Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 250


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘБӘК ӘЙТЕҮ
ӘБӘК ӘЙТЕҮ (әбәк әйт-) ҡ. ҡар. әбәк-ләү I. ■ Ҡыр елдәре әбәк әйтеп үтә, ҡырҙа елде нисек тотаһың? И. Кинйәбулатов.
ӘБӘЛӘК I (Р.: обидчивый; И.: touchy; squeamish; pettish; T.: alıngan, darılgan) c. диал. ҡар. бәләсел.
Юҡ-барҙы бәлә итеп, үпкәләп, тауыш сығарыусан. □ Обидчивый; ноющий; скандальный. ■ [Йыһан — Шәмсигә:] Ә һуң, туҡмаһа нимә булыр ине, үлер инеңме? Әбәләҡ. Ғ. Хәйри.
ӘБӘЛӘК II (Р: мягкий; И.: soft; Т.: yumuşak) с. диал. ҡар. йомшаҡ.
Ҡаты булмаған. □ Мягкий. Әбәләҡ ҡар. Ҡара шыршы кеүек әбәләҡ ағас юҡ.
ӘБӘЛӘК III с. диал. ҡар. ығыш I. Бигерәк әбәләк инде. Нәҫелдәре менән әбәләҡ кешеләр.
ӘБӘЛӘНЕҮ (әбәлән-) (Р.: суетиться; И.: fuss; bother; bustle; T.: yelmek) ҡ. диал. ҡар. сәбәләнеү.
Тыныслыҡ юғалтыу, тыпырсыныу. □ Суетиться, проявлять нетерпение. Бер туҡтауһыҙ әбәләнеү. Юҡҡа әбәләнеү. Әбәләнмәй тик торһаң, ҡорт саҡмай.
ӘБӘҮ (Р.: ой; И.: gosh! yikes!; Т.: ay!, uh!) ымл. диал. ҡар. абау.
1. Ҡапыл ауыртҡанда, ҡурҡып киткәндә әйтелә. □ Ой; ой-ой; ох; ну и ну, надо же (выражает боль, испуг, страх). ■ Маня кеҫәһен һыйпап алды ла, шатланып: «Әбәү, ҡотом осто, юғалтҡанмын тип торам!» — тип ҡысҡырҙы. Ә. Бикчәнтәев.
2. Һоҡланғанда, хуплағанда әйтелә. □ Ой, ох, вот это да (выражает чувство восхищения, одобрения). Әбәү, ҡалай матур! Әбәү, иҫ киткес йырлай!
ӘГЕЛ-БӨГӨЛ (Р.: одуванчик; И.: dandelion; T.: yabani hindiba) и. диал. ҡар. бәпембә.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән үҫемлек. □ Одуванчик (лат. Taraxacum). ■ Әгел-бөгөл бәп-бәп, туғай ағай туҡ-туҡ. Һамаҡтан.
ӘГРӘМӘТ (Р.: тесьма; И.: lacing; ribbon; band; T.: şerit) и. диал. ҡар. ейәк 2.
Балитәккә, итәк осона һалып тегә торған таҫма. □ Тесьма, пришиваемая к оборке,
подолу. Яҫы әгрәмәт. Әгрәмәтле итәк. Балитәккә әгрәмәт тегеү.
ӘГҮРСӘ (Р.: огурец; И.: cucumber; Т.: salatalık, hıyar) и. диал. ҡар. ҡыяр.
Ваҡ һары сәскәле, еле һабаҡлы, оҙонса йәшелсә биргән баҡса үҫемлеге. □ Огурец (лат. Cucumis sativus). Әгүрсә үҫтереү. Әгүрсә салаты. Әгүрсә тоҙлау.
ӘГӘР [фарс. j^l] (Р .: если; И.: if; Т.: eğer) терк.
1. Ғәмәлгә ашырылырлыҡ шартты белдергән эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә теркәп, шартлыҡ төшөнсәһен көсәйтә. □ Если (усиливает условность понятия). ■ Әгәр тәүге аҡ сәстәр ирҙәрҙә олпатлыҡ тойғоһо уятһа, ҡатындарҙа үкенеү, һулыу хистәрен ҡуҙғата. И. Абдуллин. Әгәр һалдаттар ошо минутта баштарын күтәреп ҡараһалар, Гаркушаның йылмайғанын күрерҙәр ине. Ә. Бикчәнтәев.
2. Күберәк ‘икән’ модаль һүҙе менән шарт эйәрсән һөйләм составында килеп, баш һөйләмдән аңлашылған эш-хәлдең сәбәбен йәки нигеҙен тәшкил иткән ҡылымдың мәғәнәһен көсәйтә. □ Если же, ежели (усиливает значение глагола главного предложения). ■ [Сәйҙә:] Юҡ, Саръян, әгәр һин файҙалы кеше булырға теләйһең икән, юлың да бүтән булырға тейеш. Ә. Байрамов. Яҡуп әйтте: «Әгәр шулай булған икән, бүре уны ашап һәләк иткән икән, ағзаларынан берәй нәмә ҡалған икән, табып алып, килтерегеҙ шуны имде!» «Ҡиссаи Йософ».
3. Инеш һөйләм ҡылымының шартлылыҡ, фараз итеү мәғәнәһен көсәйтә. □ Если (усиливает значение условности, предположения вводного предложения). ■ [Нэжипич:] Бына, әгәр боронғо саҡ булһа, һин, Гөлкәйем, шундай бай йортҡа килен булып төшөр инең. 3. Биишева. Ахырҙа уны [Йәмилде] завуч янына саҡыртып, әгәр былай насар уҡыһа, тиҙҙән ауылына ҡыуып ҡайтарасаҡ-тарын мейеһенә һеңдерҙеләр. Р. Байбулатов.
4. Икенсе һөйләм менән сағыштырылған йәки уға ҡаршы ҡуйылған һөйләмдең башында килеп, уның ҡылымының мәғәнәһен көсәйтә. □ Если (усиливает значение противопоставления или сопоставления). ■
250