әҙ-әҙләп
ш урналистика һәм әҙәби эш менән шөғөлләнә. Я. Хамматов.
ӘҘӘБИЛӘШТЕРЕЛЕҮ (әҙәбиләштерел-) к. төш. ҡар. әҙәбиләштереү. страд, от әҙәбиләштереү. ■ «Урал батыр» эпосының яңы баҫмаһын әҙерләгәндә, уның китаптан китапҡа күсә килгән һәм бер ни тиклем әҙәбиләштерелгән тексын йәш текстолог Шәүрә Шәкүрова, ғилми архивтағы нөсхәһе менән сағыштырып, уға байтаҡ ҡына мөһим төҙәтмәләр индергәйне. И. Кинйәбулатов.
ӘҘӘБИЛӘШТЕРЕҮ (әҙәбиләштер-) (Р.: олитературивать; И.: turn literate; T.: edebileştirmek) ҡ.
1. Әҙәбиәт талаптарына яраҡлаштырыу, әҙәби формаға килтереү. □ Олитературивать. // Олитературивание. Әкиәтте әҙәбиләштереү. Әҙәбиләштереп яҙыу. ■ Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, риүәйәт [«Ҡаһым түрә»] журналға бик ныҡ әҙәбиләштереп баҫылған, әммә уның нигеҙендә халыҡ ижады әҫәре ятҡанлығы шик тыуҙырмай. Ф. Нәҙершина.
2. Әҙәби тел нормаларына яраҡлаштырыу. □ Олитературивать. // Олитературивание. Телде әҙәбиләштереү. Әҙәбиләштереү процесы. ■ Телебеҙҙе әҙәбиләштереү һәм милли булған күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәр беребеҙҙең өҫтөнә төшкән, һис һүҙһеҙ үтәлергә тейешле бурыс тип хисаплай инем. М. Ғафури.
ӘҘӘБИ ТЕЛ (Р.: литературный язык; И.: standard, literary language; T.: edebi dil) и. лингв.
Дөйөм халыҡ теленең грамматик, лексик һ. б. яҡтан билдәле бер нормаға килтерелгән, эшкәртелгән формаһы. □ Литературный язык. Әҙәби тел нормалары. ■ «Техникум бөтөрҙөм, институтта уҡыйым» тигәндәрҙең күбеһе Туҡ буйы телмәрен ташлап, таҙа әҙәби телдә һөйләшәләр, хатта һөйләм төҙөлөштәре лә ауылда йәшәгәндәрҙекенән ныҡ айырыла ине. С. Агиш.
ӘҘӘБИӘТ [ғәр. OlSpI] (Р.: литература; И.: literature; T.: edebiyat) и.
1. Билдәле бер халыҡ, айырым дәүер йәки, ғөмүмән, кешелек донъяһы тыуҙырған ғилми, әҙәби, фәлсәфәүи һ. б. төр әҫәрҙәрҙең йыйылмаһы. □ Литература. Донъя әҙәбиәте.
Антик әҙәбиәт. Әҙәбиәт тарихы. ■ Сың-ғыҙхан вариҫтары донъяла тәүге ҡат төрки телендә сағатай әҙәбиәте тыуҙырған. Р. Байымов. Әхмүш өсөн рус классиктары ғына түгел, донъя әҙәбиәтенең дә атаҡлы күп яҙыусыларының әҫәрҙәре таныш. Б. Бикбай.
2. Тел, һүҙ ярҙамында художестволы образдар тыуҙыра торған сәнғәт төрө. □ Литература. Хәҙерге әҙәбиәт. Милли әҙәбиәт. Башҡорт әҙәбиәте. Балалар әҙәбиәте. ■ Яҙып ҡарарға, әҙәбиәт менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк ине һиңә, Фәһим, — тине Хөсәйен Ҡунакбаев. И. Ғиззәтуллин. Айбулат үҙенең ғүмерендә матур әҙәбиәттән «Таһир — Зөһрә», «Буҙйегет» һымаҡ китаптарҙы ғына уҡығанын уйлап ҡуйҙы. Һ. Дәүләтшина. Ҡабатлау — әҙәбиәттең дошманы, һәр һүҙ тик үҙеңдеке генә булырға тейеш. Н. Мусин.
3. йыйн. Ниндәйҙер белем тармағы, махсус мәсьәлә буйынса сыҡҡан бөтә баҫма әҫәрҙәр. □ Литература. Ғилми әҙәбиәт. Әҙәбиәт исемлеге. ■ Рамазан тәүҙә тракторҙарҙы ремонтлау тураһындағы әҙәбиәт менән ҡыҙыға башланы. Ә. Вәли. Мәҙинә һуңғы ваҡытта бал ҡорттары тураһындағы әҙәбиәтте ныҡлап өйрәнергә тотондо. Т. Ғарипова.
ӘҘӘБИӘТСЕ (Р.: литературовед; И.: theorist of literature; T.: edebiyatçı) и.
Әҙәбиәт (2) әлкәһендә эшләүсе, әҙәбиәт белгесе. □ Литературовед. Күренекле әҙәбиәтсе. Әҙәбиәтсе ғалим. ■ Күршелә генә әҙәбиәтсе апай йәшәй. Р. Камал. [Юлдаш:] Әллә һин, Ҡыҙырас, тарихсы йәки әҙәбиәтсе булырға уйлайһыңмы? 3. Биишева.
ӘҘ-ӘҘЛӘП (Р.: мало-помалу; И.: by degrees; by slow degrees; T.: azar azar) р. ҡар. аҙ-аҙлап.
1. Әҙ генә итеп, әҙ күләмдә. □ Мало-помалу, понемногу. Әҙ-әҙләп ашау. Әҙ-әҙләп һала барыу. ■ Әбей себештәргә әҙ-әҙләп кенә ем һибә. Р. Сабитов. Ата бүре ас итмәй балаларын, тапҡан ризығын әҙ-әҙләп ашҡаҙанына йыя, эсәктәренә ебәрмәй, өңөнә алып ҡайтҡас, кире сығара. Г. Яҡупова. Һыуҙы Гөлйемеш инәйем миңә әҙ-әҙләп, бөткәнсе эсерҙе. Л. Яҡшыбаева.
259