Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 258


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҘРӘС
яғынан ғына әҙ-мәҙ ел иҫеп ҡуя. Н. Ҡәрип. Әҙ-мәҙ яҙыу-һыҙыуҙы белгән егет-еләнде, ҡыҙ-ҡырҡынды ауыл һайын йыя башланылар. 3. Ураҡсин.
ӘҘРӘС (Р.: адрас; И.: kind of Uzbek silk; T.: adras) и.
Аласа биҙәкле үзбәк ебәге. □ Адрас (плотный узбекский шёлк со своеобразными вертикальными узорами). ■ Ҡәнзәфәрҙең өҫтөндә әҙрәс бишмәт, башында төлкө бүрек ине. М. Ғиләжев. Тимашевтың ҙур сатыры торған урында сит-бото өтөлөп бөткән әҙрәс әләм киҫәксәһе айырым-асыҡ күҙгә ташлана. И. Ноғманов. Аҫылбикәнең өҫтөндә әберсә төҫөндәге яңы күлдәк, бохар туҡымаһынан тегелгән әҙрәс камзул, башында ҡама бүрек, түштә — көмөш тәңкәләре сыңлап торған һаҡал. Ғ. Ибраһимов.
ӘҘРӘС ГӨЛ (Р.: бегония; И.: elephant’s-еаг; T.: begonya) и. бот.
Матур сыбар япраҡлы, төрлө төҫтәге сағыу сәскәле, бегониялар ғаиләһенә ҡараған декоратив үҫемлек; бәрхәт гөл. □ Бегония (лат. Begonia). Әҙрәс гөл сәскәһе. Әҙрәс гөл ултыртыу.
ӘҘРӘС ҠАНАТ (Р.: монашенка; И.: black arches; T.: rahibe) и. зоол. ҡар. сыбарғанат.
Ҡанаты, ҡорһағы сыбар ҡара һыҙатлы һәм таплы, ҡарышлауығы үҫемлектәрҙең ҡоротҡосо булған төнгө күбәләк. □ Монашенка (лат. Lymantria топасһа). Әҙрәс ҡанат Европаның көньяҡ һәм урта өлөшөндә, Азияла, Рәсәйҙә таралған.
ӘҘРӘСМӘН ҮЛӘНЕ (Р.: гармала обыкновенная; И.: harmala shrub; T.: üzerlik) и. бот.
Оҙонса япраҡтары сиратлап урынлашҡан, һары йәки аҡ сәскәле, күп йыллыҡ ағыулы үлән. □ Гармала обыкновенная, могильник обыкновенный, адраспан (лат. Peganum harmala). Әҙрәсмән үләне менән осоҡлау. М Кеше енләнеп ауырыһа, әҙрәсмән үләне менән төтәтеп имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһынан.
ӘҘСЕЛЕК (әҙселеге) (Р.: меньшинство; И.: minority; T.: azınlık) и. ҡар. аҙсылыҡ.
Нимәнеңдер һан яғынан кәм булған өлөшө. □ Меньшинство. ■ Арҙаҡлы аҡһаҡал Тарғын да, уның тарафын алған бүтән ҡарттар ҙа әҙселектә ҡалды. Ә. Хәкимов. Күпселек әҙселекте, көслө көсһөҙҙө һәр саҡ айырып ала. һәр саҡ уны баҫа, үҙенә ҡуша. С. Ильясов.
ӘҘҺЕНЕҮ (әҙһен-) (Р.: считать недостаточным; И.: deem it insufficient; T.: az saymak) ҡ. ҡар. аҙһыныу.
Нимәнеңдер күләмен, һанын әҙ күреү. □ Считать недостаточным, не удовлетвориться чем. Әҙһенеп ҡарау. Әҙһенеп тороу. Биргәнде әҙһенеү. М Бала бирелгән бутҡаны әҙһенде. М. Ғафури.
ӘҘӘБИ [ғәр. (Р.: литературный; И.: literary; T.: edebi) с.
1. Нәфис әҙәбиәткә мөнәсәбәтле; шул әҙәбиәткә ҡараған. □ Литературный (относящийся к литературе). Әҙәби герой. Әҙәби образ. Әҙәби журнал. ■ Рәсүл, һигеҙенсе класта өйрәнергә тейеш булған бөтә әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып бөтөргәс, фәнни-фантастик романдарға йәбеште. Р. Байбулатов. Был шкафтарға башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан политик, техник һәм әҙәби китаптар тултырылған. 3. Биишева.
2. Әҙәбиәтте өйрәнеүгә бәйле булған. □ Литературный. Әҙәби түңәрәк. Әҙәби тикшеренеү. ■ Әҙәби кисәләрҙә матур итеп шиғырҙар уҡыуы, дүртәр юллыҡ төртмә таҡмаҡтар сығарып йырлауы менән Хәнифә бөтә мәктәптә дан алғайны. И. Ғиззәтуллин. 1986 йылдың сентябрендә беҙ — Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙа уҡыусылар — Бородино яланына сәйәхәт ҡылдыҡ. М. Ямалетдинов.
3. Тәнҡит әҫәрҙәре, художестволы һәм публицистик әҫәрҙәр ижад итеүгә бәйле булған. □ Литературный. Әҙәби талант. Әҙәби оҫталыҡ. Яҙыусының әҙәби эшмәкәрлеге. М Йәштәр газетаһының әҙәби хеҙмәткәре Альберт Ғәлимов менән фотохәбәрсе Ислам Хәйруллин икән. М. Садиҡова. Мәҙинәләр фатирының алты бүлмәһен алты әҙәби ғаилә биләй. Ә. Хәкимов. Али Карнай бер мең туғыҙ йөҙ егерме һигеҙенсе йылдан
258
00:00
00:00
00:00