Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 249


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘБӘК-ҺӘБӘК
арала әбхәр, тугел төрлөсә телдә булмаҡ, эй, яр! С. Яҡшығолов.
ӘБӘ I (Р.: надо же; И.: how quaint!; T.: vay) ымл. ҡар. аба.
1. Аптырағанда әйтелә. □ Надо же, вот так да, ну и ну (выражает удивление). Әбә, ҡайһылай яман. В Нимә тип керҙем әле ошо аласыҡҡа, әбә-ә, — тип оҙаҡ ҡына баҫып тора өләсәйем, шунан өйгә ыңғайлай. Г. Яҡупова.
2. Ғәйепләүҙе, асыуҙы, үпкәләүҙе белдергәндә әйтелә. □ Ой; тоже мне (выражает осуждение, упрёк, возмущение, обиду). Әбә, харап икәнһең! Әбә, ҡалай йөрөгән була!
ӘБӘ II (Р.: обращение к матери, к бабушке; И.: granny!; T.: annecim) и. диал.
Әсәй, өләсәйгә өндәшеү һүҙе. □ Обращение к матери, к бабушке. Әбә! — тип бала ҡысҡырып ебәрҙе.
ӘБӘД [ғәр. «хй ] (Р.: вечно; И.: for good; Т.: ebed) р. иҫк. кит.
Мәңгелеккә, ғүмергә. □ Вечно, бесконечно. ■ Мәңгегә килһен азатлыҡ, мин ҡалайым шунда әбәд. М. Ғафури.
ӘБӘДЕЛ-ӘБӘД [ғәр. р. иҫк. ҡар. әбәд. ■ Улар әбәдел-әбәд мәхрум вә мәғбун уядылар. «Батыршаның хаты».
ӘБӘДИ [ғәр. (Р- вечный; И.: eternal; T.: ebedi) с. иҫк.
Мәңге йәшәгән, бөтмәй торған; ахыры булмай торған (заманға ҡарата). □ Вечный, бесконечный. Әбәди заман. Әбәди ваҡыт.
ӘБӘК (әбәге) (Р.: игра в пятнашки; И.: tag; T.: çocuklar oyunu) u.
Балалар уйыны (әйтемләп бер баланы көтөусе итәләр; ҡалғандары туңәрәккә баҫа; көтөусе туңәрәк тышында: «Һайыҫҡандай шыҡырыҡлап, мин йөрөйөм өй һаҡлап, ҡаҙ-ҙай булып ҡыйғаҡлап, һиңә тейәм, һин — әбәк!» — тип, берәугә һуғып ҡаса ла, буш ҡалған урынға торорға тырыша; тотолмаҫ элек тороп өлгөрһә, көтөуселектән ҡотола, баҫтырғаны көтөусе була; тороп өлгөрә алмай тотолһа, тағы уҙе көтөусе булып ҡала). □ Игра в пятнашки (салки). М Бакса артындағы сиҙәмгә сығып, башта әбәк уйнаныҡ. Р. Камал. [Емеш:] Әйҙә әбәк уйнайыҡ! — Шәурәгә шул ғына кәрәк ине.
3. Биишева. Таңһылыу толомон тартып алды ла, бала саҡта әбәк уйнаған һымаҡ егеттең арҡаһына шапылдата һуғып, аҫҡа табан йугерҙе. М. Садиҡова.
ӘБӘК-КӨБӘК (әбәк-көбәге) (Р.: игра в горелки; И.: playing catch; T.: çocuklar oyunu) и.
Балалар уйыны (бер-бер артлы теҙелешеп торалар; көтөусе алда торған баланың усына һуғып: «Әбәк-көбәк, алтын табаҡ, етә алһаң, көмөш ҡалаҡ, етә алмаһаң, артыңа етмеш кәрәк көл!» — ти ҙә йугереп ҡаса; тегенеһе уны баҫтыра, ҡасып барып, теҙелгән төркөмдөң ҡойроғона баҫа алһа, баҫтырған бала көтөусе була, ҡаса алмай тотолһа, яңынан уҙе көтөусе була, ә баҫтырып тотҡаны ҡойроҡҡа баҫа). □ Игра в горелки. Әбәк-көбәк уйнау. ■ Безгәләккәй, безгәләк, килдем һиңә, кубәләк. Әйҙә, бергә уйнайыҡсы әбәк-көбәк, һәпәләк. 3. Исламова.
ӘБӘКЛӘҮ I (әбәклә-) (Р.: салить; И.: give a tap; T.: oyunda dokunmak) ҡ.
Әбәк уйынында әйтемләп бер уйнаусыға килеп һуғып ҡасыу. □ Салить (при игре в пятнашки). Балалар бер-береһен әбәкләй. ■ Вася .. дуҫының арҡаһына шап итеп һуғып әбәкләне лә: «Саптыҡ!» — тип урам буйлап йомолдо. X. Мохтар.
ӘБӘКЛӘҮ II (әбәклә-) (Р.: дразнить; И.: tease; T.: tahrik etmek) ҡ. диал. ҡар. үсекләү.
Кемделер төрлө һүҙ йәки ҡыланыш менән ирештереү. □ Дразнить, насмехаться. Кеселәрҙе әбәкләу. Балалар бер-береһен әбәкләргә ярата.
ӘБӘКҺЕҮ (әбәкһе-) ҡ. диал. ҡар. ялҡыу. Әбәкһеп китеу. Бер ук әйберҙән әбәкһеу. Бала уйынсыҡтан әбәкһене.
ӘБӘК-ҺӘБӘК (Р.: кое-как; И.: hit ог miss, by halves; T.: şöyle böyle) p.
1. Мөһим булмаған, арлы-бирле. □ Кое-как, как попало. Әбәк-Һәбәк эшләу. Әбәк-һәбәк уҡыу.
2. диал. Ара-тирә, һирәк-һаяҡ. □ Там-сям, кое-где. Әбәк-Һәбәк куренеп ҡала. ■ Балаҫтар тушәлгән юл аша бала-саға әбәк-һәбәк йугереп сыҡҡылай. Ж. Кейекбаев.
249