Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 261


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әҙәмсә
Т. Ғарипова. Әҙәм көлкөһөнә ҡалыу оят, мәсхәрә хәленә төшөү. □ Стать посмешищем.
■ Илдар уҙенең тау шыуғанда әҙәм көлкөһө хәлендә ҡалыуын хәҙер инде сыңлатып гармун уйнау ы менән онотторҙо. Р. Байбулатов. Аҡназаров бөтә халыҡ алдында уҙен әҙәм көлкөһөнә ҡалдырғас, Азаматов туҙмәне. Ә. Вәли. Әҙәм ҡалдығы ҡар. әҙәм аҡтығы.
■ Россия эсендә, артта йәшәгән халыҡтар өсөн яҙ килеу ни тиклем шатлыҡлы булһа, позицияларҙа, дошман туптары ауыҙында йәшәгән әҙәм ҡалдыҡтары өсөн ҡайғы: улар өсөн мәңге ҡыш булғаны яҡшы. Ғ. Ғүмәр. Әҙәм мәсхәрәһе булыу оятҡа, көлкөгә ҡалыу. □ Опозориться, осрамиться. М [Егет:] Мин көн дә май заводына барып әҙәм мәсхәрәһе булып торорға иҫәбем юҡ. Н. Ҡотдосов. Әҙәм мәсхәрәһе итеү мәсхәрәгә, көлкөгә ҡалдырыу; мыҫҡыллау. □ Опозорить, осрамить. М Мин хәҙрәттең Ғәлимә апайҙы шулай әҙәм мәсхәрәһе итеуенән, хәлфәләрҙең уны өшкөрөргә килеп, аҙбарҙа шундай йәмһеҙ, бысраҡ һуҙҙәр һөйләуҙәренән һуң уларҙың мәҙрәсәләренән бөтөнләй биҙҙем. М. Ғафури. Әҙәм рәтенә инеү (йәки кереү) һауығыу, хәл алыу. □ Выздороветь; набраться сил. ■ Алтын йугән атты яҡшыламаған кеуек, алтын һуҙ ҙә ахмаҡты әҙәм рәтенә индерә алмай. С. Поварисов. Йот йылында асығып у лер хәлгә еткән был йонсоу кешеләрҙе башта ашатып-эсереп, әҙәм рәтенә керетеп алырға кәрәк ине. Р. Өмөтбаев.
ӘҘӘМБАШ КҮБӘЛӘК (күбәләге) (Р.: мёртвая голова; И.: night butterfly species; T.: kuru kafa kelebeği) и. зоол.
Арҡаһында кешенең баш һөйәгенә оҡшаған һүрәте булған төнгө ҡоротҡос күбәләк. □ Мёртвая голова или Адамова голова (лат. Acherontia atropos). Әҙәмбаш кубәләге Рәсәйҙә кәуҙәһенең ҙурлығы буйынса беренсе урында тора.
ӘҘӘМ ЗАТЫ и. ҡар. әҙәм 1. ■ һуғышта иҫән ҡалған дейеу пәрейҙәре, Тереһыу әҙәм затына ҡалмаһын тип, эсеп ҡоротҡандар икән. «Урал батыр».
ӘҘӘМИ [ғәр. ] (Р.: человеческий; И.: human; anthropic; anthropo; T.: ademi) c.
Кешегә мөнәсәбәтле. □ Человеческий, относящийся к человеку. Әҙәми зат. Әҙәми тауыштар. Әҙәми көнитмеш. Әҙәми донъя. ■ Хоҙай Тәғәлә әҙәми заттарға бер-береһен һөйөргә, яратырға ҡушҡан. Р. Вәлиев. Райсоюз складында эскә батҡан уртлы, емерек ҡашлы әҙәми зат куҙгә салынды. Р. Ғабдрахманов. Ныҡлап уйлап ҡараһаң, халыҡ, ысынлап та, алдын-артын иҫәпкә алып йәшәй, элеккенән өйрәнә, яңыларға һабаҡ ҡалдыра. Әҙәми донъя шул тәжрибәгә нигеҙләнеп тәрәҡҡи итә. Ғ. Ибраһимов.
ӘҘӘМСЕЛ (Р.: человечный; И.: humane; T.: insanca) с. иҫк. ҡар. кешелекле.
Кешегә ярҙамсыл, мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле. □ Человечный, гуманный; отзывчивый, добрый. Әҙәмсел зат. Әҙәмсел халыҡ. Әҙәмсел булыу. ■ Бар иҫәбең бик юғары урелергә, әҙәмсел бер кеше булып куренергә. С. Ҡудаш.
ӘҘӘМСЕЛЕК (әҙәмселеге) (Р.: человечество; И.: mankind; humanity; T.: insanlık) и. иҫк.
Кешелек донъяһы. □ Человечество, человеческое общество. Әҙәмселек донъяһы. ■ «Иҫәнме!», «һаумы!» тип ҡул бирешеп иҫәнлеген белешәбеҙ ҙә, шуның менән әҙәмселек этикеты тамам була ла ҡуя. Р. Аҙнағолов.
ӘҘӘМСӘ (Р.: по-человечески; И.: humanlike; T.: insanca) р.
1. Әҙәми зат һымаҡ, кешегә хас булғанса. □ По-человечески, по-людски. М Артымдан еткән айыу, бысаҡтай оҙон тырнаҡтары менән мине аяҡтарымдан ҡармап алып, өңдән тышҡа һөйрәй, йәнә ыржайып торған һары тештәре араһындағы ҡандай ҡыҙыл телен, байраҡтай елберҙәтеп, бер туҡтауһыҙ әҙәмсә һөйләнә. Р. Вәлиев. Йондоҙҙарҙың әҙәмсә һөйләшә алмауын, шым ғына әйтелгән һуҙҙәрҙең уларға тиҙ барып етмәҫен яҡшы белә [Биби]. Б. Рафиҡов. [Баланың] ҡолағы айыуҙыҡы, бутән ағзалары әҙәмсә, ти. Әкиәттән.
2. Ғәҙәттәгесә, башҡалар кеүек, кешеләрсә. □ Как следует, должным образом, по-человечески. М «Алға, алға!» — тип ҡыҫтаһалар ҙа, әҙәмсә аҙым яһарлыҡ та әмәл юҡ, юлға мискәләп-мискәләп май туккән-
261