Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 263


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ӘЖЕР
Әҙәпһеҙ яуап. fl Йыр Емешкә артыҡ ҡыйыу һәм әҙәпһеҙ тойолдо. 3. Биишева. Байназаров китергә йыйынып, беренсе ҡатҡа төшкәс кенә, уның [Васяның әсәһенең] милиция булеге дежурныйына әҙәпһеҙ һуҙҙәр әйтеуен, «яратҡан улы» менән осрашыуҙы талап итеуен ишетте. X. Зарипов.
ӘҘӘПҺЕҘЛЕК (әҙәпһеҙлеге) (Р.: невоспитанность; И.: ill-breeding, bad manners, impoliteness; T.: edepsizlik) и.
Әҙәп ҡағиҙәләренә һыймаған эш, тыйнаҡһыҙлыҡ. □ Невоспитанность, невежливость, бестактность; развязность, вольность. Әҙәпһеҙлек курһәтеу. fl Билдәле булыуынса, ололарҙың тупаҫлығы, әрләшеуе баланы әҙәпһеҙлеккә, әхлаҡһыҙлыҡҡа өйрәтә. Яр. Вәлиев. Будённый уратып алған манеж ҡоршауынан сығып китеуҙе әхләҡи яҡтан әҙәпһеҙлеккә хисапланы. Р. Өмөтбаев. Дивизия командиры менән һөйләшкәндә ултырыуҙы әҙәпһеҙлек һанаған Кусимов аяҡ өҫтө ҡалды. Я. Хамматов.
ӘҘӘПҺЕҘЛӘНЕҮ (әҙәпһеҙлән-) (Р.: проявить невоспитанность; И.: become ill-bred, become discourteous; T.: edepsizleşmek) ҡ.
Үҙеңде әҙәпһеҙ тотоу, тәртипһеҙ ҡыланыу. □ Проявить невоспитанность, невежливость, быть бестактным, развязным. Әҙәпһеҙләнеп тороу. Әҙәпһеҙләнеп йөрөу. Я Сатура, әҙәпһеҙләнгән һеңлеһен йомшаҡ ҡына орошоп, муйынсаҡты алды ла әсәһенә таҡты. Р. Вәлиев. Донъя шул уҡ: ыжғыр буранлы ҡыш, яҡты сырайлы алсаҡ яҙ, тынды ҡура торған эҫе йәй, әсе еле уҙәктәргә утеп иҫкән һалҡын ямғырлы көҙ — былар ҡайнашмай, буталмай, әҙәпһеҙләнмәй, уҙ ваҡыты менән килә тора, китә тора. С. Поварисов.
ӘҘӘП-ӘРКӘН и. иҫк. ҡар. әҙәп-тәртип. Я Һин ғәзиз әсәң ҡанатынан яңы сыҡҡан бала, изге әсәңдән әҙәп-әркән ала сыҡҡан бала. Ш. Бабич.
ӘҘӘР [фарс. jlJİ] (Р.: обида; И.: insult, wrong; T.: azar) и.
Берәй нәмәгә йәберһенеү; үпкә. □ Обида, огорчение. Я Әҙәр баҫылманы, игеҙәктәр яраша алманы. Р. Камал.
ӘҘӘРЛӘҮ (әҙәрлә-) ҡ. диал. ҡар. әрләү.
Баланы әҙәрләу. Эш өсөн әҙәрләу. Ҡаты әҙәрләнеләр.
ӘЖЕГӘЙ I и. диал. ҡар. ялағай. Кук йөҙөндә әжегәй уйнауы куренеп ҡала. Әжегәй ялтлап ҡуйҙы.
ӘЖЕГӘЙ II (Р: красный творог; И.: Bashkir national quarks; T.: kırmızı ekşimik) и. диал. ҡар. ҡыҙыл эремсек.
Эрегән һөттән ҡыҙартҡансы ҡайнатып яһалған ашамлыҡ. □ Красный творог. Әжегәй әҙерләу. Өләсәйҙең әжегәйе телде йотор-лоҡ.
ӘЖЕК с. диал. ҡар. ябыҡ I. Ҡатыны әжек кенә. Әжек кеше.
ӘЖЕКӘЙ I (Р.: сладкое кушанье из ягод; И.: kind of sweet food; T.: süt ve meyveden yapılmış tatlı) и.
1. Еләкте ҡуйы һөттә ҡуйырғансы ҡайнатып әҙерләнгән тәмле аҙыҡ. □ Сладкое кушанье из ягод земляники, клубники, до густоты вываренное в цельном молоке. Әжекәй ҡайнатыу.
2. диал. ҡыҙыл эремсек; әжегәй. □ Красный творог, fl Дарыу уләндәрен танып белеуҙән тыш, ул [Аҡбикә инәй] ауылда бер уҙе генә телеңде йотмалы итеп ҡыҙыл эремсек — әжекәй бешерә белә. И. Ноғманов.
ӘЖЕКӘЙ II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Башҡорттарҙың мең ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир-минцев. Әжекәйҙәр шәжәрә байрамын ойошторғандар. Әжекәй аймағы егете.
ӘЖЕМЕК (әжемеге) (Р.: плацента; И.: placenta; caul; T.: dölyatağı) и. диал. ҡар. бала ятҡылығы.
Ауырлы ваҡытта барлыҡҡа килгән, бала ятҡан ағза. □ Плацента, fl Бала әжемек менән тыуһа, бәхетле була. «Башҡорт мифологияһынан.
ӘЖЕР [ғәр. »I] (Р.: вознаграждение; И.: reward; gratification; recompense; T.: ücret) и.
1. Берәй эшкә, мөнәсәбәткә яуап итеп эшләнгән эш; бирелгән хаҡ, түләү һ. б. □
263