнеп киттем.
ӘБЕРКӘ (Р.: оборка; И.: frill; ruffle; flounce; T.: fırfır) и. диал. ҡар. балитәк.
Итәккә ҡатлы-ҡатлы итеп тегелә торған таҫма; ҡатмар. □ Оборка. Кулдәккә әберкә тегеу. Әберкә һалынған итәк.
ӘБЕРСЕН (Р.: горлица обыкновенная; И.: turtledove; T.: üveyik) и. зоол.
Һырты ерәнһыу көрән, түше, муйынының алғы яғы ҡыҙғылт һоро урман күгәрсене; алатуба. □ Горлица обыкновенная, витютень, вяхирь (лат. Streptopelia turtur). Ҙур әберсен. Ябай әберсен. Төрткөлө әберсен. ■ Яр буйында әберсендәр кумәкләшеп гөрләйҙәр. Т. Йәнәби. Талда һайрап ултырған һандуғасты ҡушарлап әберсендәр теҙелгән. «Урал батыр».
ӘБЕРСӘ (Р.: малина; И.: raspberry; Т.: ahududu) и. диал. ҡар. ҡурай еләге.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк һабаҡлы, ҡыҙыл емешле ҡыуаҡ үҫемлек; ҡурай еләге. □ Малина (лат. Rubus idaeus). Әберсә йыйыу. Әберсә ҡайнатмаһы. ■ Үҙәктең шишмәһе булғас инде, талы, муйылы, әберсәһе лә бар. М. Ямалетдинов.
ӘБЕРСӘЛЕК (әберсәлеге) (Р.: малинник; И.: raspberry-yard; T.: ahududu çalılığı) и.
Ҡурай еләге ҡыуаҡлығы; ҡурай еләклек. □ Малинник. Әберсәлеккә осрау. Урмандағы әберсәлек. ■ Бер ваҡыт Айыубикә уландары Дөмбәй менән Тумтыҡты икеһенә ике кәрзин тоттороп, әберсәлеккә ебәрергә булды, ти. Әкиәттән.
ӘБЕРСӘ ТУРҒАЙЫ (Р.: зелёная пересмешка; И.: icterine warbler; T.: nar bülbülü) и. зоол.
Турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған һырт яғы йәшкелт һоро, ҡанат ҡауырһындарының сите аҡ ҡайыулы ҡара көрән төҫтәге күсмә ҡош. □ Зелёная пересмешка (лат. Hippolais icterina). M [Әберсә турғайы] төрлө ҡоштарҙың тауышына оҡшатып һайрай, һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй.
Э. Ишбирҙин.
ӘБЕРҺЕҮ (әберһе-) (Р.: предчувствовать; И.: have presentiment, anticipate; T.: tahmin etmek) ҡ. диал. ҡар. һиҙеү.
Алдан тойоу, һиҙемләү. □ Предчувствовать, предугадать. Бәлә булырын алдан әбер-һеу. Әберһеп йөрөу. Кеше уйын әберһеу.
ӘБЕРӘКМӘН (Р.: репейник; И.: agrimony; T.: kasıkotu) и. диал. ҡар. дегәнәк.
Эре киң япраҡлы, һандал сәскәле, сәнскеле үҫемлек һәм уның йәбешкәк тумалаҡ орлоғо. □ Репейник, лопух (лат. Arctium
247