Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 262


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

әҙәп
дәрме ни! X. Ғиләжев. Ҡарт уғландарының барыһын да башлы-күҙле итергә тырышты.. Хәҙер Ғәтиәт тә әҙәмсә донъя көтә башлар. Р. Камал.
ӘҘӘП (әҙәбе) [ғәр. Ч-^l] (Р.: учтивость; И.: civility, courtesy, delicacy, tact; T.: edep)w.
1. Яҡшы ғәҙәт, йола. □ Учтивость, вежливость, приличие. ■ Билал йылдам ғына урынынан күтәрелде лә, әҙәпте онотоп, әле бер, әле икенсе бүлмәгә инеп, ниндәйҙер ҡомһоҙлоҡ менән ундағы мебель һәм йыһаздарҙы барларға тотондо. X. Зарипов. Лира әҙәп өсөн генә Фәнис ағайҙың хәлен белешкән булды. Р. Камал. Яуға оҙатҡанда һыҡтау-сеңләү ғәйеп һанала, әҙәпкә һыймай. М. Кәрим. • Әҙәп барҙа оят бар. Мәҡәл.
2. Үҙеңде тота белеү, тәрбиә, тәүфиҡ. □ Воспитанность, благовоспитанность, благонравие. Я [Мулла:] Минең ҡыҙым улай йөрөп үҫкән ҡыҙ түгел. Әҙәп менән, бик оялсан үҫкән ҡыҙ. И. Насыри. Кискә табан һис көтмәгәндә Ҡөлөмбәт кешеләре килеп төштө — йөҙҙәренән әҙәп һәм хөрмәт бөркөп тора. Б. Рафиҡов.
♦ Әҙәп һаҡлау кеше араһында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен һаҡлап, тыйнаҡлыҡ күрһәтеү. □ Соблюдать правила приличия; быть вежливым. Я Ике ауыл карты шым ғына ултыралар, шул тиклем халыҡ араһында әҙәп һаҡлайҙар, әлбиттә; улар йәшендә күп һүҙ кешене күркәм итмәй! Ә. Бикчәнтәев. Алмабикә, әҙәп һаҡлап, өндәшмәй тыңлап ултырған була. Р. Өмөтбаев.
ӘҘӘПЛЕ I (Р.: воспитанный; И.: well-bred; accomplished; gentlemanlike; T.: edepli) с.
Кеше араһында тәртип һаҡлай белеүсән, тәрбиәле. □ Воспитанный, учтивый, вежливый, почтительный, деликатный. Н Атай-бабайҙарҙан ҡалған өгөт ул: әҙәпле, егәрле, маҡсатҡа ынтылышлы булырға. Р. Байбулатов. Кифая апай — бик әҙәпле ҡатын. В. Исхаҡов. Ғәбит Сәлиховичтың бисәһе Мәстүрә — үтә әҙәпле, артыҡ күп һөйләшмәһә лә, йөҙөнән нур, яғымлылыҡ бөркөлөп торған ҡатын. Н. Мусин.
ӘҘӘПЛЕ II (Р .: учтиво; И.: civilly; affably; suavely; mannerly; T.: edepli) р.
Әхлаҡ ҡағиҙәләренә һыйышлы, тәртипле. □ Учтиво, вежливо, почтительно, деликатно. Я Фәтихов әҙәпле генә йылмайҙы. И. Абдуллин. Сәлмән ағайҙың был һүҙенән һуң бөтәһе лә Хәсән бабайға хөрмәт менән ҡарап, әҙәпле генә көлөшөп алды. 3. Биишева. Зөлҡәрнәй Котлояров, әҙәпле генә хушлашып, тышҡа сыҡты. Р. Камал.
ӘҘӘПЛЕЛЕК (әҙәплелеге) (Р.: учтивость; И.: politeness, delicacy, tact; T.: saygı-hhk, naziklik) u.
Әҙәпле кешегә хас сифат, кешенең эске мәҙәниәте. □ Учтивость, вежливость, почтительность. Я Юҡ, Арыҫлан ағай, ҡайҙа ул беҙгә һинең менән әйтешерлек көс, — тине ҡунаҡ егете, әҙәплелек һаҡлап. Ғ. Ибраһимов. Күҙгә бәрелерҙәй һылыу булмаһа ла, был сымыры кәүҙәле ҡыҙҙың йөҙөнән яғымлылыҡ бөркөлөп, һәр хәрәкәтенән әҙәплелек күренеп тора ине. Н. Мусин. Әлфиә уҡытыусы ағаһын, үҙенән күпкә оло кеше булғаны өсөн генә, әҙәплелек йөҙөнән генә, ихтирам итте. Ф. Әсәнов.
ӘҘӘП-ТӘРТИП (әҙәп-тәртибе) (Р.: правила хорошего тона; И.: decency, the decencies; T.: edep ve tertip) и. йыйн.
Әҙәп һәм тәртип. □ Правила хорошего тона, поведения. Әҙәп-тәртипте белеү. Әҙәп-тәртип һаҡлау. Я Ғаилә башлығы Йосопов Рәис, улы Тимур, ҡыҙы Ғүзәл үҙҙәренең әҙәп-тәртибе менән мине хайран итте. Л. Яҡшыбаева.
ӘҘӘПҺЕҘ (Р.: невоспитанный; И.: ill-bred, discourteous; T.: edepsiz) с.
1. Әҙәп ҡағиҙәләрен һаҡламаған, тәртипһеҙ ҡыланған. □ Невоспитанный, невежливый, нетактичный; развязный, вольный. Я Бигерәк әҙәпһеҙҙәре һыҙғырып ҡалалар, шулай итеп Зәйнәптең кәйефен ебәрәләр ине. М. Ғафури. Карамаҡҡа былай әҙәпһеҙ тойолһа ла, бик тә йомарт кеше булып сыҡты ла баһа был түрә. Р. Өмөтбаев. Кенәз Волковский, әҙәпһеҙ ҡыланышы өсөн урядникты шелтәһеҙ ҡалдырмаҫҡа тырышып, өгөт-нәсихәт ныҡыуын белде. Я. Хамматов.
2. Насар, әшәке; хаяһыҙ (һүҙ һ. б. тураһында). □ Неприличный, нахальный, похабный, циничный. Әҙәпһеҙ фильм. Әҙәпһеҙ һүҙ.
262