Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 254


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҘЕРЛЕК
♦ Шул әҙере шул минутта, шунда уҡ. □ В момент, тотчас. ■ Шул әҙере ике ҡалмыҡ егете, ҡабаланып, Ҡолтой ихатаһына инеп китте. И. Ноғманов. Әҙергә бәҙер (йәки әҙергә хәҙер) кеше эшләгән нәмәгә эйә булырға торған кешегә ҡарата әйтелә. □ Овладеть без усилий, без труда; горазд на готовое. ■ [Мөхәмәтша:] Ярай эле, был малай ҡалаға китеп ҡотолған. .. Урмайҙар, сәсмәйҙәр, әҙергә бәҙер булып, рәхәт кенә йәшәйҙәр! М. Садиҡова. Беҙ ҙә әҙергә хәҙер, хәҙер ук шул ергә килеп етәбеҙ. Б. Бикбай.
ӘҘЕРЛЕК (әҙерлеге) (Р.: готовность; И.: readiness; T.: hazırlık) и.
1. Нимәнелер булдырырға, эшләргә бәйле төрлө эш, күрелгән хәстәрлек һәм уларҙың үтәлеше. □ Готовность. Яҡшы әҙерлек. Яҙғы әҙерлек эштәре, һуғыш әҙерлеге. ■ Йыйылышта көҙгө арыш сәсеугә әҙерлек тураһындағы мәсьәлә тикшерелергә тейеш ине. Ғ. Аллаяров. Механизмдар, ауырлыҡ улсәу приборҙары, бырауҙар һәм скважинаға төшөрөләсәк торбалар һәр ваҡытта ла әҙерлек хәлендә торҙо. Ә. Байрамов. Сәсеугә әҙерлек торошон бөтә тармаҡтар буйынса ентекләп тикшереу башланды. Б. Бикбай.
2. Уҡып алған, эш барышында өйрәнеп үҙләштерелгән махсус белем; тәжрибә. □ Подготовка, подготовленность. Әҙерлек утеу. Һөнәри әҙерлек. Практик әҙерлек. 0 Рәхмәт, полковник әфәнде, — тине ул [Зәки Вәлиди] тыныс ҡына. — Тик минең бер ниндәй хәрби әҙерлек тә, белем дә юҡ. Р. Байымов. Емеш белә: быйыл икенсе әҙерлек курсында кубе-һенсә балалар йортонан килгән уҫмерҙәр уҡый. 3. Биишева. Беренсе әҙерлек группаһының студенттары рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытыусы Иван Петрович Соловьёвтың дәрестәрен айырыуса яратып тыңлайҙар. Ә. Вәли.
ӘҘЕРЛЕКЛЕ (Р.: подготовленный; И.: prepared; T.: hazırlıklı) с.
Тейешле белеме, тәжрибәһе булған. □ Подготовленный, опытный. ■ Мәктәп өсөн таштан махсус ҙур йорт һалынған, ҡаланан әҙерлекле уҡытыусылар килтерелгән. Б. Бикбай. Кафедрала әҙерлекле белгестәр бармаҡ менән һанарлыҡ, уҡыу әсбаптары ла наҡыҫ.
Р. Камал. Һуғыштың тәжрибәһен уҙләш-тереу өсөн юғары әҙерлекле командирҙар кәрәк. А. Мағазов.
ӘҘЕРЛЕКҺЕҘ (Р.: не готовый; И.: unprepared; extemporaneous; extemporary; T.: hazırlıksız) c.
1. Нимәлер эшләргә, башҡарырға әҙер булмаған, әҙер тормаған. □ Не готовый, неподготовленный, без подготовки. ■ Алдан иҫкәртеу булмағас, әҙерлекһеҙ килгәйне, ҡаушап ҡалды [Фәһим]. И. Ғиззәтуллин. Әгәр юлға әҙерлекһеҙ сығыуы арҡаһында кешегә ниндәйҙер зарар килә икән, гонаһы уҙенә була. «Башҡортостан», 11 март 2016.
2. Белеме, тәжрибәһе тейешле кимәлдә булмаған. □ Неподготовленный, без подготовки, неопытный. Н Яҡшы әҙерлекһеҙ һөжумгә кусеу арҡаһында ҙур юғалтыуҙарға дусар булыуҙы командалыҡ ҡына тугел, рядовой атлылар ҙа ауыр кисерә. Р. Өмөтбаев. [Халиков:] Аспирант алыр инем мин, ләкин бигерәк әҙерлекһеҙ сығалар бит. Ғ. Хисамов.
ӘҘЕРЛӘНДЕРЕҮ (әҙерләндер-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. әҙерләнеү, понуд. от әҙерләнеү. Дәрескә әҙерләндереу. Юлға әҙерлән-дереу. Ярышҡа әҙерләндереу.
2. Әҙерлек алып барырға мөмкинлек биреү. □ Дать, предоставить возможность подготовиться. Байрамға әҙерләндереу. Имтиханға әҙерләндереу. Концертҡа әҙерләндереу. Сәсеугә әҙерләндереу.
ӘҘЕРЛӘНЕЛЕҮ (әҙерләнел-) ҡ. төш. ҡар. әҙерләнеү 2—5. страд, от әҙерләнеү 2—5. * Дәрестән һуң Май байрамына әҙер-ләнелде, лозунгылар яҙылды, транспаранттар эшләнде, колонна менән йөрөргә, йырға өйрәнелде. 3. Биишева. Ырымбур вокзалына килеп ингән Матросов та, Ғабдрахманов та барлыҡ фронттарҙа, бөтә донъяла алып барылған һәм әҙерләнелгән хәрби операцияларҙың пландарын белмәйҙәр ине. Ә. Бикчәнтәев.
ӘҘЕРЛӘНЕҮ (әҙерлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. әҙерләү 1—5. страд, от әҙерләү 1—5. ■ Нур ҡыуыш алдында костёр яғырға тырышты, әммә йәнә бер хата асыҡланды — ҡоро утын аҙ әҙерләнгән,
254