Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 260


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘҘӘЙЕҮ
2. Әкренләп, яйлап. □ Постепенно. ■ Мәғүзәнең йөҙөнә әҙ-әҙләп нур йүгерҙе. Т. Килмөхәмәтов. Фәтхетдин ҡарт кискә табан әлһерәп төштө: әҙ-әҙләп кенә эшләһә лә, эҫе көн уның хәлен алды. Р. Низамов.
ӘҘӘЙЕҮ (әҙәй-) (Р.: уменьшаться; И.: dwindle; decrease; diminish; T.: azalmak) к. ҡар. аҙайыу.
Күләм йәки һан яғынан кәмеү. □ Уменьшаться (по величине, объёму, количеству). // Уменьшение. ■ Мискәләр төбөндә һыу әҙәйгән, үрелеп алыу ҡыйынлашҡайны һәм шунлыҡтан эш бер аҙ һүлпәнләнгәйне. Ә. Вәли. Урмандар әҙәйгән, ағастар һирәгәйгән. М. Ғиләжев. Йылтыр быяла уйынсыҡ йылдан-йылға әҙәйеп килә, яңыһын алырҙар ине, магазинда булмай. К. Кинйәбулатова.
ӘҘӘЙТЕҮ (әҙәйт-) (Р.: уменьшать; И.: reduce, decrease, diminish; T.: azaltmak) ҡ. ҡар. аҙайтыу.
Күләмен йәки һанын кәметеү. □ Уменьшать, убавить, урезать. // Уменьшение, убавление, урезание. Малды әҙәйтеү. Сығымдарҙы әҙәйтеү. Эш хаҡын әҙәйтеү, fl Һалым ныҡ йонсота мишәрҙәрҙе. Шуны күпмелер әҙәйтеүҙе һорайбыҙ. Ғ ^Хөсәйенов.
ӘҘӘМ [ғәр. (Р-: человек; И.: man, person, human being; T.: adam) и.
1. Фекерләй, һөйләй, эш ҡоралдары тыуҙыра һәм хеҙмәт процесында уны файҙалана белгән иң юғары аҡыл көсөнә эйә йән эйәһе; кеше. □ Человек. Әҙәм заты. fl Яҙмыш йөрөтә әҙәм балаһын. Ф. Аҡбулатова. Ишек артында унда-бында үтеп йөрөгән әҙәм-дәрҙең аяҡ тауышынан башҡа иғтибарҙы йәлеп итерлек шау-шыу ҡалманы. Р. Байбулатов. Әхмәтша — теремек әҙәм, барыһына өлгөрә. Р. Байымов.
2. Билдәле бер мөхиткә, йәмғиәткә һ. б. ҡараған, үҙенә хас сифаттары, үҙенсәлектәре булған зат; шәхес. □ Человек, личность. Ғалим әҙәм. Намыҫлы әҙәм. Яҡшы әҙәм. Яуыз әҙәм. fl Одессала, диңгеҙ порты районында, шундай хәйләкәр бер малай бар, тиҙәр. Булдыҡлы әҙәм, тиҙәр, үҙен. Ә. Бикчәнтәев. Тотҡан эшенә тоғро булып, торған ерендә торлаҡ ҡороусы эшмәкәр, ышаныслы әҙәмдәр рәтенән Камалов. Р. Вәлиев.
3. (ҙур хәреф менән) Исламда, христиан динендә һәм иудаизмда Аллаһ тарафынан яратылған тәүге кеше, кешелектең нәҫел атаһы. □ Адам. ■ Ҡалай төрлө-төрлө итеп яратҡан Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәгеләрҙе! Бер атанан, бер Әҙәм бабанан таралып та, шулай ныҡ айырымланып була икән. Ф. Аҡбулатова.
♦ Әҙәм аҡтығы кешене түбәнгә һанап, әрләп әйткәндә ҡулланыла. □ Выродок, подлец. ■ Ҡара фуражкалы әҙәм аҡтығы ғына ҡарт уҫаҡ төбөндә, тубыҡтарын ҡосаҡлап, кәкрәйеп ҡатҡан. Ә. Бикчәнтәев. Әҙәм аяҡ баҫмаған урын {йәки ер) кеше йөрөмәгән, үтә ҡырағай. □ соотв. Место, где не ступала нога человека. ■ Артабан әҙәм аяғы баҫмаған урмандар башлана. Ж. Кейекбаев. Әҙәм булыу 1) аяҡҡа баҫып тормош көтөр хәлгә килеү. □ Стать самостоятельным человеком. ■ Былтыр йәй Емеш ҡаланан ҡайтып күренгәс: «Шулай уҡырға китә алһам, мин дә әҙәм булыр инем!» — тип талпынды Заһира. 3. Биишева; 2) хәл алып шәбәйеү, һауығыу. □ Выздороветь. Н Балалар ҙа, аҡ эсеп, әҙәм булып алдылар. Ғ. Дәүләтшин. Әҙәм заты юҡ бер кеше булмаған.
□ соотв. Нет ни души. Н Тирә-яҡ тып-тыныс, һис бер әҙәм заты юҡ. С. Ильясов. Әҙәмгә һанау иғтибарға лайыҡ күреү, һанға алыу. □ Считать за человека, fl Ғафуан Алсынбаев шаңҡыны: әһә, эш былай икән, ҡала урамында беҙҙе әҙәмгә һанамаҫҡа маташалар! Р. Камал. Воеводаның үҙен әҙәмгә һанамай һөйләшеүенә ғәрләнеп, асыуын эсенә йомоп ҡайтты Алдарбай. Н. Мусин. Әҙәм имәнесе ерәнгес, кешенең ҡотон алырлыҡ.
□ Страшный, омерзительный человек. Әҙәм имәнесе булып йөрөү. Әҙәм итеү 1) тормош көтөр хәлгә килтереү, аяҡҡа баҫтырыу. □ Сделать человеком, поставить на ноги, fl Ул [Валентин]мине арыу ғына әҙәм итергә маташа кеүек тойола. Ә. Бикчәнтәев; 2) ауыр йәки ауырыу хәлдән шәбәйтеү, аяҡҡа баҫтырыу. □ Вылечить, поставить на ноги. ■ [Ғәлимйән бабай:] Ҡаты ауырыған сағымда, Зәлиә ҡыҙым ҡарап, әҙәм итте. Ғ. Аллаяров. Хөсәйен әсәһен алып ҡайтып, өшкөрткән тоҙ, үлән эсереп, терелтеп, әҙәм итеп алды.
260