Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 255


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҘЕРЛӘҮ
әҙерләнгәне лә ямғыр аҫтында ҡалған. И. Абдуллин. Зал уртаһындағы оҙон өҫтәлгә табын әҙерләнгәйне. Ғ. Аллаяров.
2. Нимәгәлер әҙерлек алып барыу, әҙерлек күреү. □ Готовиться. Байрамға әҙерләнеу. Имтиханға әҙерләнеу. Туйға әҙерләнеу. Я Сәхнәләгеләр бөтәһе лә әҙерләнеп бөткәндәр. С. Агиш. Урамда ҡатын-ҡыҙҙар орлоҡҡа китергә әҙерләнәләр. Ғ. Аллаяров. Өләсәй туктан — ырҙын табағынан — ҡайтҡан, мал эсерергә әҙерләнеп йөрөй. Д. Бүләков.
3. Буласаҡ эш-хәлгә үҙеңде әҙер тотоу, йыйынып әҙер тороу. □ Готовиться, подготавливаться, приготовляться, делать приготовления. Әҙерләнеп көтөу. ■ Курәһеңме, бында һине тыңларға әҙерләнеп тормайҙар — тип уртәргә тотондо куңелемдәге әлеге тауыш. Яр. Вәлиев. Ҡаршыларға әҙерләнә башлағыҙ, ауылдаштар! — тип ҡысҡырҙы ул [Бикбулат], сана уртаһына баҫып, ҡулын болғай-болғай көр тауыш менән. — Беҙ тиҙҙән еңеп ҡайтырбыҙ! Р. Ғабдрахманов. Әҙерләнеп тор, — тигәйне киткән саҡта доктор. — Операцияға саҡырып хәбәр ебәрермен. Г. Ғиззәтуллина.
4. -рға формаһындағы төп ҡылымдан һуң килеп, берәй эш башҡарырға ниәт иткәнде белдерә; йыйыныу. □ Готовиться, приготовиться (с глаголом на форму -рға даёт значение готовности к чему-н.). ■ Гилаж ҡарт сығып киткәс, өйҙәгеләр ятырға әҙерләнә башланылар. С. Агиш. Һырт йөндәрен ҡабартҡан бесәйҙәй, уҙ-уҙен яҡларға әҙерләнде. Н. Асанбаев. Берҙән-бер көндө ағайым менән Аҡтауға барырға әҙерләндек. Р. Байбулатов.
5. -рға формаһындағы төп ҡылымдан һуң килеп, билдәле бер хәлдең яҡынлашы-уын белдерә (ғәҙәттә, тәбиғәт куренеш-тәренә ҡарата әйтелә). □ Готовиться (об изменениях явлений природы). Көн боҙолорға әҙерләнә. Ямғыр яуырға әҙерләнә. ■ Ҡояш, әле генә сәселеп бөткән, иҫ киткес ҙур ҡара бәрхәт япҡан тигеҙлек кеуек, йәйрәп ятҡан яландың арғы башына барып супайып ултырған һымаҡ байыуға әҙерләнде. Ә. Вәли.
ӘҘЕРЛӘТЕҮ (әҙерләт ) ҡ. йөкм. ҡар. әҙерләү 1—5. понуд. от әҙерләү 1—5. ■ Бесәнгә төшкәнгә тиклем утынды әҙерләтеп, ташытып ҡуймаһаҡ, хәҙер көҙ килеп етәсәк. Н. Мусин. Рәсем уҡытыусыһы Ленинградка Художество академияһына ебәрергә документ әҙерләткәйне. Т. Ғарипова. Муса ҡарт малсылыҡ биналары өсөн тип әҙерләткән ике йөҙ кубометр самаһы бурәнә һәм куп кенә таш хәҙер ук бар. Д. Исламов.
ӘҘЕРЛӘҮ (әҙерлә-) (Р.: готовить; И.: prepare, make ready; T.: hazırlamak) ҡ.
1. Файҙаланыу, ҡулланыу өсөн булдырыу, әҙер итеү. □ Готовить, приготовить. // Готовка. Әҙерләй башлау. Кейем әҙерләу. Буләк әҙерләу. М Бибеш салғы, һәнәк, тырма әҙерләй, Таиба әбей аҙыҡ-тулек һалынған ҡалай кунәкте рыдуанға таға. 3. Биишева. Ҡуштан хужа ҡатын ысындан да бөтәһен әҙерләп ҡуйған икән: әле бер ҡат та тотолмаған һабын, йыуғыс, таҫтамал. Б. Бикбай. Ҡала өҫтө ҡараңғыланғас, урамға сығып индем дә яйлабыраҡ урын әҙерләнем. С. Агиш.
2. Нимәнелер ҡулланырлыҡ, әҙер хәлдә тотоу, әҙер итеү. □ Приготовить, подготовить, держать наготове. // Приготовление, подготовка. Әҙерләп тотоу. ■ Сәғит бара-бара ла, ҡоралын әҙерләп, алға ҡарай, кәрәкһә, дошманға «ут» аса. И. Ғиззәтуллин.
3. Алдағы көндә ҡулланыу, тотоноу өсөн туплау, һаҡлыҡҡа йыйыу. □ Заготавливать, наготавливать, запасать. // Заготовка, запас. ■ Байгилде яҙ ҡайтып иген сәсте, ҡышлыҡҡа бесән, һалам әҙерләне, кәртә-ҡура төҙәтте.
3. Биишева. [Гуҡчурин] Хисам менән ҡышлыҡ утын әҙерләп ҡуйҙылар. Б. Бикбай. Мал аҙығы әҙерләу эштәре колхозда киң ҡолас менән алып барыла ине. Д. Бүләков.
4. Билдәле бер эшкә әҙер итеү, эшкә яраҡлы хәлгә килтереү. □ Подготовить, приготавливать, подготавливать. // Подготовка, приготовление. Уҡыу йылына әҙерләу. Баҫыу эштәренә әҙерләу. ■ Ҡәртә-ҡураһын, өй тирәһен ҡышҡа әҙерләп, йунәтеп алды ир. И. Аҡъюлов. Ергә баҫып алыу менән, халыҡ көсө еткәнсә эшкә тотондо: кәрәк менән кәртә арты ерен ҡаҙып, картуф, төрлө йәшелсәләр сәсергә әҙерләне. Б. Бикбай.
255