Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 252


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҒМАЛ
ҡарабыҙ, сауаплы уә хәштәмһәҙ ҡылыҡтар ҡылабыҙ. И. Ноғманов. [Батырша:] Мосолмандарына төшкән һәләкәттәр вә бөлгөнлөктәр хаҡында, халайыҡтарының хәжәттәре вә зарилыҡтары тураһында падшиаһымыз ғәзименә әғләм итмәк вә аңлатмаҡ имкән. Ғ. Хөсәйенов.
ӘҒМАЛ [ғәр. JLûcJ] и. иҫк. ҡар. әғмәл. Оло әғмал. Изге әғмал. Яман әғмалдарҙан һаҡ бул, балам.
ӘҒМАР [ғәр. jLûoI] (Р.: жизнь; И.: life; living; T.: amar) и. иҫк. кит.
Йәшәү осоро, ғүмер. □ Жизнь. Әҙәм әғмары. Яҡшы вә бәрәкәтле әғмар.
ӘҒМӘЛ [ғәр. JLûcI] (Р.: дело; И.: business, affair; T.: amal) и. иҫк.
Эш, ҡылыҡ, эш-хәрәкәт; ғәмәл. □ Дело, занятие; действие. Әғмәл итеу. Изге әғмәл. Насар әғмәл. ■ [Биксәнтәй:] Куңел тарлығы менән аңлы боҙоҡлоҡтан Хаҡ Тәғәлә уҙе һаҡлаһын. Бер ҡатарҙан сауаплы әғмәлдәргә этәреп, ғийллийун яҙмалары һәлмәгерәк тартһын. И. Ноғманов.
ӘҒМӘЛ ӘРБӘҒӘ [ғәр. AjujIJIocI] (Р.: четыре арифметических действия; И.: four fundamental operations of arithmetics; T.: amalierbaa) и. иҫк. мат.
Арифметиканың дүрт ғәмәле (ҡушыу, алыу, ҡабатлау, булеу). □ Четыре арифметических действия. ■ Хисаптан әғмәл әрбә-ғәне яҡшы беләм. Б. Бикбай.
ӘҒРӘФ [ғәр. Galjol] (Р.: агараф; И.: prominence between paradise and the inferno; T.: araf) и. иҫк. кит. дини.
Йәннәт менән йәһәннәм араһындағы ҡалҡыу урын (ожмахҡа ла, тамуҡҡа ла инмәгән йәндәр шунда йәшәй). □ Агараф (возвышенное место между раем и адом). Әл-әғрәф сурәһе. В [Колош хәҙрәт: ] Я раббым, урының ожмах ҡыл, был изге бәндәнең мәҡәнен әғрәф яланында ҡалдырма. Т. Хәйбуллин.
ӘҒҮҘҮ БИЛЛӘҺИ [ғәр.
(Р.: упаси Бог; И.: God forbid; T.: Allah korusun) инш. иҫк. кит.
«Хоҙай, Аллам һаҡлаһын» тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Упаси Бог, не дай Бог. М [Нэ-
ғимә ҡарсыҡ — Айытбайға:] Әғуҙу билләһи, куҙҙәре ни эшләгән? С. Агиш.
ӘҒҮӘ [ғәр. ҫ.I jol](P .: подстрекательство; И.: instigation; abetment; incitement; T.: agva) и. иҫк. кит.
Кеше араһын боҙоу йәки ҡырын эшкә өндәү өсөн аҫтыртын таратылған насар һүҙ; ҡотҡо. □ Подстрекательство, провокация. ■ [Подполковник:] Әллә Биксәнтәй әғуә таратырға ебәрҙеме? И. Ноғманов.
ӘҒҮӘСЕ (Р.: подстрекатель; И.: instigator, monger; T.: kışkırtıcı) и.
Берәй эш-ҡылыҡҡа өндәп ҡуҙғытыусы, ҡотҡосо. □ Подстрекатель, провокатор. ■ Биксәнтәй йәш старшинаны йөпләгәндәй әйтеп ҡуйҙы: «Бер мөртәт әғуәсе арҡаһында купме аҫыл ирҙәребеҙҙе тәләф иттек». И. Ноғманов. Иблис Ләғәнә, әғуәсе шайтан, уларға [Әҙәм менән һауаға] хаслашып, гонаһҡа батырмаҡ йөрөгән. Г. Яҡупова.
ӘҒҮӘ ҺАЛЫУ (әғүә һал-) (Р.: подстрекать; И.: incite; stir up; provoke; T.: kışkırtmak) ҡ. иҫк. кит.
Берәй эш-ҡылыҡҡа өндәп ҡуҙғытыу, ҡотортоу. □ Подстрекать, подговаривать. Әғуә һалып йөрөу. Йәштәр араһынды әғуә һалыу.
ӘҒӘЛӘ КИЛЕҮ (әғәлә кил-) (Р.: шуметь; И.: make noise; T.: gürültü etmek) ҡ. диал.
1. Нимә менәндер мәшәҡәтләнеп зыҡ ҡубыу. □ Шуметь, галдеть. Балалар әғәлә килә. Тышта кемдәрҙер әғәлә киләләр.
2. Тиҙ булырға тырышыу, ашығыу. □ Спешить, торопиться. Әғәлә килеп ҡайтып киләм.
3. Хәлдән тайыу. □ Обессилеть, утомиться. Әғәлә килгәнсе эшләу.
ӘДА ИТЕҮ (әда ит-) [ғәр. *Ы] (Р.: выполнять; И.: make, accomplish; T.: gerçekleştirmek) ҡ. иҫк. кит.
Тормошҡа ашырыу, үтәү. □ Выполнять. Фарыздарҙы әда итеу. Маҡсаттарҙы әда итеу.
ӘДА ҠЫЛЫУ (әда ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. әда итеү. ■ Куп тә торманы, мосолман йәмәғәте, йома намаҙын әда ҡылмаҡ өсөн, мәсеткә кереп көтә башланылар. М. Ғафури. Фарыздарҙы әда ҡылығыҙ. «Батыршаның
252