әҙ-мәҙ
Ә. Байрамов. Бибеш инде бер ни ҙә өндәшмәне, өнһөҙ-һуҙһеҙ генә һеңлеһен юлға әҙерләште. 3. Биишева. Дәриғә һеңлеләрен ярата, уларға дәрес әҙерләшә. Р. Камал.
ӘҘЕРНӘ (Р .: лук; И.: bow; Т.: уау) и. тар.
һыртына бүре тарамышы ҡуйып, мөгөҙҙән яһалған ян. □ Лук (сложный лук особо крепкого изготовления с использованием волчьей жилы, рога и т. п.). ■ Әҙернә йыуан оҙон мөгөҙ телемдәренә ағас ҡатлап, ос-осо алға кәкрәйтеп эшләнгән, ҡара көмөш менән семәрләнгән, кереше — ебәк ептән. Б. Рафиҡов. Мәргәнлеге менән дан алған Мәғриб бей, сабып барған килеш әҙернә йәйәһенә уҡ ҡороп, керешен тартты. М. Ямалетдинов. Әҙернә тарттым, уҡ аттым, беләккәйемә таянып. С. Юлаев.
ӘҘЕРНӘ ЙӘЙӘ и. тар. ҡар. әҙернә. Н Икенсе бүләкте алған Сураман батырға затлы ҡалъян менән әҙернә йәйә, уҡ-һаҙаҡ, аҫыл ебәк тауарҙар тейә. Ғ. Хөсәйенов.
ӘҘЕРНӘ ЯН и. тар. ҡар. әҙернә. ■ Кинйәнең дә әҙернә яны, атаһы алып биргән һуғыш яраҡтары, эйәр-өпсөндәре бар. Ғ. Ибраһимов.
ӘҘЕРӘК (Р.: немного; И.: slightly; somewhat; a bit, little; T.: biraz, az) р. ҡар. аҙыраҡ.
Бер аҙ, бер ни тиклем. □ Немного, чуть-чуть, чуточку; малость. ■ Ҡыҙырас быйыл әҙерәк ҙурая, аҡыллылана төштө, үҙенең ҡайһы бер яраҡһыҙ ҡылыҡтары хаҡында йыш ҡынауйлаштыра башланы. 3. Биишева. Аяҡһыҙ ятҡан Мусаҡай инде, әсәһенең тәртешкәһен ҡултыҡ таяҡ итеп, өй эсендә әҙерәк йөрөй башланы. Б. Бикбай. Ҡотлобаев район эшенең, бигерәк тә йәйге осор етһә, нисек тынғыһыҙ икәнлеген әҙерәк ишетеп-күреп белә. Д. Бүләков.
ӘҘЕҺӨТ (Р.: удод; И.: hoopoe; T.: ibibik) и. диал. ҡар. һөҙһөт.
Супайлы, кәкре суҡышлы сыбар ҡош. □ Удод (лат. Upuna epops). Әҙеһөт тауышы. Беҙҙең яҡтарға әҙеһөт тә килеп сыға.
ӘҘИБӘ [ғәр. (Р.: писательница; И.: authoress; writer; penwoman; T.: kadın yazar) u.
Яҙыусы, әҙәбиәт әлкәһендә эшләгән ҡатын-ҡыҙ. □ Писательница, женщина-литератор. ■ Баймаҡ районының бер нисә ауы
лында әле генә үҙенең «Бәхет ҡошо юлынан» исемле китабын сығарған әҙибә, журналист Тәнзилә Кейекбаева менән әҙәби осрашыуҙар үтте. «Атайсал», 4 июль 2014. Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр»ен асып уҡырға тотондом, ул китап ҡул осонда ғына тора, ятлап бөтһәм дә йыш ҡулыма алам: ерлеге үҙебеҙҙеке, милли, ә теле ниндәй һутлы әҙибәбеҙҙең, ниндәй тәмле — әсе лә тугел, сөсө лә түгел, күңелгә балдай иреп һеңә. Г. Яҡупова.
ӘҘИП (әҙибе) [ғәр. cj j^I] (Р.: писатель; И.: writer, man of letters, author; T.: edip) u.
Яҙыусы, әҙәбиәт әлкәһендә эшләгән ир-егет. □ Писатель, литератор. Йәш әҙип. Билдәле әҙип. ■ Сәғит Мирас — йәше менән өлкәнерәк, тура һүҙле әҙип кеше. Р. Байымов. Ғәли Ибраһимов һәр әҫәре өҫтөндә арыу-талыу белмәй, бик ентекле эшләүсе егәрле әҙип ине. Н. Мусин. Фән көслө аҡылдарға ғына ярашлы, тигән француз әҙибе М. Монтень. Ғ. Хөсәйенов.
ӘҘЛӘП (Р.: понемногу; И.: little by little; gradually; T.: az az) p.
Әҙ-әҙ генә итеп; аҙлап. □ Понемногу, помалу. Әҙләп ашау. Әҙләп эшләү. ■ Дәүләткә, ярай әле, әҙләп булһа ла, өйҙән аҡса килгеләп тора, Кадирҙың хәле үтә мөшкөл ине. Н. Мусин. Әҙләп кенә соҡоған тупрағын Рәүеф, йыйылып китеп, йөрөгәндә ҡамасауламаһын өсөн, баҙҙың икенсе мөйөшөнә ырғыта барҙы. Ә. Әминев.
ӘҘМЕ-КҮПМЕ (Р.: сколько-то; И.: some, a few, a little; T.: az çok) р. ҡар. аҙмы-күпме.
Бер ни тиклем, күпмелер. □ Сколько-то, немного; некоторое количество. ■ Фәнде үҫтереүгә әҙме-күпме өлөш индерҙе Әхтәм, хеҙмәттәре баҫылып сыҡты. Д. Бүләков. Батырхандың шөғөлө — һунар итеп, хужаһына әҙме-күпме файҙа килтереү. И. Ноғманов. Сыңғыҙ Әхәтовичтың да күңеленә әҙме-күпме һиллек урынлашты. Г. Яҡупова.
ӘҘ-МӘҘ (Р.: понемногу; И.: little by little; T.: azar azar) р. ҡар. аҙ-маҙ.
Әҙ генә, саҡ ҡына; бер аҙ. □ Понемногу, мало-помалу, немного. ■ Ғафуан Алсынбаев, доктор кәңәшен тотоп, көн дә әҙ-мәҙ йүгерҙе. Р. Камал. Көн бөркөү, тик тау
257