әзнәп
уның алҡымынан алған әжәл зәхмәте ине. М. Ямалетдинов. Әжәл табыу үлеү, вафат булыу. □ Найти смерть. Әжәл тағарағы ултырып китеү өсөн хәүефле, ышанысһыҙ нәмәгә (арба, кәмә һ. б.) ҡарата әйтелә. □ Ненадёжное приспособление (телега, судно и т.д.). Әжәл тартыу ваҡытынан алда үлем тураһында уйлау; үлем көтөү. □ Притягивать смерть. ■ Йомға көндө кер йыума, тип әйткән ине инәйем. Тәҡдир яҙып, әжәл тартып, мин ашыҡтым, инәйем. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ӘЖӘМЕ с. диал. ҡар. ябыҡ I. Әжәме кеше. Әжәме генә бала. Әжәме генә ҡатын булһа ла, шап-шаҡтай бала тапҡан.
ӘЖӘМӘТ (Р.: болтушка; И.: liquid gruel; T.: lapa) и. диал. ҡар. боламыҡ.
Ондан ғына болғатып бешергән шыйыҡ бутҡа һымаҡ аш. □ Болтушка (жидкая пища из муки). Әжәмәт бешереу. Аслыҡта әжәмәт менән туҡландыҡ. Әжәмәт ашап уҫтек.
ӘЖӘТ (Р.: долг; И.: debt; T.: borç) и. һөйл.
Бурыс, үтес. □ Долг. Әжәткә биреу. ■ Әҙәм балаһы йәшәр өсөн ғумер буйы тәбиғәттән көс ала, ә һәләт, һәнәре, таланты әжәтен ҡайтарыр өсөн бирелгән уға. А. Мағазов. Ҙур ағайым .. Терентийҙан ике дисәтинә ураҡ урып туләу шарты менән әжәткә биш бот та ун ҡаҙаҡ арыш алып ҡайтты. А. Таһиров.
ӘЗГӘРӘЙ (Р .: старинная пятикопеечная серебряная монета; И.: olden silver coin; T.: beş kuruşluk eski gümüş para) и. map.
Боронғо биш тинлек көмөш аҡса. □ Старинная пятикопеечная серебряная монета. Әзгәрәй менән туләу. Хаҡы — ун әзгәрәй.
ӘЗЕРБАЙЖАН (Р.: азербайджанец; И.: Azerbaijanian; T.: Azeri) и. этн.
Әзербайжандың төп халҡын тәшкил иткән, төрки телдәрҙең береһендә һөйләшкән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Азербайджанец. Әзербайжан халҡы. Әзербайжан ҡатыны. Әзербайжан теле. ■ Айһай, — тип ҡуйҙы Хикмәт эстән генә, — был мыйыҡлы әзербайжан самаһыҙ ҡыҙыу, дыуамал булырға оҡшай. X. Ғиләжев. Ташкент был көндәрҙә төрки халыҡтарының пайтә
хетенә әуерелде, уны ҡаҙаҡ та, башҡорт та, төрөкмән дә, ҡырғыҙ ҙа, татар ҙа, әзербайжан да — һәммәһе уҙ ҡалаһындай курә, иркен йөрөй. Р. Байымов.
ӘЗЕРБАЙЖАНСА (Р.: по-азербайджански; И.: in Azerbaijanian; T.: Azerice) с.
1. Әзербайжан телендә. □ По-азербайджански. Әзербайжанса һөйләшеу. Әзербайжанға йырлау. ■ Егеттәр башта русса, унан әзербайжанса, иң һуңынан башҡортса йырлай башланылар. Ә. Бикчәнтәев.
2. Әзербайжандар кеүек, әзербайжан халҡына хас. □ По-азербайджански. Әзербайжанса кейенеу. Әзербайжанса бейеу. Әзербайжанса бешереу.
ӘЗМӘҮЕР I (Р.: великан; И.: giant; Т.: dev, dev boylu) и.
Ҙур мыҡты кәүҙәле, көслө, таҙа кеше. □ Великан, богатырь. ■ Тафуан диспансерҙың баш врачы менән дә осрашырға ишеккә барғайны, әзмәуер юлын булде. Р. Камал. Ике әзмәуер бер-береһенең беләктәренән матҡып тоттолар ҙа тартыша башланылар. Р. Өмөтбаев.
ӘЗМӘҮЕР II с. ҡар. әзмәүерҙәй. ■ Элек армияға иң сәләмәт, беләкле һәм йөрәкле, әзмәуер егеттәрҙе һайлап алалар ине. С. По-варисов. Әзмәуер ир бар тауышына һаһылдап көлә, бына уның сомбрероһы бер яҡҡа, Фәйрузәнең суҡлы панамаһы икенсе яҡҡа осто. Д. Бүләков.
ӘЗМӘҮЕРҘӘЙ (Р.: исполинский; И.: gigantic; giant; T.: dev) с.
Күләме, дәүмәле менән ғәҙәттәгенән артыҡ ҙур кәүҙәле, уҫлаптай. □ Исполинский, огромного телосложения, здоровенный, богатырский. ■ Хисаметдин Кәримов өрлөктәй оҙон буйлы, оҙонса яңаҡлы, әзмә-уерҙәй кеше ине. В. Исхаҡов. Офис ишеге янындағы кескәй булмәлә — аҡ кулдәкле, ҡара салбарлы әзмәуерҙәй ике һаҡсы. Р. Вәлиев. Кәмәнән йәһәт кенә әзмәуерҙәй өс ир төштө. Т. Килмөхәмәтов.
ӘЗНӘП (әзнәбе) [ғәр. (Р.: грех; И.: sin; fault; error; T.: günah) и. иҫк. кит.
Аллаһ алдында ҡылған яҙыҡ эш; гонаһ. □ Грех. Әзнәп ҡылыу. Әзнәп алыу. Әзнәпкә батыу.
265