Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 251


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әғләм
Әгәр секретарь ҡыҙ уның һыуын алмаштырмаһа, сәскәнең, яҙҙың, йәшлектең ҡәҙерен белмәйһең, тип кеше алдында әрләй [Гәүһәр]. И. Абдуллин.
5. Ябай һөйләмдә теләкте белдергән ҡылымдың мәғәнәһен көсәйтә. □ Если бы. М Аһ, әгәр ул [Юламан ҡарт] Бураншаһын ошо көндө мәңгелеккә оҙатаһын алдан белһә ине. 3. Биишева.
6. Риторик һорау ҡуйған һөйләмдең башында килеп, ҡылымдың мәғәнәһен көсәйтә. □ Если (в риторических предложениях усиливает значение глагола). Я Әгәр беҙ күлдәр, һыу ятҡылыҡтары, урмандар, уларҙағы йәнлек-тереклектәр менән шулай һаҡһыҙ ҡылана башлаһаҡ, ғәзиз еребеҙҙән нимә ҡалыр? Р. Байымов.
ӘГӘР ҘӘ (Р.: если бы; И.: if only; supposing; T.: eğer) терк.
Уй-теләккә йәки ысынбарлыҡҡа тап килмәгән төшөнсәле шарт эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә теркәй. □ Если бы, если же. Я Әгәр ҙә ер булмаһа, икмәк тә булмаҫ ине, ер һәм икмәк икеһе бер туғандыр. Ғ. Аллаяров. Әгәр ҙә беҙҙең был бәхәсте әсәйем ишетеп ҡалһа: «Ни эшләп туҙға яҙмаған һүҙ һөйләп йөрөйһөгөҙ? — тип әрләр ине. Ә. Бикчәнтәев. Әгәр ҙә ата ҡарға оя яһағансы үҙенә кәләш таба алмаһа, меңләгән километр ара юҡҡа үтелгән, яҙ, йәй заяға китте тигән һүҙ. И. Абдуллин. Әгәр ҙә күҙем менән күрмәһәм, мин уның [абыстайҙың] тере булыуына ышанмаған булыр инем. С. Агиш.
ӘГӘР ҘӘ МӘГӘР (Р.: а если же; И.: in that case; T.: ve eğer) терк.
Әгәр теркәүесенең көсәйтелгән төрө. □ А если же. Я [Еңгәһе — Закирға:] Әгәр ҙә мәгәр ниәтең булһа, балаҡты итек тышынан һалып алам да хәҙер үк яусы булып барам. 3. Биишева. Әгәр ҙә мәгәр был минутта Әхмәҙи минең йөҙөмә ҡараһа, дуҫының ниндәй ышаныслы кеше булыуын асыҡ күрер ине. Ә. Бикчәнтәев.
ӘГӘР КИ терк. кит. ҡар. әгәр ҙә. ■ Әгәр ки ҙә ошо изге бурысыбыҙҙы үтәһәк, Хоҙай беҙҙең бөтә гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡар. Н. Мусин. Әгәр ки ошо юрауҙарың раҫ булһа, Сәғилә ҡорҙашбикә, берҙән-бер тыу һары
ғымды ҡорбан итеп салам, Алла бойорһа! — тип Фатима әбей, ҡапыл ҡараңғы болот аҫтынан сыҡҡан ҡояш кеүек, йөҙө яҡтырып ҡайтып китте. Р. Өмөтбаев.
ӘГӘРСЕН и. диал. ҡар. әберсен. Ябай әгәрсен. Әгәрсен ояһы. Аҡ әгәрсен.
ӘҒЗӘМ [ғәр. ^Jâc.1] (Р.: великий; И.: great; T.: azam) с. иҫк. кит.
Бик бөйөк, бик юғары дәрәжәле; оло. □ Великий, высокий, высочайший. Я Батша-бикәнән үҙҙәренә ярлыҡау табып, ҡулдарына әғзәм хәҙрәттәренең тамғаһы һалынған ҡағыҙ тотоп ҡайтып төшәләр Ҡаҙандың үҙенә [ялан башҡорттары]. Ғ. Хөсәйенов. [Заһит:] Батша әғзәм хәҙрәттәренә үҙ ватаныбыҙҙы һаҡлар өсөн бөтә көсөгөҙҙө сарыф ҡылығыҙ, һ. Дәүләтшина.
ӘҒЛӘ [ғәр. о!| (Р.: самый высокий; И.: the highest, loftiest; T.: âlâ) с. иҫк. кит.
1. Иң юғары, иң бейек. □ Самый высокий; высший, верховный. Әғлә тауҙар. Әғлә урын. Я [Батырша:] Олуғ ғиззәтле-ғәзими, әғлә дәрәжәле графҡа, падишаһымыҙҙың шанлы вә мәрхәмәтле вәзиренә, дәүләтемеҙ хазинаһының хужаһы вә шәфҡәт эйәһенә кеселекле үтенес вә ялварыу илә тамуғ төбөнә ташланған ҡолоңдан. F. Хөсәйенов.
2. Бик хөрмәтле, ҡәҙерле; оло, өлкән. □ Самый почтенный, самый уважаемый. ■ Аллаһы тәғәлә 99 әғлә сифатҡа эйә, йөҙөнсөһөн үҙе генә беләлер — бөйөк серен. Ғ. Хөсәйенов.
3. Иң яҡшы. □ Самый лучший, превосходный. Әғлә китап. Әғлә бал. Келәмдең әғләһен алыу. Я [Фажиға:] Күстәнәсемдең иң әғләһе менән сәй эсеп алайыҡ әле. С. Кулибай. Һораусыларҙың береһе ҙур көмөш портсигарҙан әғлә папирос алып ҡабыҙҙы. М. Ғафури. Ҡурай [музыка ҡоралдары араһында] ҡарамаҡҡа иң ябайы. .. Шулай ҙа ул беҙгә иң әғләһе, моңлорағы һымаҡ. Ғ. Хөсәйенов.
ӘҒЛӘМ [ғәр. (Р.: знающий лучше всех; И.: one who knows best; T.: âlâm) с. иҫк. кит.
Иң яҡшы белеүсе. □ Знающий лучше всех. Я [Биксәнтәй:] Ә беҙ, үҙебеҙ ҙә әғләм итмәҫтән, сауаплы ла, әҙнәби лә эштәр баш
251