ӘҘЕРЛӘҮСЕ
5. Ашау, туҡланыу өсөн нимәлер булдырыу, аҙыҡ әҙер итеү. □ Готовить, приготовить, стряпать. // Готовка, приготовление. Я Гөлсибәр өйгә ҡайтып тамағына әҙерләргә өлгөрмәне, Ташбулат килеп етте. С. Агиш. Фәғилә апай Сәлим алдында үҙе лә бурыслы булып ҡалманы, шикелле. Өҫ-башын, ятыр урындарын таҙа тотто, тәмле аш-һыу әҙерләне. Ғ. Аллаяров.
6. Ашамлыҡты һый өсөн өҫтәлгә, табынға һ. б. ултыртыу; өҫтәл ябыу. □ Готовить, накрывать (на стол). // Готовка. Өҫтәл әҙерләү. Һый әҙерләү. ■ Хужабикә кухняла бай ғына табын әҙерләгәйне. Р. Байбулатов. Табынды еләҫ баҡсала әҙерләргә булдылар. Д. Бүләков.
7. Билдәле бер маҡсатҡа бәйле эште үтәүгә әҙер итеү. □ Собирать, снаряжать, оснащать. // Собирание, снаряжение, оснащение. ■ Әсә лә ҡыҙын юлға әҙерләргә кереште. И. Абдуллин. Белов көн буйы экспедицияны юлға әҙерләү эштәре менән мәшәҡәтләнеп йөрөнө. Ә. Бикчәнтәев.
8. Уҡытыу, өйрәтеү, кәрәкле белем, тәжрибә биреү; ниндәйҙер эшкә әҙер итеү. □ Готовить, обучать. // Готовка, обучение. Бейеүселәр әҙерләү. Ашнаҡсылар әҙерләү курстары. М Ауыл хужалығы мәктәптәрендә, механизация училищеларында уҡырлыҡ йәштәрҙе әҙерләргә ине. Р. Байымов. Һуғыштан элек урта командирҙарҙы әҙерләү өсөн өс йыл уҡыталар ине. Ә. Бикчәнтәев.
9. Нимәлер өҫтөндә эшләү, ниндәйҙер эш менән булыу. □ Готовить, работать над чем, обрабатывать, составлять. // Подготовка, обработка, составление. Китап әҙерләү. Хикәйә әҙерләү. Роль әҙерләү. ■ Күргәҙмәгә ҡуйырға әҙерләгәс, Булат бына тигән аҡ кәрзин үрергә булды. Р. Байбулатов. Өйҙә Әнисә дәрес әҙерләй ине. 3. Биишева. Мирхәйҙәр Фәйзиҙец «Ғәлиәбаныу» драмаһын әҙерләйҙәр. Б. Бикбай.
10. Нимәнелер эшләргә йыйыныу, алдан нимәлер уйлау. □ Готовить, приготовить (заранее)', продумать. // Подготовка, приготовление. Һүҙ әҙерләү. Яуап әҙерләп ҡуйыу. ■ Миңһылыу иһә алдан яуап әҙерләп ҡуйыуҙы кәрәк һанамағайны. Ә. Байрамов. Зәки
Вәлиди үҙе алдан әҙерләгән ҡағыҙҙарын уҡый башланы. Р. Байымов. Редактор үҙ газета-һына бирер өсөн ҡыҫҡа, ләкин асыҡ мәҡәләне башында әҙерләп бөткәйне инде, шул сиктән сыҡманы, һүҙен оҙаҡҡа һуҙманы. Б. Бикбай.
11. Берәй эш-хәлгә, хәбәргә кемделер рухи яҡтан әҙер итеү (ғәҙәттә, тәрән кисерештәрҙән һаҡлау, ҡурсалау ниәте менән эшләнә). □ Подготовить. // Подготовка. Кире хәбәргә әҙерләү. М Үҙемде теләһә ниндәй дәһшәтле хәбәргә әҙерләп, ул ҡәһәрле хатты ебәрҙем. Д. Исламов.
ӘҘЕРЛӘҮСЕ I (Р.: заготовитель; И.: procurement officer; T.: toptancı) и.
1. Дәүләткә йәки кооперативтарға аҙыҡ-түлек йәки башҡа әҙерләмә һатып алып йәки әҙерләп тапшырыусы кеше йәки учреждение. □ Заготовитель, заготовщик. Райондың ағас әҙерләүселәре. Комбинаттарға һөт әҙерләүсе ойошма. ■ Фабрика идараһы менән сусҡа ҡылы әҙерләүсе араһында договор яһала. Б. Ишемғол.
2. Нимәнелер башҡарыусы, әҙерләп ҡуйыусы кеше. □ Заготовщик; работник. ■ [Мәликә:] Бөтә кешеләргә лә ғалим булырға тимәгән. Булған ғалимдарға һөт әҙерләүсе лә кәрәк. Д. Исламов. Алмас .. ҡурҙаҡ әҙерләүселәр янына китте. Б. Рафиҡов. Мин утын әҙерләүселәргә лесник әйткән делянканы күрһәтеп ҡайтайым әле, — тине Сабит һәм, Нәфисәгә рәхмәт әйтеп, хушлаша башланы. А. Мағазов.
ӘҘЕРЛӘҮСЕ II (Р.: связанный с заготовкой; И.: conrected with preparation; T.: ha-zırla-yan) c.
Нимәнелер эшләп ҡуйыусы, етештереүсе. □ Связанный с заготовкой. ■ Ҡалғандар киләсәктә ултыртыласаҡ баҡсаны планлаштырыу, аш-һыу әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙға ярҙамлашыу менән шөғөлләнде. Б. Рафиҡов. Сабата әҙерләүсе кеше менән һал ағыҙыусы ойошма араһында ошо тауарҙы ҡалай, ни хаҡҡа алыу тураһында договор яһала. Б. Ишемғол.
ӘҘЕРЛӘШЕҮ (әҙерләш-) ҡ. урт. ҡар. әҙерләү 1—10. взаимн. от әҙерләү 1—10. ■ Үлмәҫҡол бабай ҡарсығы ла, ҡунаҡ өҫтәле өсөн бауырһаҡ әҙерләшергә тип, Зәлифә апайҙарға өтәләнеп килеп еткәйне инде.
256