Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 248


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘБЕРӘМ
lappa). Әберәкмән орлоғо. Әберәкмән һырыу. Әберәкмән япрағы.
ӘБЕРӘМ и. диал. ҡар. дегәнәк. Итәккә әберәм һырый. Әберәм кеуек йәбешеу.
ӘБЕҮ (Р.: бо-бо; И.: boo-boo; T.: aman) ымл. бал.
Ауырта тигәнде аңлата. □ Бо-бо (междометие, которое выражает болевое ощущение). Теймә, әбеу! Әбеу булған.
ӘБЕҮЕК (әбеүеге) (Р.: овсюг; И.: wheat oat; T.: yabani yulaf) и. диал. ҡар. ҡара һоло.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ ҡый үләне. □ Овсюг (лат. Avena fatua). Әбеуек башағы. Әбеуек йолҡоу. Баҫыуҙы әбеуек баҫҡан.
ӘБЕҮЛӘҮ (әбеүлә-) (Р.: баловать; И.: play about, play up; pamper; T.: şımartmak) ҡ. һөйл.
Баланы үтә иркәләү, бөтә теләктәрен үтәү. □ Баловать, нежить, лелеять. Әбеуләп тороу. Әбеуләп уҫтереу. Н Йәй көнө әсәһе курортҡа киткәс, өй ҡарап, улын көтөп торған Шәфиҡә апай бер ҙә уны әбеуләп, теләгәнен эшләп торманы. 3. Биишева.
ӘБЕШ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
һыҙғы ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир племени сызгы. Әбеш аймағы. Әбештәр тотош бер ауыл булып ултырғандар.
ӘБЖӘТ [ғәр. âajl] (Р.: эбджет; И.: kind of cipher; T.: ebced) и. иҫк. кит.
Ғәрәп хәрефтәренән тороп, һәр хәреф белдергән һанды һәм ғәрәп әлифбаһының тәртибен иҫтә ҡалдырыр өсөн уйлап сығарылған һигеҙ һүҙҙең беренсеһе һәм шул һүҙҙәрҙең дөйөм атамаһы. □ Эбджет (название восьми вымышленных слов, показывающих древний порядок арабского алфавита). Әбжәт тәртибе. Әбжәт хисабы. Әбжәт өйрәнеу. ■ Һарысәс бик зирәк булған — бер йылда әлепбейҙе, әбжәтте, иман шартын бөтөп, әфтиәккә төшөп, яртыһына еткән дә ижек танып сурәгә төшкән. М. Буранғолов. Фәрештәнең берәй амин тигән сағына тура килеп китһә, «Әбжәт» уҡып та бухгалтер булырға, кооперативҡа инергә мөмкин
булыр, — тип уйлап ҡуйған булаһың. Б. Ишемғол.
ӘБЖӘТСЕ (Р.: сторонник эбджета; И.: Moslem disciple; T.: ebcedhan) и. иҫк. кит.
Әбжәт өйрәнеү юлы менән уҡыу ысулын яҡлаған кеше. □ Сторонник эбджета (обучения по цифровым значениям букв арабского алфавита). М [Шаһзада] маҡтанмаҫ, ләкин белем һәм көс яғынан тота уҙен әбжәтсенән дә тубән. М. Харис.
ӘБЗӘЙ и. диал. ҡар. әберсә. Бешкән әбзәй. Әбзәй ҡыуағы. Әбзәйҙән ҡайнатма яһау.
ӘБЗӘҢКӘЙ (Р.: бабушка; И.: grandmother; T.: büyükanne) и. диал. ҡар. өләсәй.
Әсәйҙең йәки атайҙың әсәһе. □ Бабушка. Беҙҙең яҡта өләсәйҙе әбзәңкәй тиҙәр.
ӘБЙӘЗ [ғәр. ] (Р - белый; И.: white; T.: beyaz) с. иҫк. кит.
Аҡ төҫтәге. □ Белый. Әбйәз йөҙлө. ■ Сәс-кәйҙәрең әсуәд, йөҙөң әбйәз, ҡашың ҡәләм — уҙәк өҙәлер. М. Фәйзи.
ӘБРАР [ғәр. Jİ] (Р.: святые люди; И.: saint people; T.: ebrar) и. иҫк. кит.
Изге кешеләр. □ Святые (благонравные, правдивые) люди. ■ Ләимдәрҙең йөҙө ҡара, нисек тупҡа ҡулы бара атырға шәһри Болғарға — нисә әбрар маҡам саздыр. Ғ. Соҡорой.
ӘБРӘКӘЙ (Р.: уборная; И.: lavatory; toilet; water closet; T.: tuvalet) и. һөйл.
Ярау итә торған махсус урын. □ Уборная, туалет. ■ Йәһәт кенә йәнһеҙ ҡошто эләктереп алдым да әбрәкәйгә илттем. Р. Камал. Әбрәкәй тигән нәмә тышта ла, өйҙә лә бар. Р. Әхмәтов.
ӘБҮЗӘР (Р.: название родового подразделения; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Бишул ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир племени бишул. Әбузәр араһына ҡарау. Әбузәрҙәр урамы. Әбузәр аймағы ҡыҙы.
ӘБХӘР [ғәр. ‘диңгеҙҙәр’] (Р.: море; И.: sea; T.: ebhar) и. иҫк. кит. ҡар. диңгеҙ.
Донъя океанының бер өлөшө. □ Мәре. ■ Айырған бер-беренән бәндәләрҙе, тиерһегеҙ, был донъяла сәбәп ни? Тугел тау, таш дәхи
248