ӘҘЕР
хаты». «Әй, мөьминдәр! Аллаһының фарманын тотоңыҙҙар вә фарыздарымы әда ҡы-лыңыҙҙар!» — тип башланы ул ғәҙәттәгесә хөтбәһен. Ғ. Хөсәйенов.
ӘҘ (Р.: мало; И.: little; T.: az) р. ҡар. аҙ.
һаны, күләме ғәҙәттәгенән кәм. □ Мало, немного, незначительно. Әҙ ашау. Әҙ һөйләу. М Емештең быуынына әҙ генә хәл ингәндәй булды. 3. Биишева. Райком секретарының эше бер ваҡытта ла әҙ булмай. Ә. Вәли. Алдындағы икмәкте лә тәмләп ҡарар өсөн генә ҡапҡан кеуек, ситтән генә һындырып алып, әҙ генә ашаны [Ғәлимә]. М. Ғафури.
ӘҘЕКӘЙ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир племени табын; азекей. Әҙекәйҙәр бәҙрәк-табын ырыуына ҡарайҙар.
ӘҘЕП (әҙебе) (Р.: подшивка; И.: lining; T.: kenar) и.
Кейем-Һалымдың ситенә тиҫкәре яҡтан ҡатлап һалған тар туҡыма киҫәге. □ Подшивка, оторочка. Балаҫ әҙебе. Итәк әҙебе. Әҙеп ҡуйыу. Әҙеп һалыу.
ӘҘЕПЛЕ (Р.: отороченный; И.: edged, hemmed; T.: kenarı çekilmiş) c.
Әҙеп һалған, әҙепләнгән. □ Отороченный, подшитый. Әҙепле елән. Әҙепле итәк. В Урҙаларҙың берәуһендә кесе ҡатынының ҡыҙыл соға әҙепле плис еләне, мәрйендән генә бөткән селтәре, ҡашмауы, йөн, ебәк, кешмир кулдәктәре, төрлө-төрлө шәл-яулыҡтары былай ҙа бай йорттоң эсенә йәм биреп торалар. Ғ. Дәүләтшин.
ӘҘЕПЛӘТЕҮ (әҙепләт-) ҡ. йөкм. ҡар. әҙепләү, понуд. от әҙепләү. Ең осон әҙеплә-теу. Итәк осон әҙепләтеу. Әҙепләтергә биреу.
ӘҘЕПЛӘҮ (әҙеплә-) (Р.: оторочить; И.: edge; T.: kenar çekmek) ҡ.
Бер әйбергә икенсе туҡыманы ҡатлап тегеү, әҙеп һалыу. □ Оторочить, подшивать (другим материалом). Я Плис еләндең .. яға, салғый итәктәренә әҙепләгән ҡыҙыл соғаһы төҫөн уҙгәртеп аҡһыл бер төҫкә өйләнгән. Ғ. Дәүләтшин. Инәйем кулдәк киҫмәһен, сит-кәйҙәрен әҙепләп текмәһен. Халыҡ йырынан.
ӘҘЕР I [ғәр. 1^] (Р.: готовый; И.: ready, prepared; T.: hazır) с.
1. Файҙаланыуға яраҡлы булған, яраҡлы хәлгә килгән. □ Готовый. Әҙер йорт. Әҙер кулдәк. ■ Уларҙың [башҡорттарҙың] һәр береһендә әҙер һуғышсы ҡаны ҡайнай. Ф. Аҡбулатова. Әҙер майҙанға ярты метр ҡалын-лығындағы ауыр бетон ҡатламы һуҙылып ята. Ә. Байрамов.
2. Кемдер алдан хәстәрләп әҙерләгән, файҙаланыуға яраҡлы хәлгә килтергән. □ Готовый, приготовленный кем-то. Әҙер өй. Әҙер байлыҡ. Әҙер аш. ■ Фотоальбомдағы әҙер исемлектән Миңленур исемен һайлап алып ҡуштылар. И. Аҡъюлов. Берәуҙәр йығылған ағастарҙы һаман да өлөштәргә тураҡлай бирә, икенселәре әҙер утынды һәм ботаҡ-сатаҡтарҙы аҫҡараҡ, өйөмдәргә ташый. Р. Байбулатов. Бибеш, оҙон керпектәрен ҡағып, ситтән генә иҫәнләште. — Маҡтап йөрөйһөгөҙ икән. Әҙер мунсаға тап булдығыҙ, — тине. 3. Биишева.
3. Алдан уйланған йәки уйланылған. □ Приготовленный, подготовленный. Әҙер телмәр. Әҙер яуап. ■ Башҡорт вәкилдәренең әле лә әҙер тәҡдимдәр менән килеуе Ҡус-танайҙағы эште еңеләйтте, кәңәшмә тиҙ һәм эшлекле утте. Р. Байымов.
ӘҘЕР II (Р.: готов; И.: ready; T.: hazır) р.
1. Ниндәйҙер эште башҡарырлыҡ хәлдә булғанды, үтәргә ризалыҡты белдерә. □ Готов, готово. ■ Бер ай репетиция яһағандан һуң, спектакль менән концерт әҙер булды. А. Абдуллин. Зәки кис буйы атаһы менән мәж килә торғас, кескәй йорт һымаҡ умарта әҙер ҙә булды. Р. Байбулатов, һә тигәнсе ҡойма әҙер булды ла ҡуйҙы. 3. Биишева.
2. Нимәнелер эшләргә йыйынғанды, йә-теш кенә торғанды белдерә. □ Готов, наготове. Я Бында бөтәһе лә: ҡарты, йәше йыр-бейеу, уйын-көлкө ярата. Әҙ генә эштән бушаһа, ҡурайға ҡушылып, бейеп, йырлап алырға әҙер тора. 3. Биишева. Ҡыҙҙар юҡ-барҙан көлөргә әҙер торалар бит! Ә. Бикчәнтәев. Ғәйнияр, яйы тура килгән һайын, арандан һикереп ҡасырға әҙер торған дунән һымаҡ, ситкә һыҙырға ғына тора. Д. Бүләков.
253